Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентября , 05:30

Швейцария Рәсәй өсөн тауыш бирә

Өлкәндәребеҙ гражданлыҡ позицияһының йәшкә бәйле түгеллеген, ә үҙ илеңә һәм үҙ йортоңа һөйөү, битараф булмау сағылышы икәнен күрһәтә

Швейцария Рәсәй өсөн тауыш бирәШвейцария Рәсәй өсөн тауыш бирә
Швейцария Рәсәй өсөн тауыш бирә

Бәләбәй районындағы Рус Швейцарияһы үҙенсәлекле ауыл. Ул матур исеме менән генә түгел, ә тотош бер тарихы менән билдәле. Легенда буйынса, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашып ҡайтҡан һалдаттарыбыҙ  тыуған яҡтарында “швейцар” мотивтарын күрә. Әлбиттә, был хаҡта документаль раҫлауҙар юҡ, әммә бындай легендаларға ышанырлыҡ, сөнки урындағы халыҡ әле лә яугирҙәрҙең хистәрен, хәтерен һаҡлай.

Ә 1892 йылда эшҡыуар Иван Петрович Каньшин бында ҡымыҙ менән дауалауҙы аса һәм был исемде картала “Рус Швейцарияһы” тип нығыта.

Әммә был урындың төп көсө – кешеләрҙә. Уларҙың тормош юлы – хеҙмәт, традицияларға тоғролоҡ һәм тыуғаныҡ хисе менән нығытылған.

Светлана Акрамовна Чередник менән Валентина Ивановна Тихонова ауылдың ысын легендалары. Икәүһенең йәшен бергә ҡушһаң 174 йыл, айырым алғанда икеһенә лә 87 йәш. Әммә уларҙың энергияһы һәм ихласлығы башҡаларға көс-дәрт өҫтәй. Улар һайлауҙан бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай һәм беренселәрҙән булып тауыш бирергә килә. Өлкәндәребеҙ бөтәһенә лә гражданлыҡ позицияһының йәшкә бәйле түгеллеген, ә үҙ илеңә һәм үҙ йортоңа һөйөү, битараф булмау сағылышы икәнен күрһәтә. Ошондай ветерандарыбыҙға рәхмәт. Уларҙың өлгөһө беҙҙе йолаларҙы ҡәҙерләргә, яуаплы булырға һәм мөһим ваҡиғаларҙан ситтә ҡалмаҫҡа өйрәтә. Бындай тарихтарҙы онотмайыҡ: беҙҙең ауылдарҙың көсө — уны яратҡан кешеләрҙә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һайлау өс көн - 18, 19 һәм 20 сентябрҙә үтә. Һайлау участкалары иртәнге сәғәт 8-ҙән киске сәғәт 8-гә тиклем эшләй.

Фото: БР Үҙәк һайлау комиссияһынан.

#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026
#ГолосМедиаСообществ2026
#БашВыбор2026

Швейцария Рәсәй өсөн тауыш бирә
Швейцария Рәсәй өсөн тауыш бирә
Швейцария Рәсәй өсөн тауыш бирә
Швейцария Рәсәй өсөн тауыш бирә
Швейцария Рәсәй өсөн тауыш бирә
Швейцария Рәсәй өсөн тауыш бирә
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас