

Был аҙнала ла Башҡортостанда бихисап ялған мәғлүмәт баҫылды. Темалар ҡабатлана – республикала тағун (чума) тарала, халыҡтан МХО өсөн аҡса йыйҙыралар һәм башҡалар. Һуңғы аҙналарҙағы кеүек, был көндәрҙә лә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев исеменән алдаҡ мәғлүмәт ебәреү ҡабатланды. Һәр саҡтағыса уларҙы “Фактчекинг по-башкирски” каналы тикшерҙе һәм дөрөҫлөктө еткерә.
Шулай республика буйлап әүҙем рәүештә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған ялған документ таратыла. Унда дәүләт хеҙмәткәрҙәренең даими рәүештә чуманан ПЦР-тест тапшырырға тейешлеге тураһында әйтелә. Шул уҡ ваҡытта бер хеҙмәткәргә тикшереүҙе бюджеттан түләргә вәғәҙә итһәләр, ә башҡаларға уның өсөн үҙаллы түләргә тәҡдим итәләр. Тиҫкәре һөҙөмтәле тест булмаһа, хеҙмәт хаҡын һаҡламайынса эштән ситләтеү янай.
Был – ялған. Указдың датаһы һәм номеры рәсми сығанаҡтарҙа табылмаған. Документты республика Башлығы исеменән ебәреп һәм рәсми рәүештә биҙәп, ысын тип күрһәтергә маташалар. Ғөмүмән, тағун эпидемияһы янауы тураһында ялғанды таратырға тырышыуҙар бөтә ил буйлап теркәлә, уны дошман боттары тарата.
Рәсми документ кеүек күренгән бөтә нәмәгә лә ышанмағыҙ. Тәүге сығанаҡтарҙағы мәғлүмәтте тикшерегеҙ һәм ялған таратмағыҙ.
Үрҙә телгә алғанса, әле һаман Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев исеменән ялған хәбәр ебәрәләр. Бының өсөн дошмандар даими рәүештә яңы канал булдыра, унда чиновниктың фотоһын ҡуя, ялған менән бергә рәсми мәғлүмәттәрҙе лә урынлаштыра. Һәм ныҡлап тикшереп тормаған кеше өсөн унан килгән теләһә ниндәй мәғлүмәт тә ысынбарлыҡ кеүек күренә башлай.
Был юлы телеграм-каналда Александр Шельдяевтың хәйриә фонды МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн 12 миллион һумдан ашыу аҡса йыйған тигән мәғлүмәт барлыҡҡа килде. Ышаныслылыҡ өсөн мутлашыусылар ялған телеграм-канал һәм хатта аҡса йыйыу өсөн айырым сайт булдыра. Аватаркала Шельдяевтың ысын каналындағы кеүек үк фотоһүрәт бар.
Әлбиттә, был - ялған. Александр Шельдяевтың бер ниндәй ҙә хәйриә фонды юҡ. Быны Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы үҙе инҡар итте.
"Енәйәтселәр минең исемемдән дөрөҫ булмаған мәғлүмәт таратыуҙы дауам итә. Атап әйткәндә, минең исемдән хәйриә фонды булдырыу тураһындағы һуңғы мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Бик иғтибарлы булыуығыҙҙы һорайым! Бер ниндәй осраҡта ла бындай мөрәжәғәттәр буйынса аҡса күсермәгеҙ! Бындай хәбәрҙәр артында мутлашыусылар тороуы ихтимал”, – тип белдерҙе ул.
Шикле баҫмаларға ышанмағыҙ, шикле һылтанмалар аша үтмәгеҙ һәм тикшерелмәгән мәғлүмәтте таратмағыҙ. Бер ниндәй осраҡта ла аҡса күсермәгеҙ.
Интернетта Рәсәй банкының биҙәлешен күсергән сайт барлыҡҡа килде. Унда Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк бүлексәһе идарасыһы Марат Кашаповтың интервьюһы баҫылып сыҡҡан.
Баҫмала раҫлауҙарынса, Башҡортостанда 1000 һумлыҡ ялған купюралар һаны ҡырҡа артҡан. Уҡыусыларҙы бындай банкноттарҙы 2026 йылдың 31 октябренә тиклем алмаштырырға саҡыралар.
Әммә Башҡортостан буйынса Милли банкта был ресурстың уларға ҡағылышы юҡлығын раҫланылар. Рәсәй банкының рәсми сайты — https://cbr.ru/
Рәсми ресурстарҙы күсергән сайттарға ышанмағыҙ һәм бындай хәбәрҙәрҙе тәүге сығанаҡтар буйынса тикшерегеҙ.
Өфөлә 59 йәшлек ир мутлашыусылар ҡорбаны булған һәм дүрт миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан. Барыһы ла ир әсәһен “Дәүләт хеҙмәттәре” аша табипҡа яҙҙырыуҙан башлана. Аккаунттан сығыуы була, уға шунда уҡ мессенджерҙа дөйөм йорт чатына тоташыу тураһында белдереү килә. Ир ризалаша һәм ҡушыла. Артабан “йорт буйынса өлкән” кешегә ебәрергә кәрәк булған һандар йыйылмаһы менән хәбәр килә. Ир уны ла ебәрә, әммә яуап итеп мыҫҡыллы агрессив хәбәр ала. Артабан уның “Дәүләт хеҙмәттәре”нә инергә маташыуҙары тураһында белдереү килә. Ҡурҡып, күрһәтелгән номерға шылтырата.
Шылтыратыуға “Роскомнадзор”ҙың ялған хеҙмәткәре яуап бирә, ул уны тыңлай һәм “Үҙәк банк”ка күсерә. Унда уның исеменән ирҙең бөтә иҫәптәре менән идара итеү өсөн билдәһеҙ кешегә ышаныс ҡағыҙы бирелеүе тураһында хәбәр итәләр. “Хәүефһеҙлек” маҡсатында уға яңы телефон һатып алырға ҡушалар. Ир һатып алған. Һуңынан иҫәбенән өс миллион һумын ала, һәм “белгестәргә” күсерә. Улар бының менән генә туҡтап ҡалмай. Уға бер миллионға кредит бирелгән тип хәбәр итәләр. Уны "юҡ итеү" өсөн аҡсаны кире ҡайтарырға кәрәк, тиҙәр. Аҡсаһы булмағас, пенсионер бүлмәһен һата. Был аҡса ла мутлашыусыларға китә.
Ул “белгестәр” бәйләнешкә сыҡмай башлағас ҡына алданғанын аңлай.
Полиция иҫкәртә: әгәр һеҙгә “Үҙәк банк”, “ФСБ” йәки “Роскомнадзор”ҙан шылтыратып, аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсереүҙе, күсемһеҙ милекте һатыуҙы йәки кредитты рәсмиләштереүҙе талап итәләр икән, был — мутлашыусылар. Дәүләт органдарының ысын хеҙмәткәрҙәре бындай талаптар менән бер ҡасан да шылтыратмай. Шунда уҡ трубканы һалығыҙ. Шикле һылтанмалар аша үтмәгеҙ, хатта улар таныш кешенән йәки дөйөм йорт чаттарынан белдереүҙәр кеүек күренһә лә.