Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Сентября , 10:00

Йәрминкәләр ҙә гөрләй

Борай районында һайлауҙар ваҡытында йәрминкәләр ойоштороу һәйбәт традицияға әүерелгән, сөнки улар байрам мөхитен тыуҙыра, халыҡты берләштерә.

Йәрминкәләр ҙә гөрләйЙәрминкәләр ҙә гөрләй
Йәрминкәләр ҙә гөрләй

Борай районы ауылдарында урынлашҡан  һайлау участкалары  тауыш биреү, гражданлыҡ бурысыңды үтәү урынынан тыш, файҙалы, күңелле эштәр өсөн майҙан да булып тора.

Мәҫәлән, Иҫке Ҡарағош ауылында көҙгө йәрминкә ойошторолдо, ауылдаштар һайлауҙа ҡатнашып, тауыштарын биргәндән һуң аралашыу, тәмле аҙыҡ-түлек һатып алыу өсөн һатыу урынына  килә.

 Ғөмүмән, Борай районында һайлауҙар ваҡытында йәрминкәләр ойоштороу һәйбәт традицияға әүерелгән, сөнки улар байрам мөхитен тыуҙыра, халыҡты берләштерә. Ғаилә менән ваҡытты йөкмәткеле үткәреү өсөн дә бына тигән мөмкинлек ул.

 Фото: “Алға” гәзите сайтынан.

 

#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026
#ГолосМедиаСообществ2026
#БашВыбор2026

 

Йәрминкәләр ҙә гөрләй
Йәрминкәләр ҙә гөрләй
Йәрминкәләр ҙә гөрләй
Йәрминкәләр ҙә гөрләй
Йәрминкәләр ҙә гөрләй
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас