

Дәүләкән районынан Ҡорманаевтар ғаиләһен күптәр белә. Улар үҙҙәренең һайлау участкаһына кисә, төштән һуң, буш ваҡыттары булғас, килгән. Асыҡланыуынса, ғаилә башлығы әлеге ваҡытта командировкала икән.
- Ишле ғаилә булараҡ, балалар баҡсалары төҙөгәндәр, мәктәптәрҙе үҙгәртеп ҡорғандар, социаль ярҙам сараларын тормошҡа ашырғандар өсөн тауыш бирәбеҙ, - тип белдергән күп балалы әсә Гөлназ, һайлау участкаһынан сыҡҡас. – Балаларыбыҙ өсөн һайлау - әлегә бәләкәй байрам. Шуға күрә хәҙер магазинға тәмлекәстәр һатып алырға барасаҡбыҙ.
Күп балалы әсә менән бергә 18 йәшлек ҡыҙы Алина ла тауыш биргән.
Гөлназ менән Айнур Ҡорманаевтар 2003 йылда ғаилә ҡорған. 23 йыл эсендә татыу ғаиләлә 12 бала тыуған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һайлау участкалары 18, 19 һәм 20 сентябрҙә иртәнге 8-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем эшләй.
Сығанаҡ, фотолар: “Асылыкүл” – “Балҡантау”.
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ