Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
22 Май 2019, 13:03

Һәйкәлгә лайыҡ шәхестәр бар

Ҡобағош сәсән нәҫеленән.

Ҡобағош сәсән нәҫеленән.


Башҡорт мәғарифы һәм фәне өлкәһендә ҙур абруй ҡаҙанған билдәле йәмәғәт эшмәкәре һәм педагог, профессор Әхмәр Мөхәмәтдин улы Аҙнабаев Учалы районының Ҡобағош ауылында тыуған. Хәҙерге Белорет ҡалаһынан 20 саҡрым самаһы көньяҡтараҡ урынлашҡан был ауылдың нигеҙе, легенда һәм тарихи риүәйәттәргә ҡарағанда, XVI быуаттың тәүге яртыһында башҡорт халҡының сәсәне һәм данлыҡлы батыры, Мең ырыуы башлығы Ҡобағош тарафынан һалынған, һуңыраҡ үҙҙәрен сәсән һәм батыр итеп танытыр Ҡарас менән Килдештең нәҫел ептәре Ҡобағош сәсәнгә барып тоташыуы ла осраҡлы түгелдер.


Кире сигенергә юл юҡ


Күрәһең, гендар кимәлендә быуындан-быуынға тапшырыла килгән изге ҡан эҙһеҙ генә юғал­май. Башҡорт халҡының мәшһүр йырсыһы Абдулла Солтановтың, йәшләй генә донъянан китеп барған күренекле ғалим, әҙәбиәт белгесе Марат Минһажет­динов­тың һәм педагог-ғалим Әхмәр Аҙнабаевтың да ошо ауылдан сығыуы – быға асыҡ миҫал.
Яҙмыш уны бер ҙә аямай. Туғыҙ айлыҡ сағында әсәһенән ҡала. Байтаҡ йылдар үгәй инәй ҡулында үҫә. Өҫтәүенә һуғыш касафаттары. Аслыҡ, фәҡирлек... I класҡа ла унынсы йәше менән киткәс кенә бара ул. Зирәк үҫ­мерҙең белемгә ынтылышы уҡытыусылары иғтибарынан ситтә ҡал­май. Шуға ла, үҙҙәрендә дүрт йыллыҡ баш­ланғыс мәктәпте та­мамлағас, уны күрше Ҡаҙаҡҡол ауылының ете йыллыҡ мәктә­бендә уҡыуын дауам итергә тәҡдим итәләр. Тормошоноң был осорон ғалим әле лә һағыш менән иҫкә ала: “Атайым бөтмәҫ-төкәнмәҫ булып тойолған һуғыш­та... Өләсәйемә рәхмәт. Ул булмаһа, тормо­шомдоң арта­банғы яҙмышын күҙ алдына ла килтерә алмаҫ инем”.
Алты саҡрымда ятҡан Ҡаҙаҡ­ҡол ете йыллыҡ мәктәбенә йөрөп уҡырға тура килә. Был йылдар үҫмер өсөн үҫеү, белем алыу осоро ғына түгел, физик яҡтан сы­ны­ғыу йылдары ла. Был мәктәпте ул 1950 йылда “бишле” билдә­лә­ренә генә тамамлай. Тәүге еңеү... Шатлыҡлы кисе­реш­тәр, артабан да уҡыуын дауам итеү теләге менән янған егеткә көтмәгәндә тор­мош тағы ла бер һынау ҡуя. Яман кешеләрҙең хөсөт һәм мәкере арҡаһында атаһын төр­мәгә ултыртып ҡуялар. Ҡоба­ғош­тан 12 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Мин­дәк ауылында урта мәктәп бар ҙа ул барлыҡҡа, тик унда түләп уҡырға кәрәк. Шуға ла егет, өләсәһе менән аҙ-маҙ аҡса йыйнап, Белорет педучили­щеһына юл тота.
Эпос батырҙары кеүек, сәңгел­дәктән үк төрлө һынауҙарға дусар ителеп үҫкән егет ят мөхиткә тиҙ генә берегеп китә. Ҡабул итеү имтихандарының дүртеһен дә “биш”ле билдәләренә тапшыра. Егет тәүге көндәрҙән үк тырышып уҡыуҙы, йә­мәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Бәләкәйҙән эшкә өйрә­телеп үҫкән кешегә был ҙур ҡыйын­лыҡтар тыу­ҙырмай. Тырышлыҡ бушҡа китмәй, һөҙөмтәһе – ҡыҙыл диплом.
Ҡыҙыл диплом шул йылда уҡ вузға инергә хоҡуҡ бирһә лә, егет­тә үҙен етди эштә һынап ҡарау теләге уяна. Бында, күрәһең, Өфөгә барыр алдынан өҫ-башты рәтләп алыу теләге лә өҫтөнлөк иткәндер. Бер йыл Яңы Байрам­ғол мәктәбендә уңышлы ғына эшләгәс, Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетына документтарын тапшыра.
Тик август аҙаҡтарында уҡырға тип кил­гән егет үҙенең фами­лия­һын ҡабул ителгән студенттарҙың исемлегендә таба алмай. Күреүсе лә, белеүсе лә, ул ғына ла түгел, егеттең хәленә инеүсе лә булмай. Оҙаҡ ҡына ҡыйыша торғас, мең бә­лә менән ректорҙың үҙенә инеүгә өлгәшә.
Ректор уны: “Ниңә һин тарихсы һөнә­рен һайларға булдың? Тарих факультетында башҡорттарға нечего делать! Беҙ һеҙҙең өсөн баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте һөнәре буйынса яңы төркөм астыҡ. Доку­менттарың шунда, бар, ҡабул итерҙәр”, – тип һүҙен тамамлай. Дәғүә­ләшеүҙең файҙаһыҙ икән­леген һиҙгән егет, ни эшләһен, фи­лология факультетының баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлегенә барырға мәжбүр була.
Институтҡа 1957 йылда Баш­ҡорт дәү­ләт университеты статусы бирелә. Егет бик тырышып уҡый, йәмәғәт эштә­рендә лә, спортта ла әүҙем ҡатнаша. Тырышлыҡ бушҡа китмәй, университетты ла ҡыҙыл дипломға тамамлай. Шул йылда уҡ аспи­рантураға инеү теләге ҙур бул­һа ла, үҙе уҡып сыҡҡан Белорет пед­учили­щеһына ҡайтып уҡыта башлай. Йәш кеше егелеп эш­кә сума. Ул бында аң-белем даирәһен киңәйтеү ниәте менән үҙаллы эшләй, күп уҡый, тәжрибәле коллегаларының кә­ңәш­тәренә лә иғтибарлы була, төрлө ғил­ми-ғәмәли конферен­цияларҙа сығыш яһай.
Бер йыл үткәс, ул тағы ла уни­верси­тетҡа килә. Тик уның урынына икенсе кешене алып өлгөр­гән булалар. Учили­щеға кире ҡайтырлыҡ мөмкинлек тә бар, ҡолас йәйеп ҡаршы аласаҡтар, әммә ҡайһы бер кешеләрҙең дөрөҫ аңламауы ихтимал тип уйлай ул. Ҡайҙа һуғылырға белмәй Өфө урамдары буйлап ҡаңғырып йөрөгәндә, бәхетенә күрә, ул саҡта башҡорт тел ғилемендә ярайһы уҡ танылыу яулап өлгөргән Мәрйәм Ғима­лованы осрата. Хәлен һөйләп биргәс, ул: “Мәскәүҙә Милли мәктәптәр институтында аспирантураға ғариза ҡабул итә башлағандар. Бар шунда, моғайын, конкурстан үтерһең, юҡҡа ғына ҡыҙыл диплом бирмәгәндәрҙер һиңә”, – тигән.
Тәүәккәлләгән – таш ярған. Тиҙ генә йыйынып, 1962 йылдың йә­йендә Мәскәүгә юлға сыға. Аптырамаҫһыңмы, бер урынға – 11 кеше! Тик кире сигенергә юл юҡ. Ярай­һы уҡ етерлек тормош тәжрибәһе, иң мөһиме – төплө белем, күрәһең, үҙе­некен итә. Дәғүәсебеҙ имтихандарын, ко­миссия ағзаларын таң ҡалдырып, юғары билдәләргә тапшыра һәм конкурста еңеп сыға.


Ул тәрбиәләгән студенттар – бөгөн ил ағалары


Аспирантурала уҡыу йылдары ла ябайҙан булмай, сөнки Әхмәр Мөхә­мәт­дин улы университетты тамамлаған йылда IV курс студенткаһы Флүрә исемле ҡыҙға өйләнә. Ғаилә башлығы булараҡ, яуаплылыҡ бермә-бер арта. Ике ай уҡығас, Октябрь байрамына Өфөгә ҡайта, сөнки ғаилә бында. Ошо ваҡытта университетҡа барып сыға, Жәлил Кейекбаев янына ла инә. Ул арлы-бирле хәлде һорағас та: “Һин Мәскәүҙә әллә нимә ҡыла алмаҫһың, бында ҡайт, үҙем етәксең булырмын. Риза булһаң, хәҙер үк институт ректорына шылтыратам, ул минең яҡшы таныш”, – ти. Ул риза була һәм Өфөгә ҡайта, үҙебеҙҙә уҡыу һәр яҡлап уңышлы булды, тип хәтерләй Аҙнабаев. Йәш кәләш Флүрә (әле уның тураһында һүҙ булыр әле) иптәшенә тоғро ҡатын, балаларына хәстәрлекле әсә генә түгел, иренә ныҡлы терәк, кә­ңәш­се һәм республикала танылған педагог-ғалимә булып китә.
Әхмәр Мөхәмәтдин улы 1965 йылда аспирантураны уңышлы тамамлай һәм педагогия фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була. Шул уҡ йылда университетта ныҡлап эш башлай. Кафедра ассистентынан башлап үҫештең һәр баҫҡысын үтә. Өлкән уҡытыусы, доцент, декан урын­баҫары, декан вазифа­һын да башҡара. Ул үҙен һәләтле ойоштороусы итеп тә күрһәтә. Шуға ла, күп тә үтмәй, уны университет етәкселәре профком рәйесе вазифаһына тәҡдим итә.
Был тынғыһыҙ эштә ул өс йыл эшләй. Университеттың үҙ мөм­кин­лектәре менән Р. Зорге урамында торлаҡ төҙөүе лә ошо йыл­дарға тура килә. Төрлө ҡағыҙ­ҙар йыйнау, рөхсәт юллап, төрлө ойош­ма­ларға йүгереү, төҙөлөш материалдары, аҡса етешмәү арҡа­һында тейешле органдарҙың тупһаларын тапау кеүек мәшә­ҡәттәр, билдәле, профком рәйесе елкәһенә төшә. һөҙөмтәлә 111 уҡытыусы фатирлы була. Был – университет тарихында булмаған ваҡиға.
Нисек кенә булмаһын, барыбер уның күңеле яратҡан эшенә, фәнгә тартыла. Шуға ла оҙаҡла­май ул уҡытыусылыҡ эшенә кире ҡайтарыуҙарын һорап ғариза яҙа. Уны декан вазифаһын башҡа­рыусы итеп ҡуялар.
1971 йылда Әхмәр Аҙнабаевты партия өлкә комитетының фән һәм уҡыу йорттары буйынса бүлек мөдире урынбаҫары итеп тәғәйен­ләйҙәр. Дүрт йылдан һуң ул шул уҡ бүлектең мөдире итеп үрлә­телә. Ошо эштә ул 17 йыл ең һыҙ­ғанып эшләй. Өлкә комитетында төрлө кәртәләр, ҡар­шы­лыҡ­тар осрап тороуына ҡара­маҫтан, байтаҡ эш башҡара ул, бигерәк тә милли кадрҙарҙы үҫтереү буйынса. Уның тәҡдиме менән ҡуйылған Р.Н. Ғимаев, М.Т. Аҙнабаев, В.Ғ. Сәхәүетдинов, Р.В. Әлмөхәмәтов, И.И. Ғәбитов һәм башҡа­лар ышанысын тулыһынса аҡлай.
1988 йылда партияның Баш­ҡортостан өлкә комитеты тирә­һендә “ҡара болоттар” ҡуйырыу сәбәпле, Әхмәр Мөхәмәтдин улы эшенән китергә мәжбүр була, уны Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡытыусы итеп күсерәләр. Бер йыл кафедрала ябай уҡы­тыусы булып эшләгәс, институт­тың фән буйынса проректоры итеп үҫтерәләр. Тормош юлдары һикәлтәле булды, яуаплы вази­фаларҙа эшләне, һәләтлеләрҙе күтәрҙе, әммә берәүҙе лә һатманы, үҙе лә һатылманы. Һәр саҡ кеше, шәхес булып ҡалды.
Әхмәр Аҙнабаев яңы ерҙә эш башлағанда, институтта докторантура түгел, аспирантура ла, диссертация советы ла булмай. Институтта ни бары биш профессор, уларҙың өсөһөнөң генә докторлыҡ дәрәжәһе була. Аспирантура һәм докторантура асыу буйынса проректорға күп көс сарыф итергә, Мәскәү юлдарын тапарға тура килә.
Бер нисә йыл үтеүгә ике аспирантура – дөйөм тел ғилеме һәм педагогика – эшләй башлай, һө­ҙөм­тәләре лә оҙаҡ көттөрмәй. Ғө­мүмән, Әхмәр Аҙнабаев проректор саҡта 26 һөнәр буйынса аспирантура асыла, 150-нән ашыу аспирант белемен камиллаштыра. Педагогика һәм философия буйынса докторанту­раның сафҡа инеүе лә ошо йыл­дарға тура килә. Проректорлыҡтан һуң биш йыл башҡорт теле кафедраһын етәк­ләне. Дәртләнеп, ярһыу ҡатыш темперамент менән эшләне ул. Әйтерһең дә, икенсе һулышы асылды. Кафедра ағзаларының күпселеге йәштәр. Бигерәк тә уларҙың профессиональ үҫешенә ныҡ иғтибар итте. Күптәре үҙ атай­ҙарынан күрмәгән иғтибарҙы һәм хәстәрҙе күреү бәхетенә өлгәште.
Башҡорт дәүләт һәм педагогия университеттары студенттары, хәҙер инде үҙҙәре ил ағалары булып, респуб­ликаның төрлө тарафтарында, тормош­тоң төрлө өлкәләрендә үҙ халҡына хеҙмәт итә. Улар араһында профес­сор­ҙар ҙа, республи­каның иң аҫыл наградаларына лайыҡ булған шағир һәм яҙыусылар ҙа, министр һәм министр урынбаҫарҙары ла, танылған журналистар ҙа, бөтә ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған уҡытыу­сылар ҙа бихисап. Барыһы ла Әхмәр ағайҙың исемен оло ихтирам, йылы тойғо менән иҫкә ала.


Хеҙмәте йөҙ ҡыҙартырлыҡ түгел


Ул факультетҡа күскәс, уҡытыусылар, бигерәк тә студенттар тормошона ҙур үҙгәрештәр индереүгә өлгәште. Студент­тарҙың фәнни конференциялары, шул конференциялағы сығыштарҙы йыйын­тыҡ итеп баҫтырып сығарыу кеүек эштәр күркәм традицияға әйләнгәйне. Идея ла, ойоштороу ҙа, улар­ға бәй­ле төрлө сығымдар – былар­ҙың барыһын да тормошҡа ашырыу уның елкәһенә төшә ине. Уның гражданлыҡ позицияһына, тормошҡа ҡарашына, бигерәк тә шул тормошҡа әүҙемлегенә ҡарап аптырап та ҡуя торғайныҡ. “Ағи­ҙел”, “Башҡорт­остан уҡытыу­сыһы”, “Ватандаш”, “Йәдкәр” журналдарында әленән-әле тәрән ғилми нигеҙҙә яҙылған, туған телдең мөһим проблемаларын яҡтырт­ҡан, йә булмаһа, йылы хис менән һуғарылған лирик мемуар­ға тартым мәҡәлә һәм әҫәрҙәре донъя күреп торҙо. Шул уҡ ва­ҡытта телевидение, радио тапшы­рыуҙарында ла әүҙем ҡатнашты.
Сараһыҙҙан фәндән, уҡытыу­сы­лыҡ эшенән ике тиҫтәгә яҡын йылдар айырылып торһа ла, байтаҡ эш башҡарылған икән. Башҡорт һәм урыҫ телендә биш монография, мәктәптәр өсөн дүрт дәреслек, ошо эҙләнеүҙәрҙең һө­ҙөмтәһе булараҡ, ғалимдың йөҙ­ҙән ашыу баҫмаһы донъя күрҙе. Уларҙа башҡорт тел ғилеменең көнүҙәк мәсьәләләре күтәрелә, телдә быға тиклем йәшәп килгән бәхәсле һорауҙарға дәлилле асыҡлыҡ индерелә. Мәҫәлән, уның VII класс өсөн сығарылған дәреслеге 1990 йылда үткәрелгән дәреслектәр конкурсында еңеү яулай һәм аҙаҡ төрлө йылдарҙа бер нисә мәртәбә баҫылып сыға. Ул үҫтергән бихисап фән кандидаттары бөгөн дә уңышлы эшләп йөрөй. Мәшһүр төркиәтсе Ж.Ғ. Кейекбаевтың мәктәбен үҫтереүҙә ҙур роль уйнаны. Мәҫәлән, В.Ш. Псәнчин менән берлектә “Баш­ҡорт теленең тарихи грамма­тикаһы” тигән монографияһын 1976 йылда баҫтырып сығарҙы. 1983 йылда студенттар өсөн урыҫ телендә “Историческая грамматика башкирского языка” тигән дәреслекте нәшерләнеләр.
Әхмәр Мөхәмәтдин улы тырыш, өлгөлө ғаилә башлығы, хәс­тәрлекле олатай ҙа – ул өс бала атаһы. Балаларының өсөһө лә юғары белемле. Улы Булат – тарих фән­дәре докторы, профессор, бөгөнгө көндә Башҡорт дәүләт университетында уңышлы эшләп йөрөй, кафедра мөдире. Ҡыҙы Гүзәл – юғары категориялы врач, Гөлдәр педуниверситетты тамамлап, үҙе яратҡан һөнәре буйынса уңышлы эшләп йөрөй.
Тормош иптәше Флүрә Фәтхи ҡыҙы тура­һында алда әйтә биреп ҡуйғайныҡ. Ул тәүҙәрәк байтаҡ йыл­дар “Башҡортос­тан уҡытыу­сы­һы” журналында бүлек мө­дире булды, аҙаҡ Рәсәй милли мәк­тәптәр институтының Башҡорт­остан филиалын етәкләне, һуңғы йылдарҙа Уҡытыусы­лар­ҙың белемен камиллаштырыу институтында кафедра мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ул – педагогия фән­дәре кандидаты, доцент дәрәжәләренә эйә бул­ған кеше. Башҡортостан халыҡ мәға­ри­фының атҡаҙанған хеҙмәткәре, К. Ушин­ский премияһы лауреаты. Әхмәр аға­йыбыҙҙың ғалим һәм йәмәғәт эшмә­кәре булып формалашыуында Флүрә Фәтхи ҡыҙының роле ифрат ҙур булды.
Хеҙмәтендәге уңыштары өсөн Әхмәр Мөхәмәтдин улы Халыҡ­тар дуҫлығы ордены, ике миҙал менән бүләкләнде, “Баш­ҡортостан Республикаһының атҡа­ҙан­ған ха­лыҡ мәғарифы хеҙмәткәре”, “Рә­сәйҙең почетлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре”, Ж. Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, Башҡорт­остан Юғары Советының ике саҡырылыш депутаты итеп һайлана.
Ғалим-уҡытыусы һәм йәмәғәт эшмәкә­ренең хеҙмәте иле һәм халҡы алдында йөҙ ҡыҙартырлыҡ түгел. Абруйлы шәхес­тең яҙмышы үҙ-үҙенә талапсан, юғары рухлы кешеләргә хас булғанса ауыр, ҡатмарлы, әммә яҡты һәм бәхетле.
Читайте нас: