

Был аҙнала Стәрлетамаҡта ҡот осҡос ваҡиға булды: “Ҡояшлы” сауҙа үҙәгендә янғын сығып, дүрт кешенең ғүмере өҙөлдө. Бөтә республика ҡайғырған саҡта, был хәлдән хайп эшләргә теләүселәр ҙә булды. Мәҫәлән, “Осторожно, новости” телеграм-каналы янғын һүндереүселәр янғынға саҡырылғандан һуң ярты сәғәт үткәс кенә килгән тигән мәғлүмәт таратты. Видеояҙмала төшөрөлгән шаһиттар раҫлауынса, әгәр улар ваҡытында килеп етһә, эҙемтәләр күпкә кәмерәк булыуы ихтимал ине.
Был дөрөҫ булмаған мәғлүмәт. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Стәрлетамаҡтағы “Ҡояшлы” сауҙа-сервис комплексында янғын тураһында хәбәр диспетчер пультына 22 сентябрҙә урындағы ваҡыт буйынса 13:26 сәғәттә килгән.
13:31 сәғәттә беренсе янғын һүндереү-ҡотҡарыу подразделениеһы килә. Ә 13: 36 сәғәттә һүндереүгә 4 ствол бирелә.Бер ниндәй ҙә ярты сәғәтлек тотҡарлыҡтар булмай. Яҡындағы янғын һүндереү часына тиклем ара ни бары бер километр. Ҡала сендә янғын тураһында хәбәр ителгәндән һуң максималь рөхсәт ителгән ваҡыт – 10 минут, һәм был осраҡта ул запас менән һаҡланған.
Мөһим мәл. Янғын һәм башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында видео төшөрөү урынына ашығыс хеҙмәттәргә шылтыратырға кәрәк. Бындай осраҡтарҙа ваҡыт күп нәмәне хәл итә.
“Новости с Останиной” телеграм-каналы Өфөләге 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының яңы тыуған сабыйҙарҙы реанимациялау бүлеге медицина хеҙмәткәрҙәренең мөрәжәғәтен тарата. Уларҙың әйтеүенсә, йыл башынан бүлексә тулыһынса эшләй алмаҫлыҡ шарттар булдырыла. Яңы тыуған сабыйҙарҙы күсмә транспортлау хеҙмәте ябылған, балаларҙы күсереү өсөн ҡаршылыҡтар барлыҡҡа килә. Хеҙмәткәрҙәр бүлексә эшләүҙән туҡтар тип ҡурҡа.
Бүлексәне ябыу тураһында ҡарар ҡабул ителмәгән. Ул штат режимында эшләй. Ысынбарлыҡ ниндәй? “Неонатология” профиле буйынса федераль ҡануниәттең яңыртылған талаптары буйынса ауыр патологиялы һәм ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарҙы өсөнсө кимәлдәге акушерлыҡ стационарҙарынан күсереү ҡағиҙәләре үҙгәргән. Хәҙер бындай балаларҙы перинаталь үҙәктәрҙән ҡәтғи күрһәтмәләр буйынса ғына күсерәләр — элеккесә ауыр балаларҙы дауалау өсөн түгел, ә махсус хирургик ярҙам өсөн.
Ошо сәбәптән бүлексәне киңәйтеүҙе ҡарайҙар. 0-дән 12 айға тиклемге балалар өсөн бүлек асырға ниәтләйҙәр. Унда яңы тыуған сабыйҙар һәм балалар өсөн реанимация, ваҡытынан алда тыуған балалар өсөн койкалар, неврология һәм реабилитация ҡаласаҡ.
Бындай структура балаларға тыуғандан алып бер йәшкә тиклем ярҙам итергә, ә үҫкәс, өҙлөкһөҙ реабилитация блогында дауаланыуҙы дауам итергә мөмкинлек бирә. Был балаларҙың инвалидлығын кәметергә ярҙам итәсәк, тәү сиратта неврологик ауырыуҙарҙан.
Бүлексәне юҡҡа сығарыу тураһында һүҙ бармай. Һүҙ балаларға ярҙам итеү киңерәк һәм арзаныраҡ булһын өсөн яңы талаптар буйынса эште үҙгәртеп ҡороу тураһында ғына.
Интернетта үҙен Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры (ошо көндәрҙә Хөкүмәт Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы булып тәғәйенләнде) Александр Шельдяевтың рәсми аккаунты итеп күрһәткән ялған телеграм-канал барлыҡҡа килде.
Бынан тыш, унда “Башнефть — Новойл” нефть эшкәртеү заводы БПЛА һөжүменән һуң эшен туҡтата тигән ялған мәғлүмәт урынлаштырылған.
Әлбиттә, был ялған! Александр Шельдяев үҙенең рәсми каналында был аккаунт фейк тип яҙҙы һәм үҙенең рәсми социаль селтәрҙәренә һылтанмалар күрһәтте.
Александр Шельдяевтың ысын телеграм-каналы 2022 йылдың майынан алып барыла. Ә ялған аккаунт яңыраҡ булдырылған. Мутлашыусылар, ышаныслыраҡ итеп күренер өсөн, рәсми биттәрҙәге яҙыуҙарҙы ҡабатлай һәм үҙ ялғанын өҫтәй.
Дошман хәлде тотороҡһоҙландырыу һәм паника сәсеү өсөн бөтә сараларҙы ла ҡуллана. Һаҡ булығыҙ. Рәсми сығанаҡтарға ғына ышанығыҙ.
Уҙған аҙнала интернетта Өфөнөң Киров районындағы 22-се мәктәптә булған хәл тураһында мәғлүмәт таратылды. Интернет-активист Даниил Алескеров мәктәп хакимиәте уҡыусыларҙы ҡурҡытҡан һәм, әгәр улар булған хәл тураһында һөйләһә, ғариза һәм иҫәпкә ҡуйыу менән янай, тип белдерә. Хәбәрҙе төбәк пабликтары алып тарата ла башланы.
Ләкин, был мәғлүмәттәр ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы мәктәптәге инцидент ысынлап та булғанын аңлатты. 8-се класс уҡыусыһы мәктәпкә үҙе менән кухня бысағын алып килә һәм уны класташтарына күрһәтә. Шул уҡ ваҡытта үҫмер бер кемгә лә янамай, хәүефле ғәмәлдәр йәки агрессив тәртип ҡылмай.
Контроль системаһы аша үткәндә металл предмет булыуы тураһында сигнал эшләй. Был юлы өҫтәмә тикшереү үткәрелмәй. Уҡытыусы хәлде күреп ҡалғас, бысаҡты шунда уҡ тартып алалар, уҡыусының әсәһен саҡыралар һәм уның менән аңлатыу әңгәмәһе үткәрәләр.
Зыян күреүселәр һәм башҡа уҡыусыларға янауҙар юҡ. Ваҡиғанан һуң мәктәпкә хоҡуҡ һаҡлаусылар саҡырыла. Әле тикшереү үткәрелә, шул иҫәптән һаҡ һәм учреждение хакимиәтенең эшмәкәрлеге ҡарала.
Шулай уҡ һаҡсылар менән өҫтәмә инструктаж үткәрәләр һәм белем биреү учреждениеларында хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә ҡарашты көсәйтеүгә айырым иғтибар бирәләр.
Яңауыл районы башлығы Салауат Ғилмиевҡа “Самосвал02” ҡушаматы аҫтындағы блогерҙың мөрәжәғәт итеүе интернет селтәрендә шау-шыу тыуҙырҙы. Ул Яңауыл дауаханаһында табиптар юҡ, педиатр өлкән кешегә “онкология” диагнозы ҡуя, ә ашығыс ярҙам Нефтекаманан ике-өс сәғәт буйы килә һәм ҡайһы берҙә барып етмәй, тип белдерә. Күп кенә медиаресурстар быны тотоп ала һәм тарата ла башлай. Улар иҫәбендә – Альберт Рәхмәтуллиндың паблигы һәм экстремистик каналдар.
Ә ысынбарлыҡта хәлдәр нисек? Блогер һөйләгән кеше бөйөр синдромы менән геморрагик биҙгәк сиренә шикләнеү менән инфекция бүлегендә ята. Алдараҡ пациентҡа ике тапҡыр юғары температура арҡаһында дауаханаға ятырға тәҡдим итәләр, әммә ул баш тарта – барыһы ла яҙма рәүештә рәсмиләштерелгән.
Онкологияға килгәндә, пациентҡа күкрәк ағзаларының рентгенында усаҡлы күләгә асыҡлана, шуның арҡаһында компьютер томографияһы тәғәйенләнә. Онкология сиренә күрһәтмәләр булмай, һүҙ кәрәкле тикшереүҙәр тураһында бара.
Педиатр тураһында һөйләгәндә, әлеге ваҡытта врач-инфекционист ялда һәм уны ҙур стажлы педиатр алмаштыра. Был табиптың тар белгес-рентгенолог сертификаты бар. Тап ул ентеклерәк тикшереү үтергә кәрәклеге тураһында әйтә. Пациентҡа бер кем дә онкология менән сирләйһең тип әйтмәй — ул “күләгә” тураһындағы мәғлүмәтте үҙе ошолай аңлай. Һуңғы диагноз бөтә тикшереүҙәрҙән һуң ғына ҡуйыласаҡ.
Хәҙер ашығыс ярҙам эше тураһында. Яңауылда ашығыс медицина ярҙамы посы эшләй, Нефтекаманан саҡырыуҙарға йөрөмәйҙәр – унда ошо зона буйынса берҙәм диспетчер бүлмәһе урынлашҡан. Юл ваҡыты ҡәтғи регламентталған һәм саҡырыуҙың ашығыслығына бәйле. 20 минут — ашығыс осраҡтар өсөн: инсульт, инфаркт, ҡан китеү, аң юғалтыу, бала табыу, юл-транспорт ваҡиғалары. Туранан-тура ғүмергә хәүеф янамағанда 120 минутҡа тиклем килергә тейеш.
Блогер Эмиль Мәхмүтйәнов, район башлығының исемен интернеттан табып алһа ла, үҙе Өфөлә йәшәй. Күрәһең, пациентты дауаханаға һалыуҙың бөтә шарттарын һәм Яңауылда ашығыс ярҙам эше тураһында бөтөнләй белмәй. Былар барыһы ла уға ялған мәғлүмәт таратырға ҡамасауламай.