

Сит ил күҙәтеүселәре республикала һайлау барышын ыңғай баһалай. Был хаҡта БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары, РФ Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Йәмәғәт штабы урынбаҫары Рәмил Рәхимов хәбәр итте.
Ул быйыл һайлауҙы күҙәтеү өсөн 13 меңдән ашыу күҙәтеүсе әҙерлек үткәнен белдерҙе. Әле улар һайлауҙа эшләй.
– Быйылғы яңылыҡ шул: шәхси күҙәтеүселәргә – блогерҙарға юлламаға үҙем шәхсән ҡул ҡуйҙым. Улар ҙа байтаҡ, йөҙҙән ашыу, - тине Рәмил Рәхимов.
БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары һайлауҙарҙа сит ил күҙәтеүселәре эшләүен дә билдәләне.
– Улар кисә бик күп һайлау участкаларында булды. Барыһы ла оҡшаны. Күҙәтеүселәр билдәләүенсә, участкаларҙа эшләүселәр үҙ бурыстарын лайыҡлы үтәй. Халыҡ та һайлауға асыҡ һәм шатланып бара, тип өҫтәнеләр. Әле күҙәтеүселәр республика райондарына юлланды – ауыл участкаларына барырға теләк белдерҙеләр. Дөйөм алғанда, эш барышын улар юғары баһалай. Барыһы ла оҡшай. Сит ил күҙәтеүселәре ҡыҙыҡһынып процеста ҡатнаша, – тине Рәмил Рәхимов.
Фото: “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгенән.
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026
#ГолосМедиаСообществ2026