

Башҡортостанда халыҡтың күпләп һайлауға килеүе күҙәтелә. Был республика халҡының юғары гражданлыҡ әүҙемлеге хаҡында һөйләй.
19 сентябрҙә “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса Совет ағзаһы, “Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы” ассоциацияһы рәйесе Александр Брод ошо хаҡта хәбәр итте.
Башҡортостан Республикаһы тәүгеләрҙән булып йәмәғәт күҙәтеүселәре форумдарын ғәмәлгә ашыра башланы, тип билдәләне ул.
– Был бер нисә йыл дауамында барҙы, мин онлайн режимда эшләнем һәм Йәмәғәт палатаһы күҙәтеүселәрен хөрмәт итеүҙәрен, ҡәҙерләүҙәрен һәм уларҙа һайлау процесының асыҡлығын һәм законлылығын тәьмин итә алған ғәмәлдәге гражданлыҡ көсөн баһалауҙарын күрҙем.
Кисә сит илдән килгән коллегаларыбыҙ менән бер нисә һайлау участкаһында булдыҡ. Кандидаттар, сәйәси партияларҙан, шул иҫәптән республиканың Йәмәғәт палатаһынан күҙәтеүселәр, блогерҙар менән осраштыҡ. Барыһы ла һайлау участкаларының торошон, шарттарҙың ни тиклем уңайлы булыуы, мәғлүмәт материалдарының булыу-булмауы, тауыш биреүҙең сере һаҡланыуы, һайлау комиссиялары ағзаларының эшмәкәрлеге, бөтә кәрәкле процедураларҙы, шул иҫәптән хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙе күҙәтә, – тип хәбәр итте ул.
Александр Брод кисә проблемалы хәбәрҙәр булмауын билдәләне.
– Республикала тауыш биреү юғары кимәлдә бара. Әйткәндәй, эксперттар билдәләүенсә, тотош илдә, тауыш биреүҙең беренсе көнө биш йыл элек булған күрһәткестәрҙән ике тапҡырға тиерлек юғарыраҡ. Был халыҡтың кәйефе, гражданлыҡ әүҙемлеге хаҡында һөйләй, — тип хәбәр итте Александр Семенович.
Александр Брод тауыш биреүҙең яңы формаһы граждандар өсөн бик уңайлы булыуын да билдәләне: күп көнлөк тауыш биреү төбәк халҡына эште, ялды, өй эштәрен берләштерергә мөмкинлек бирә.
Фото: “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгенән.
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026
#ГолосМедиаСообществ2026