Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
11 Октября , 15:30

Башҡортостанда чума сире юҡ!

Ә БПЛА һөжүмен төшөргәндәргә яуаплылыҡ ҡаралған. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда чума сире юҡ!Башҡортостанда чума сире юҡ!
Башҡортостанда чума сире юҡ!

Интернетта “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәренең фотоһүрәттәрен, материалдарын һәм шәхси мәғлүмәттәрен файҙаланған билдәһеҙ сайт барлыҡҡа килде. Шул иҫәптән ресурста журналист Айгөл Кантюкова исеменән ялған мәҡәләләр урынлаштырыла. “Фактчекинг по-башкирски” каналы ысынбарлыҡты асыҡланы.

Шуныһы ҡыҙыҡ, журналист үҙе әлеге ваҡытта декрет ялында һәм эшләмәй.“Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының был сайтҡа бер ниндәй ҙә ҡағылышы юҡ.Телерадиокомпанияуның ойоштороусыһы, партнеры йәки мәғлүмәт менән тәьмин итеүсеһе түгел.Шуғакүрә был ресурстағы баҫмалар Айгөл Кантюковаға һәм компанияға ҡағылмай.

Домен аноним хужаға теркәлгән. Шәхси мәғлүмәттәр урынына Withheld for Privacy компанияһы мәғлүмәттәре күрһәтелгән. Был компанияны йыш ҡына төрлө интернет-алдаусылар үҙ мәғлүмәттәрен йәшереү өсөн ҡуллана. Бындай баҫмаларға ышанмағыҙ һәм рәсми сығанаҡтар буйынса мәғлүмәтте тикшерегеҙ. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының рәсми сайты: https://gtrkrb.ru.

Һуңғы ваҡытта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев исеменән ялған баҫтырыу осраҡтары күбәйҙе тип хәбәр иткәйнек. Был эшмәкәрлек уҙған аҙнала ла дауам итте. Башҡортостан социаль селтәрҙәрендә һәм ҡайһы бер пабликтарҙа уның исеменән сираттағы ялған таратылды.Был юлыялғанаккаунтавторҙарыИркутскиҙанчумаменәнсирләгән дүртпассажир килеүе тураһында тарихуйлап тапҡан. Баҫылғанфейк-видеолашулай уҡ Иркутскиҙан килгәндәрҙең барыһы өсөн дә өйҙәге карантин һәм республикала сикләүҙәрҙе көсәйтеү тураһында белдерелә.

Башҡортостанда“чумасире”юҡ. Иң мөһиме – видеояҙма Александр Шельдяев тарафынан баҫтырылмаған.Был – Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы исеменән уйлап сығарылған хәбәрҙәрҙе таратыу өсөн быға тиклем дә ҡулланылған ялған аккаунт.Хәҙеравторҙарбыл схеманы үҫтереүҙе дауам итә, чиновниктың реаль белдереүҙәрен провокацион члғандар менән алмаштыра.

Был юлы иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн әлеге ваҡытта йәмҫғиәттә еңел генә паника тыуҙырыусы тема һайлана. Әммә яңғырауыҡлы исем һәм медицина формаһындағы кеше төшөрөлгән видео уйлап сығарыуҙы дөрөҫлөккә әйләндермәй. Бындай хәбәрҙәрҙе бер-берегеҙгә ебәрмәгеҙ. Мәғлүмәтте рәсми сығанаҡтарҙан тикшерегеҙ. Һәм тағы ла бер тапҡыр Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяевтың ысын канаплына һылтанма ҡалдырабыҙ: https://t.me/ansheldyaev.

8 октябрҙә республикаға пилотһыҙ аппараттар һөжүме хәүефе иғлан ителде. Күп тә үтеп өлгөрмәне интернетта Башҡортостанда БПЛА-ға бәйле хәл тураһында скриншот таратыла башланы. Баҫмала бәреп төшөрөлгән 34 пилотһыҙ аппарат тураһында әйтелә һәм республика башлығы Радий Хәбировтың комментарийы килтерелә.

Ысынында, был иҫке комментарий. Радий Хәбировтың һүрәттәге комментарийы 14 июлдә үк баҫылып сыҡҡан. 8 октябрҙә Башҡортостан Башлығының бындай мәғлүмәттәр менән бер ниндәй ҙә рәсми белдереүҙәре булманы. Күрәһең, дошман таныш схема буйынса эшләргә тырыша: иҫке баҫманы алырға, контексты үҙгәртергә һәм уны урындағы каналдар аша таратырға, мәғлүмәт шауҡымы тыуҙырырға һәм кешеләрҙе ҡурҡытырға. Бындай ялғандарға ышанмағыҙ Әгәр яңылыҡ ысынлап та бөгөн булған икән, уны рәсми сығанаҡтарҙан эҙләгеҙ, ә бер нисә айҙан һуң кемдер көтмәгәндә алырға ҡарар иткән скриншоттан түгел.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда БПЛА һөжүмдәре һәм уларҙың эҙемтәләре тураһында мәғлүмәт баҫтырған өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған. Атап әйткәндә, пилотһыҙ аппараттың һөжүм итеү йәки ҡолап төшөү урынын, уның осоу траекторияһын, зыян күреү характерын һәм башҡа шундай мәғлүмәттәрҙе билдәләү өсөн фото һәм видео таратыу тыйыла.

Тыйыуҙы боҙған өсөн штраф ҡаралған: граждандар өсөн – 3-5 мең һум; вазифалы кешеләр өсөн – 10 меңдән 30 мең һумға тиклем; ойошмалар өсөн – 100-500 мең һум.

Шул уҡ ваҡытта һөжүм тураһында алдан уҡ ялған мәғлүмәт баҫтырыу федераль ҡануниәт буйынса яуаплылыҡҡа тарттырырға мөмкин булған айырым мәсьәлә булып тора.

Уҙған аҙнала сит ил агенттары һәм дошман каналдарында Әбйәлил районы хәрби комиссары ҡатнашлығында ролик таратылды. Видеояҙмала ике ҡатын ғаиләләренең тағы бер ағзаһын Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә мәжбүр итеүҙәре хаҡында хәбәр итә. Шулай уҡ баҫма авторҙары видеоға эләккән хәрби комиссарҙың хәрби хеҙмәткә ҡағылышы юҡ тип белдерә.

Ысынбарлыҡ ниндәй? Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Илмир М. Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөү өсөн Әбйәлил районының хәрби комиссариатына үҙе мөрәжәғәт итә. “Фактчекинг по-башкирски” каналы хәбәр итеүенсә, уларҙың редакцияһында Илмирҙың контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтергә теләүен раҫлаған видеояҙма бар.

Райондың хәрби комиссарының хәрби хеҙмәткә ҡағылышы юҡ тигән раҫлау ҙа ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Андрей Илларионов Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 2022 йылдың сентябрендә уны мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡыралар. 2022 йылдың декабренән 2025 йылдың майына тиклем ул махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Хәрби хәрәкәттәр ветераны танытмаһы һәм дәүләт наградалары бар.

 

Автор:Альфия Мингалиева