Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
30 Апрель 2019, 17:55

Аксиомамы?

1900 йылда Шушенскоенан һөргөндән ҡайтҡан Владимир Ульянов сит илгә сығып китә. Ни өсөн? Ә бит ул осор Рәсәйҙә репрессия-фәлән юҡ.

1900 йылда Шушенскоенан һөргөндән ҡайтҡан Владимир Ульянов сит илгә сығып китә. Ни өсөн? Ә бит ул осор Рәсәйҙә репрессия-фәлән юҡ.


Тарихсылар быны “Искра” гәзитен ойоштороу зарурлығы менән аңлата. Ә ни өсөн мотлаҡ сит илдә ойошторола һуң ул гәзит, ни өсөн үҙебеҙҙә түгел? Юғиһә ҡыйынлыҡ менән Рәсәйҙә материал тупла, уны сик аша алып сыҡ, аҙаҡ әҙер гәзитте шул уҡ ауырлыҡтар менән Рәсәйгә алып ин.


Лениндың, тимәк, маҡсаты бүтән. Рәсәй, күрәһең, бик үк ҡыҙыҡтырмай уны. Яңы быуаттың Марксы булғыһы килә. Бөтә донъя социалистик хәрәкәтенең лидеры, теоретигы булыу перспективаһы ҡыҙыҡтыра. Эмиграцияла 17 йыл йәшәү дәүерен ул башлыса швед, немец, француз социалистары менән бәхәс алып барыуға бағышлай. Шул осорҙа яҙған мәҡәләләрендә Рәсәй “пролетар хәрәкәте” хаҡында бер һүҙ ҙә юҡ.


Әммә Ильич, эмиграцияла саҡта, теоретик-социалист ҡына булыуҙың донъялағы революция хәрәкәте идеологияһы өсөн бик үк ҙур ҡаҙаныш һәм фигура түгеллегенә төшөнә. Тимәк, уға Рәсәй социалистары лидеры тигән исемде яуларға кәрәк әле. Ә ниңә? Ойошма ғәләмәтен әтмәләү мөмкиндер ул?!


Ленин “Искра” тирәһенә туғандарын, һең­ле-ҡустыларын туплауға тотона. “Искра” үҙәк комитетын Г.М. Кржижановский етәкләй, уның урынбаҫары – Мария Ульянова, комитет ағзаһы – Дмитрий Ульянов. Шулай итеп, ағаларына кәрәк булғас, ғаилә ағза­лары Рәсәйҙә социалистар партияһы ойоштора. ”Искра” үҙәк комитеты Рәсәй ҡала­ларында ул саҡта эшләп килгән социал-демократтар менән бәйләнешкә инергә мәжбүр була.


“Искра”сыларҙың төп бурысы – социал-демократтарҙы Ленин платформаһына яраҡ­лаштырып, съезд әҙерләү. Күптән үк эшләп килгән төбәк революцион ойошмаларҙы ҡулға төшөрөү. Быны башҡарыуға “Искра” гәзите лә эшкә егелә. Уны Александрия аша Херсонға ташыйҙар. Әммә В.И. Ульянов Рәсәйҙә революция ойошторорға йыйынмай. Маҡсаты хаҡында алдараҡ әйтелде инде

Швейцарияла ул Сешерон ҡалаһында йәшәй. Айырым йорт. Бер нисә бүлмәле. Ульяновтарҙың көнкүреше профессор Маркстыҡынан кәм түгел. Әйләнә-тирәлә буржуаз мөхит. Ульяновтың шул осор яҙмаларында Рәсәйҙә революция яһау тураһында бер һүҙ ҙә юҡ. (Уҡығыҙ: “Что делать?” (1902), “Шаг вперед, два шага назад” (1904) һ.б.). Ул РСДРП-ның ойоштороу съезы менән мәшғүл. Европа алдында РСДРП етәксеһе ролендә сығыш яһамаҡсы.


РСДРП-ның 1903 йылдың 17 июнендә уҙға­рылған съезында эмигранттар ғына ҡатнаша. Араларында – Плеханов, Мартов. Илдән-илгә күсеп уҙғарылған съезд (Женева, Брюссель, Лондон. Йәмғеһе 31 ултырыш) бик күп матди сығымдар талап итә. Ульянов миллионер-сәнәғәтсе Савва Морозовтан ошо сығымдар өсөн 10 мең һум аҡса һорап ала.


Шулай итеп, Рәсәйҙең марксистик партия­һы сит илдә ойоша. ВИЛ, бик ҙур көс һәм тырышлыҡ һалып, уның етәксеһе булараҡ танылыуға өлгәшә.


III съезд 1905 йылдың апрелендә уҙғары­ла. Ульяновҡа хәҙер Европа социалистары Бернштейн, Каутский менән алышҡа инергә һәм үҙен яңы Маркс тип таныуҙарына өлгә­шергә кәрәк. Әйткәндәй, буласаҡ юлбашсы сит телдәрҙе насар белә. Мәҡәләләрен Инесса Арманд менән Александра Коллонтай сит телдәргә тәржемә итә. Ғөмүмән, Ильич – ҡатын-ҡыҙ ярҙамын файҙаланыу оҫта­һы: һеңлеләре, әсәһе, ҡәйнәһе, ҡатыны, Раевич, Землячка һәр ваҡыт уның янында.


Европала (17 йыл!) танылыу яулауға көс һалған арала ВИЛ Рәсәйҙә барған ва­ҡиға­ларҙы бөтөнләй күҙҙән ысҡындыра. 1905 йылғы революция РСДРП-нан тыш ойошторола. Тимәк, революцияның герой­ҙары ла бүтән кешеләр. Эмигранттар Рәсәй­ҙә барған ваҡиғалар хаҡында хәбәрҙар түгел.


1917 йылғы революция хаҡындағы хәбәр Ульянов өсөн көтөлмәгән яңылыҡ. А.М. Кол­лонтайға яҙған хатында ВИЛ ошолай ти:

“Дорогая А.М.!


Получили правительственные телеграммы о революции 1.(14).03.17 в Питере. Неделя кровавых битв рабочих, и Милюков +Гучков+ Керенский у власти. По “старому” европейскому шаблону... Главное теперь – печать, организация рабочих в революционно-демократическую партию. Мы создадим (мин һыҙҙым – Т.Ғ.) свою особую партию и обязательно соединим легальную работу с нелегальной...”


Тимәк, Ильичтың үҙенең таныуынса, асылда Рәсәйҙә большевиктар партияһы 1917 йылда ойошмаған булып сыға. Тимәк, революцияны ла бүтән көстәр, үҙаллы Рәсәй подпольеһы яһаған...


Эйе, Лениндың бөйөк эшмәкәрлеге 1917 йылдың мартында Белорус вокзалындағы броневиктан башлана, тиергә лә мөмкин. Уға тиклем ул ситтә йәшәй. Омнибусҡа ултырып, Лондон китапханаһына йөрөй, революция теорияһының атаһы Маркстың юлын дауам итеү һәм шул юлда теоретик хеҙмәттәр менән танышыуға күп ваҡытын бүлә.


...Революцияны ни өсөндөр берәүҙәр елкәһендә күтәрә, икенселәр лидерлыҡ данына сума... Аксиома (?)...
Читайте нас: