

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов брифингта БР Үҙәк һайлау комиссияһына һайлау кампанияһы башланғандан алып һәм тауыш биреү көндәрендә килгән мөрәжәғәттәр һәм ялыуҙар тураһында һөйләне.
Тауыш биреү башланғанға тиклем республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына 81 мөрәжәғәт килгән. Улар башлыса мәғлүмәт биреү, аңлатыу эштәренә ҡайтып ҡалған. Граждандар кандидаттарҙы күрһәтеү һәм теркәү буйынса ҡануниәт талаптарын, тауыш биреү процедураһын аңлатыуҙы, ваҡытлыса йәшәү урыны буйынса тауыш биреүгә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе аныҡлауҙы һораған. Шулай уҡ айырым кандидаттарҙың һайлау ҡануниәтен боҙоуы хаҡында ла айырым мөрәжәғәттәр теркәлгән. Бөтә мөрәжәғәттәр буйынса ла тикшереү үткәрелгән. Һайлау ҡануниәтен боҙоуҙар билдәләнмәгән.
Тауыш биреү көндәрендә – 18, 19 һәм 20 сентябрҙә 19 мөрәжәғәт килгән.
Валерий Шахов фотоһы.
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026