

Башҡортостанда тауыш биреүҙең икенсе көнө тамамланды. Киске 20 сәғәттә республикалағы бөтә участкалар ҙа ябылды.
Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы һуңғы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты. Икенсе көн йомғаҡтары буйынса, республикала тауыш биреүселәрҙең 54,64 проценты үҙ һайлауын яһаған.
Иң күп тауыш биреүсе райондар – Асҡын, Балтас, Бишбүләк, Благовар, Борай, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡыйғы, Миәкә, Салауат, Тәтешле, Федоровка һәм Саҡмағош. Бында теркәлгән һайлаусыларҙың 60 проценттан ашыуы тауыш биргән.
Өфөлә Дим, Калинин һәм Совет райондары ҙур әүҙемлек күрһәткән. Шулай уҡ Ағиҙел, Күмертау, Нефтекама һәм Салауат ҡалаларында йәшәүселәр әүҙем булған.
Дөйөм алғанда, һайлауҙың икенсе көнө тыныс үтте, әллә ни етешһеҙлектәр теркәлмәгән.
Фото: ЦИК РБ.