

“Инцедент-менеджмент” мәғлүмәт системаһы аша Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәхифәһендәге яҙмаһы аҫтында һайлаусыларҙың береһе комментарий ҡалдырған. Ул башҡорт телендә бюллетень етмәү тураһында хәбәр итә.
Башҡорт телендә бюллетендәр етешмәүенең сәбәбе булып тәүге көндәрҙә туған телдә тауыш бирергә теләгән кешеләрҙең күп булыуы торған. Проблеманы хәл итеү өсөн территориаль һайлау комиссияһы резервынан өҫтәмә бланктар килтерелгән.
Бюллетендәрҙе теркәгәндән һуң уларҙы кешеләрҙең талабы буйынса бирәсәктәр.
"Комиссия һайлаусы менән бәйләнешкә инде, хәлде тағы бер тапҡыр аңлатты, ғәфү үтенде. Ҡатын мәсьәләне хәл иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе”, — тип аңлатма бирҙеләр Республикаға идара итеү үҙәгендә.
Был осраҡта шуныһы ҡыуандыра, тимәк туған телдә тауыш бирергә теләүселәр күп.
Автор фотоһы.