Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентября , 08:15

Халыҡты ниндәй мәсьәләләр борсой?

Сираттағы онлайн бәйләнешкә Республикаға идара итеү үҙәгенән  Светлана Морозова сыҡты һәм республика халҡынан килгән мөрәжәғәттәр тураһында һөйләне

Халыҡты ниндәй мәсьәләләр борсой?Халыҡты ниндәй мәсьәләләр борсой?
Халыҡты ниндәй мәсьәләләр борсой?

“Һайлау-2026” йәмәғәт мәғлүмәт үҙәгендә эш бер минутҡа ла туҡтамай. Бер-бер артлы спикерҙар килә, шулай уҡ тура бәйләнештәр ҙә булып тора.

Сираттағы онлайн бәйләнешкә Республикаға идара итеү үҙәгенән  Светлана Морозова сыҡты һәм республика халҡынан килгән мөрәжәғәттәр тураһында һөйләне.

– Кешеләр төрлө темаларға яҙа. Беҙ уларҙы күҙәтеп барабыҙ һәм, ышанығыҙ, бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмай. Барыһын да контролдә тотабыҙ. Әгәр статистикаға күҙ һалһаҡ, халыҡты борсоған төп биш тема: юлдар, төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәт күрһәтеү һәм яҡлау. Эш дауам итә, - тип һөйләне ул.

Фото: “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгенән.

#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026

#ГолосМедиаСообществ2026

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас