

"Һайлау-2026" Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә үткән брифингта Һайлауҙы күҙәтеү буйынса йәмәғәт штабы етәксеһе, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина, "һайлауға әлегә йомғаҡ яһарға иртәрәк, сөнки күҙәтеүселәрҙең эше дауам итә", тип билдәләне.
– Беҙ әле килеп еткән мәғлүмәтте эшкәртәбеҙ. 00.00 сәғәттә йомғаҡ яһай алырбыҙ, тип ышанам. Ғөмүмән, ялыуҙар булманы, – тип уртаҡлашты Ынйы Әхмәҙуллина
Өфө районындағы һайлау участкаһында асыҡланған фейк хәбәргә асыҡлыҡ индереп:
– Ғариза биреүсенән йәнәһе лә кешеләр һайлау комиссияһына инә алмай, ҡапҡа ябыҡ тигән хәбәр килә. Әммә был участкала күҙәтеүсе эшләне һәм ул мәғлүмәтте кире ҡаҡты, – тип уртаҡлашты республиканың Йәмәғәт штабы етәксеһе.
Шулай уҡ Ынйы Әхмәҙуллина штабтың яһалма зиһан ярҙамында эшләнгән материалдар менән осрашмауын һөйләне.
Фото: “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат хеҙмәтенән.
#ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026