Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентября , 14:45

Политологтар: "Беҙҙең йәмғиәт берҙәм"

Улар тышҡы саҡырыуҙар шарттарында ижтимағи һәм милләт-ара берҙәмлектең әһәмиәтен тикшерҙе

Политологтар: "Беҙҙең йәмғиәт берҙәм"Политологтар: "Беҙҙең йәмғиәт берҙәм"
Политологтар: "Беҙҙең йәмғиәт берҙәм"

“Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә политологтар ҡатнашлығында “Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы: ни өсөн йәмғиәттең тупланыуы тотороҡлолоҡ факторына әйләнә” тигән фекер алышыу майҙансығы үтте.

Спикерҙар – политологтар Сергей Лаврентьев, Игорь Зөбәйҙуллин, Халыҡтар Дуҫлығы йорто директоры Эльмира Саматова. Улар тышҡы саҡырыуҙар шарттарында ижтимағи һәм милләт-ара берҙәмлектең әһәмиәтен тикшерҙе. Айырым иғтибар халыҡ-ара ышанысты нығытыуҙа милли берләшмәләрҙең, мәҙәни проекттарҙың һәм граждандар башланғыстарының роленә бирелде.

Политолог, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусыһы Игорь Зөбәйҙуллин кешеләрҙе мәҙәниәт берләштерә тигән фекерҙә. Миҫал итеп ул төбәктең мәҙәни төрлөлөгөн күрергә мөмкинлек биргән саралар даими уҙғарылған Башҡортостан тәжрибәһен килтерҙе. Улар араһында – Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы, “XXI быуат славяндары” фестивале һәм Милли кейем көнө бар.

– Бына ошо саралар төбәктә йәшәгән һәр халыҡтың мәҙәни үҙенсәлектәрен күрергә, шул уҡ ваҡытта, бөтә мәҙәни айырмалыҡтарға ҡарамаҫтан, беҙ барыбер берҙәм милләт — берҙәм халыҡ, рәсәйҙәр икәнен күрергә мөмкинлек бирә, – тине Игорь Зөбәйҙуллин.

Айырым рәүештә ул балалар баҡсалары тәрбиәселәре, мәктәп уҡытыусылары, колледж һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары роленә туҡталды. Уның фекеренсә, республика Башлығы Радий Хәбировтың вуз-ара кампуста үткән туған телдәр һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашыуы ошо контекста сағыу өлгө булып тора.

Фекер алышыуҙа ҡатнашыусылар фекеренсә, йәмғиәтте туплау бөгөн абстракт идея түгел, ә төбәктең һәм тотош илдең тотороҡлолоғо факторы булып тора.

Фото: "Башинформ". 
#ВыбираемВместе

#ЕДГ2026
#АлгаВсейСемьей2026
#БашкортостанВыбирай2026
#ГолосМедиаСообществ2026

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас