Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентября , 09:45

Фейк таратып маташтылар

Кисә ялған аккаунттан илдең бер нисә төбәгенә, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһына таратылған ялған фейк асыҡланды

Фейк таратып маташтыларФейк таратып маташтылар
Фейк таратып маташтылар

Кисә ялған аккаунттан илдең бер нисә төбәгенә, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһына таратылған ялған фейк асыҡланды. Был хаҡта бөгөн “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзаһы, “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы рәйесе Александр Брод хәбәр итте.

– Йәнәһе лә ирҙәр хәрби комиссариаттарҙа тауыш бирергә тейеш. Һәм икенсе хәбәр - улар был хаҡта отчет бирергә тейеш. Тимәк, ниндәйҙер хәүефле ағым индерергә маташҡандар. Мобилизация башланасаҡ тигән фейк-хәбәрҙәр һайлауҙарға тиклем дә таралды. Һәм йәнә әлеге теманы ҡуйыртып маташалар, йәмғиәттә  хәүеф тыуҙыралар. Әлбиттә, фейк асыҡланған, һәм республиканың ҡайһы бер абруйлы сығанаҡтарында был бөтөнләй дөрөҫ булмаған мәғлүмәт булыуы тураһында хәбәр баҫылған, – тип белдерҙе ул.

Александр Брод һайлауҙар эш режимында бара тип белдерҙе.

– Һайлауға төрлө йәштәге кешеләр килә, ололар ҙа, йәштәр ҙә әүҙем. Мөһим сараға ҡыҙыҡһыныу ҙур, был ҡыуандыра, – тип билдәләне спикер.

Фото: “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгенән.

#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026
#ГолосМедиаСообществ2026
#БашВыбор2026

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас