

Тауыш биреү тамамланһа ла, “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эш дауам итә - партияларҙың һайлау штабы вәкилдәре сығыш яһай.
Тәүге ҡунаҡ - “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Александр Геннадиевич Мельников.
— Һайлауҙар алдынан уҡ беҙ Йәмәғәт палатаһында башҡа партнерҙар менән килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ, бергәләп һайлау үткәреүҙең законлылығын һәм таҙалығын күҙәттек һәм, нигеҙҙә, бөтә коллегаларыбыҙ менән конструктив диалог алып барҙыҡ, – тине Александр Мельников.
Уның фекеренсә, өс көнлөк тауыш биреү республика халҡына бик уңайлы.
– Граждандар үҙҙәренә уңайлы көндө һайлай ала. Мин дә бөгөн тауыш бирҙем, – тине Александр Геннадиевич.
“Берҙәм Рәсәй” партияһының төп девизы - “Барыһы ла Еңеү өсөн”. Һәм улар был маҡсаттарына һәр саҡ тоғро. Һайлау көндәрендә лә партия вәкилдәре егеттәребеҙгә сираттағы гумконвойҙы оҙатҡан.
Фото: “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат хеҙмәтенән.
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026