Тәбиғәт тә тынғы тапмай...
Район үҙәгенә бер килгәнемдә Ғилман ағай Сәфәрғәлин (ул осорҙа мәҙәниәт бүлеге начальнигы булып эшләй ине) миңә: “Ҡустым, Бөрйән тураһында йыр юҡ, тиҙерәк шиғыр яҙ ҙа, композитор Айрат Ҡобағошовҡа алып барып күрһәт, ул көйҙө һәйбәт яҙа”, – тине, үҙенең теләк-үтенесен белдереп. Ошо ваҡыттан һуң оло Баҙалы, бөркөтлө Мәсеме, Аҡбейеге, Әүҙектеһе, йәнгә сихәт биргән Ағиҙеле, Үҙәне, бөтә донъяға билдәле Шүлгәне булған хозур төйәккә нисек итеп шиғыр яҙырға оҙаҡ ҡына уйланып йөрөнөм.
Көйҙәре халыҡсан да, танһыҡ та...
Бер йыл тигәндә “Бөрйәнем” шиғыры яҙылды. Ул шиғырҙа мин әле әйтеп үткән оло илдең хозурлығын, уңған халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен, йолаларын сағылдыра алдыммы-юҡмы, уныһын уҡыусы үҙе әйтер. Ғилман ағайҙың кәңәше буйынса, юл төшөп, Өфөгә килгәнемдә композитор Айрат Ҡобағошовҡа “Бөрйәнем” шиғырын күрһәттем. Ул ваҡыты юҡлыҡҡа һылтанды. Әмәлгә ҡалғандай, шул көндә миңә сәнғәт институтының ятағында йәшәгән яҡташыбыҙ, талантлы йәш композитор Ғәзиз Дәүләтбирҙин менән осрашырға насип булды. Теге шиғырҙы уға уҡып ишеттерҙем. Оҡшаны буғай, маҡтап-маҡтап үҙенә алып ҡалды.
Күп тә үтмәгәндер, “Бөрйәнем” йыры радионан, телевизорҙан йыш яңғырай башланы. Һөйөнсө һораусылар ҙа булды. Баҡһаң, был йырҙы гәлсәр тауышлы Бөрйән һандуғасы — Резеда Әминева йырлай икән. Шул көндән Ғәзиз Дәүләтбирҙин менән беҙҙең арала ижади дуҫлыҡ күпере һалынды. Ҡайһы саҡ йылына өс-дүрт тапҡыр осрашып, аралашып торҙоҡ. Институт ятағында йәшәгәндә лә Ғәзиздең бүлмәһенән кеше өҙөлмәне. Ҡәләмдәштәре, ҡәрҙәштәре һәм яҡташтарына, килгән-киткәнгә алсаҡ, киң күңелле, ҡунаҡсыл булды. Ул ғаиләһе менән байтаҡ йылдар ятаҡта йәшәне. Һуңынан Матбуғат йортона ҡаршы йәшәгән яҙыусы Ғәзим Шафиҡовтың (улар яңы йорт алып, икенсе урынға күсә) өс бүлмәле фатирына күсенделәр.
Ғәзиз өйлө булғас, шатлығының сиге булманы. Исмаһам, мин дә әҙәмсә, рәхәтләнеп, иркен өйҙә йәшәрмен, ижад итермен, тигәйне миңә бер килгәндә. Ғәзиз менән Өфө урамдарын әллә күпме айҡап, серләшеп йөрөгән саҡтарым һаман хәтерҙә. Уның менән оҙон төн буйы бер-беребеҙҙең ижады хаҡында ҡыҙыҡһынып һөйләшкәнебеҙ күп булды.
Ул фортепианола, баянда моңло, оҫта итеп уйнай ине. Бигерәк тә мин унан яҡташ шағирәләр Һәҙиә Фәтҡуллинаның һүҙҙәренә яҙылған “Көртмәле”, “Өләсәйем”, Мәҙинә Йәғәфәрованың һүҙҙәренә “Бөрйәнем”, шағирҙар Самат Ғәбиҙуллиндың “Һағындым шулай”, Инсур Йәһүҙиндең “Йөрәгеңдә ҡалам яратып”, Мәүлит Ямалетдиновтың “Күңелемде биләп алдың”, “Балан”, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Назар Нәжмиҙең “Һыу һибегеҙ гөлдәргә”, Рауил Бикбаевтың “Ике йондоҙ” кеүек һәм башҡа бик күп лирик йырҙарын баянда уйнатып, күңел биреп тыңлай торғайным.
Ғәзиз яҙған, ижад иткән көйҙәр халыҡсан да, танһыҡ та, сөнки ул үҙенә талапсан, талантлы композитор ине. Уның ижад иткән сағыу биҙәкле, киң диапазонлы, аһәңле, йән арбар моңло көйҙәрен сәхнә йондоҙҙарынан Башҡортостандың халыҡ, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы Нажия Аллаярова, Башҡортостандың халыҡ артистары Илфаҡ Смаков, Вахит Хызыров, Тәнзилә Үҙәнбаева, Фәнүнә Сиражетдинова, Роза Аҡкучукова, Фәнәүи Сәлихов, Шамил Хәмәҙинуров, Әлфиә Юлсурина, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Резеда Әминева, Харис Шәрипов, йәш йырсыларҙан Әлфиә Кәлимуллина, Райман Ишбаев, Силәбе филармонияһынан Ғафуан Фазуллин кеүек профессиональ һәм байтаҡ һәүәҫкәр йырсылар яратып башҡара.
Композитор Ғәзиз Дәүләтбирҙин ҙур күләмле әҫәрҙән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев поэмаһы буйынса “Мәңгелек мәл” тип аталған ораторияһын да яҙҙы. Һуңғы йылдарҙа уның фортепиано өсөн яҙған сонатаһы, төрлө музыка ҡоралдарына пьесалар, романстар, хор әҫәрҙәре концерт залдарында йыш яңғырай. Был уның сағыу талантының төрлө яҡлап асылып, күҙгә күренеп сәскә атыуы тураһында һөйләй.
Ғәзиз Дәүләтбирҙин республикала, һис һүҙһеҙ, киң билдәле композитор. Йырҙарындағы халыҡсанлыҡ, аһәңлек, күҙ яуын алыр йәйғорҙоң ете төҫөләй сағыу буяуҙар менән туҡылған һәм үҙенсәлекле бай лирикаһы менән күңелдәрҙе арбай, йөрәктәргә үтеп инә. Ана шуға ла инде уның йырҙары һәр кемдең күңеленә сикһеҙ яҡын. Уның “Һағындым шулай” исемле йыйынтығында моң эйәһе һандуғасты көнләштерерҙәй йырҙары бихисап. Йыр һөйөүселәр өсөн ул хеҙмәт оло бүләк булып тора.
Хәйер, уның ҡатыны Флүзә ханым да моңға ғашиҡ. Уның телеңде йоторлоҡ итеп әҙерләгән шифалы эсемлеге – буҙаһы ни тора! Ни тиһәң дә, ул данлы Учалы районының Яңы Байрамғол ауылынан. Улар икеһе лә татыу ғүмер кисереп, ҡыҙҙары Әлфиә менән улдары Иреккә төплө белем алырға ярҙам итеп, тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар. Үкенескә ҡаршы, Ғәзиз ҡыҙы Әлфиәнең туйын күрә алманы...
Оҙаҡ йылдар Ғәзиз миңә “ҡустым” тип, Флүзә ханым “ҡәйнеш” тип өндәште. Беҙ тәү тапҡыр осрашҡанда, ниңәлер быуындар бәйләнешен, йәштәребеҙҙе лә бер-беребеҙгә әйтмәгәнбеҙ. Шулай бер мәл шәжәрә, нәҫел-нәсәпте тикшереп ҡарағас, Ғәзиз “ағай” миңә – ҡусты (ул минән бер йәшкә кесе), Флүзә “еңгәй” килен булып сыҡты. Үҙебеҙҙең хатаға бер аҙ үкенеп тә, көлөшөп тә алдыҡ.
Талантлы композитор Ғәзиз Сәлих улы Дәүләтбирҙин хаҡында “Таң”, ”Йәшлек” гәзиттәрендә лә яҙып сыҡтым. Ул күп яҡлы талант ине. Ғәзиз мәктәп йылдарынан шиғырҙар яҙа. Карикатура, һүрәттәрҙе оҫта төшөрә. Унда пародия, юмор һәләте лә көслө булды. Эй, был ғүмерҙең ҡыҫҡалығы.... Ваҡыттың аяуһыҙлығы, бер кемде лә ситләп үтмәй. Бер ни ҙә мәңгелек түгел шул. Ағас та, таш та бер көн килеп саң-туҙанға әйләнә. Тик тормошта быуындар бәйләнеше генә йәшәүен дауам итә. Ғәзиз! Быйыл һиңә 68 йәш тулыр ине. Аяуһыҙ сир һине мандытманы. Ижадыңдың сәскә атҡан мәлендә яҡты донъяны ташлап киттең. Туған халҡыңа, моң һөйөүселәргә халыҡсан, әммә күңелдәрҙе арбар лирик йырҙарың, башҡорт сәнғәтендә яҡты эҙең ҡалды.
Яҙ. Әллә ниңә көндәр болоҡһоу. Бер көн аяҙ торһа, икенсе көн ямғыр һибәләй, әйтерһең, тәбиғәт тә һине юҡһынып, тынғы тапмай. Һуңғы тапҡыр, Ғәзиз, һинең менән татлы хыялдарға сумып, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырғайныҡ. Эх, шул минуттарҙы һағынам да, һине юҡһынам да...