Милли сәхнәлә үҙ юлын тапҡан, үҙенсәлекле композициялары менән күңелдәрҙе арбаған, кешеләргә шатлыҡ өләшкән, һәр ерҙә лә шығырым зал тултырып тамашасы йыйған тырыш яҡташыбыҙҙы тыуған көнө менән ысын йөрәктән ҡотлайбыҙ! Ижади эшмәкәрлегендә тау-тау уңыштар, шәхси тормошонда бәхет, именлек, һаулыҡ теләйбеҙ.
Артабан да шулай көләс йөҙлө, ихлас, ябай башҡорт улы булып ҡал, Радик!