Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
20 Сентября , 07:45

“Тулҡынланмау мөмкин түгел ине”, ти Румил

"Мин һайлауҙа тәү тапҡыр ҡатнаштым!"- ти буласаҡ педагог.

“Тулҡынланмау мөмкин түгел ине”, ти Румил“Тулҡынланмау мөмкин түгел ине”, ти Румил
“Тулҡынланмау мөмкин түгел ине”, ти Румил

Шаран ауылындағы 3400-се һайлау участкаһына килгән йәш һайлаусы үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Румил өсөн был ҙур ваҡиға, шатлыҡлы ла, тулҡынландырғыс та, сөнки барыһы ла тәү тапҡыр бит. Һайлау участкаһы  комиссияһы рәйесе уға бүләк тапшырҙы.

Румил Миниәхмәтов Туймазы педагогия колледжында 3-сө курста уҡый, уны тамамлағас волейбол буйынса тренер  булырға теләй. Мәктәп йылдарында волейбол секцияһында әүҙем шөғөлләнгән.

– Был минең тәүге тапҡыр һайлауға килеүем. Әлбиттә, күңелем тынғыһыҙлыҡ ҡатыш шатлыҡ тойғоһо кисерә. Ни өсөн ҡыуаныслы, сөнки  бөгөн үҙемдең конституцияла ҡаралған хоҡуғымды үтәйем һәм Тыуған илемдең яҙмышын хәл итеүҙә ҡатнашам. Минең тауышым Рәсәй өсөн мөһим һәм уның бәхетле киләсәгенә йоғонто яһаһын ине, – тине Румил Руслан улы.

Фото: “Шаранские просторы” гәзите сайтынан.

#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас