“Әйҙә, әллә ҡайҙан күренеп торһон арыҫландар икәнлеге!”
– Зөһрә, мин һиңә бер аманат әйтеп ҡалдырам. Үҙем яҙырмын тигәйнем, хәҙер өлгөрмәҫмен инде, хәл дә, ваҡыт та самалы. Мин һиңә дүрт кенә һүҙ әйтәм: “Нөгөш буйы һағыш тулы”. Шиғыр яҙаһыңмы, мәҡәләме – үҙең ҡарарһың. Һин – аҡыллы ҡыҙ, был һүҙҙәргә Динис ағайыңдың бөтә яҙмышы һыйған, минең нимә әйтергә теләгәнде аңларһың.
Күпме серҙәр һыйған был төбәккә
Күренекле яҙыусы Динис Бүләковтың ҡатыны Рәйлә апай Мәләүез яҡтарына әҙиптең ҡәҙер һәм хәтер кисәһенә барып йөрөп ҡайтҡас: “Нөгөш буйы һағыш тулы”, – тип әйткәйне. Үҙе тәүге тапҡыр тормош иптәшенең тыуған төбәгенә ҡайта алманы. Ә мин унда беренсе тапҡыр барғайным.
“Нөгөш буйы һағыш тулы”. Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен әле лә тулыһынса аңлап бөтмәйем мин. Ни әйтергә теләне икән Рәйлә апай?
Ауыр һуғыш йылдарында тыуып, атайлы килеш атайһыҙ үҫеп, әсәһе Нәғимә апайҙың тормоштоң бөтә михнәттәрен яңғыҙ иңдәрендә күтәреп, улын кеше итергә тырышҡанын күргән егеттең йөрәге тулы һағыш булмай нимә булһын?! Халҡыбыҙҙың милли батыры Кинйә Арыҫлановтың ауылында тыуып үҫеүе генә лә әҙип яҙмышына күпме һағыш өҫтәгәндер… Инде билдәле яҙыусы булып киткәс, Нөгөш буйҙарына, Динис ағайҙың тыуған ауылына кемдәр генә килмәй! Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре Рәми Ғариповтың үлемһеҙ шиғырҙарын, тормош иптәше Надя апайҙың моңло йырҙарын тыңлаған Нөгөш тулҡындары. Рауил Бикбаев менән Фәриҙә апайҙың, Сафуан Әлибаев менән Фәрҙиә апайҙың халҡыбыҙҙы тетрәтерлек шиғырҙарын, оҙон көйҙәрен, гармун, ҡурай моңдарын һеңдергән яр буйындағы ағастар. Шунан нисек әйтмәҫһең Нөгөш буйы һағыш тулы түгел тип, ә Рәйлә апай менән Динис ағайҙың күпме серҙәре һыйған был төбәккә. Йәй һайын өләсәләрендә ҡунаҡта, ялда булған ҡыҙҙарының шатлыҡтары, бала саҡтарының иң бәхетле, ғәмһеҙ мәлдәре лә ошонда һаҡлана бит.
Күптәр өсөн бик ҡәҙерле ер ул Нөгөш буйы. Шуға ла Динис Бүләковтың вафатынан һуң йыл да ошо төбәккә әҙиптең хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә ҡәләмдәштәре күпләп йыйыла. Был башланғысҡа яҙыусының ҡатыны Рәйлә апай нигеҙ һала, хәҙер өс ҡыҙы – Ләйсән, Зөһрә, Миләүшә дауам итә. Рәйлә апайҙың тырышлығы менән Смаҡ ауылында Динис Бүләковтың музейы асыла. Мәктәп ихатаһында бюст ҡуйыла. Әҙиптең исемен мәңгеләштереү буйынса ла байтаҡ эш башҡарыла: Нөгөш һыуһаҡлағысы буйлап Динис Бүләков исемендәге теплоход йөҙә, мәктәбе уның исемен йөрөтә, ауылында, Мәләүездә, Өфөлә, Сибайҙа урамдарға әҙип исеме бирелгән. Уҡыу алдынғыларына, сәнғәттә, спортта ҙур уңыштарға өлгәшкән уҡыусыларға яҙыусы исемендәге премиялар тапшырыла.
“Бер яугире булдың бит ерҙең…”
Быйыл Динис Бүләковҡа 75 йәш тулған булыр ине. Ғәзиз улын юҡһынған Нөгөш буйы тағы һағышҡа тулды. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән, Төркиәнән ҡунаҡтар килде. Яҙыусының “Килмешәк”, “Ғүмер бер генә” романдарын төрөк теленә тәржемә иткәне өсөн Нигяр Калкан ханым Анкара ҡалаһының Ғәзи университетында филология фәндәре докторы тигән дәрәжәгә лайыҡ була. Ул инде был төбәккә икенсе тапҡыр килә. Тәүгеһендә китаптарҙың исем туйы уңайынан 2012 йылдың сатлама һыуыҡ көндәрендә Өфөлә һәм Смаҡта булғайны.
Нигяр Калкан Башҡортостан тәбиғәтен Динис Бүләковтың әҫәрҙәре аша уҡ яратып өлгөрөүен әйтте. Әле йәйге матур көндә үҙ күҙҙәре менән күреп йәнә һоҡланыуын белдерҙе.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, яҙыусылар, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Ғәлим Хисамов, Ринат Камал, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының Көнсығыш ҡулъяҙмалары бүлеге мөдире, тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов, әҙиптәр, филология фәндәре докторҙары Тимерғәле Килмөхәмәтов, Фәнил Күзбәков, Динис Бүләков музейын төҙөүселәрҙең береһе Әлмира Шәрипова, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов, шағир һәм журналистар Зөһрә Ҡотлогилдина, Әхмәр Үтәбай, яҙыусы Фәрзәнә Аҡбулатова, шағир, яҙыусы, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, шағирәләр Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Мәрйәм Күсмәева, Динис Бүләковтың ҡыҙҙары Ләйсән, Зөһрә, Миләүшә һәм уларҙың ғаиләләре ҡатнашты был сарала. Район советы секретары Лилиә Һөйәрғолова, хакимиәттең мәғариф идаралығы етәксеһе Алик Сатлыков, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Ринат Ғибәҙуллин, Арыҫлан ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Шәйәхмәтовтар тамашаны матур итеп ойоштороуға ҙур тырышлыҡ һалған. Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе Динис ағай хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, уның яҡты күңелле, яҡшы кеше булыуын иҫкә алды, бергә ижад иткән, аралашҡан осорҙарындағы төрлө ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрөп, уның рухын ҡыуандырҙы.
Динис Бүләков хаҡында һөйләгәндә тормош иптәшем, шағир һәм журналист Нияз Бикйән улы Мәһәҙиев тураһында ла әйтмәй китеү мөмкин түгел, сөнки ул да, Динис ағай һымаҡ, “Аманат” (элекке “Пионер”) журналының баш мөхәррире булды. Шул ваҡытта бер төркөм яҙыусылар менән бергә Динис Бүләков музейын асыу сараһына Смаҡҡа килде.
Бөгөн кескәй балалар нисек сәхнә тултырып бейеп йөрөһә, ул саҡта яңы ойошторолған ансамбль малайҙарының бейеү хәрәкәттәрен яңылыша-яңылыша башҡарыуына, әммә араларында берәүһенең йә уң яҡтағыларын, йә һулдағыларын төҙәткеләп сығыш яһауына Нияз иғтибар итеп, тамаша тамамланғас та әлеге лидер малай менән танышырға сәхнә артына ашыға. Күмәк балалы ғаиләнән, атайһыҙ үҫкән 12 йәшлек Артур Әлимғужин була ул. Үҙе менән дә, әсәһен күреп тә һөйләшеп, башҡаларҙан айырылып торған был балаға мотлаҡ Өфөгә уҡырға барырға кәңәш итә. Аҙаҡ улар баш ҡалаға килеп, Ниязды эҙләп таба. Малайҙың һүрәт төшөрөргә лә һәләте булыуын белгәс, Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһының ул саҡтағы директоры Рәфил Рафаэль улы Фәтихов менән һөйләшеп, имтихандар мәле үтеп китһә лә, уҡырға инергә ярҙам итә.
Артур Әлимғужин гимназияны тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының дизайн бүлегендә белем ала. Ун йыл Мәскәүҙә эшләп ҡайтҡас, үҙенең тәүге күргәҙмәһен ойоштора. Унда Ниязды ла саҡыра. Үкенескә, ошо сарала ҡатнашыу Нияз өсөн халыҡ араһына һуңғы сығыуы булды… Ошонан һуң нисек әйтмәҫһең Нөгөш буйы һағыш тулы түгел тип… Рәйлә апай әйткән был һүҙҙәр хәҙер минең үҙемә лә ҡағыла.
Әле лә Динис Бүләковтың хәтер кисәһендә зал тулып егермеләгән яҙыусы ултыра. Шуларҙың береһе сәхнәлә сығыш яһаған талантлы балаларҙың берәйһенә иғтибар иттеме икән, тип, ирекһеҙҙән, үҙ-үҙемә һорау бирәм. Ә мин ҡанатланып, талпынып, башҡаларҙан айырылып торған бер егетте иғтибарға алдым. Һәм уның менән һөйләшеп, “Йәншишмә” гәзитенә мәҡәлә яҙып бирҙем. Биш йәшендә генә беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов алдында сығыш яһап, бейеп бөткәс, алдына барып баш эйеп, күрешергә ҡул биргән малай булып сыҡты ул.
Шул уҡ йәйҙә тағы ла М.Ғ. Рәхимов алдында бейегән Азамат Суҡбаевтың ҡулын Президент үҙе ҡыҫа. Ун йәшендә “Байыҡ” телевизион конкурсында ҡатнашып III урын ала. Әйткәндәй, биш йәшлек сағында уҡ Мәләүез районының “Йыл кешеһе” исеменә лә лайыҡ була әле. Юҡҡа ғына иғтибар итмәгәнмен икән уға. Ана ниндәй шәп егет булып сыҡты!
Мин, әлбиттә, Нияз һымаҡ, уның артабанғы яҙмышына ниндәйҙер йоғонто яһағанмындыр тип әйтә алмайым, сөнки Азамат Суҡбаев тәрбиәле, иманлы ғаиләлә төпсөк малай булып үҫкән. Әсәһе Нәсимә Сәмиғулла ҡыҙы – мәҙәниәт хеҙмәткәре, атаһы Рәйес Сибәғәт улы – Арыҫлан ауылының имам-хатибы, өлкән өс ағаһы ла эшлекле. XI класты тамамлаған егет киләсәккә изге ниәттәр ҡорған. Бойомға ашырға яҙһын. Ил ағаһы М.Ғ. Рәхимовтың фатихаһын алған, милли батырыбыҙ Кинйә Арыҫлановтың, күренекле шәхесебеҙ Динис Бүләковтың тыуған ауылында үҫкән, Нөгөш буйҙарының моңдарын һеңдереп ҡурайҙа уйнаған, атаһына эйәреп, өс йыл намаҙ уҡыған егеттең киләсәге өмөтлө, ышаныслы булырына иманым камил. Яҙмышы нисек кенә уңышлы булмаһын, ундай балаларҙы күтәрергә, дәртләндерергә, башҡаларға өлгө итеп күрһәтергә, ҡанатландырырға бурыслыбыҙ. Динис ағай ҙа күптәргә ярҙам итеп йәшәне бит. Минең тәүге проза яҙмаларымды ла “Ағиҙел” журналына тәҡдим итеүсе ул булды.
Динис Бүләковтың тәүге китабы ла юҡҡа ғына “Ҡояш ярсығы” тип аталмағандыр. Ул үҙе лә ҡояш кеүек ине. Йөҙө балҡып, күҙҙәре нур бөркөп, көлөп торҙо. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең: “Динис Бүләков булған ерҙә бер ваҡытта ла бушлыҡ һиҙелмәне: донъя тулы, күңел бөтөн ине…” – тиеүендә ихлас хаҡлыҡ бар шул. Күренекле шағир Ирек Кинйәбулатовтың яҙыусыға арналған түбәндәге шиғыр юлдарында бик күп кешеләрҙең Динис Бүләковҡа әйтер һүҙҙәре һыйған:
Ашыҡтың һин, төшөп йән тиргә,
Изгелегең тейҙе бөтәбеҙгә, –
Өлгөрмәнек рәхмәт әйтергә.
Аҙаҡҡаса янып йәшәнең һин,
Бер яугире булдың был ерҙең.
Һиңә күпме рәхмәт әйтәһе бар,
Ә һин, көтмәй, китеп өлгөрҙөң.
Ғүмер бер генә, ижад – мәңгелек
Кисәлә Смаҡ ауылы мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре, мәктәптең “Йәйғор”, “Сулпылар” бейеү ансамблдәре, “Нөгөш ынйылары” өлгөлө балалар фольклор коллективы дәртле бейеүҙәре менән ҡунаҡтар алдында сығыш яһаны. Динис Бүләковтың кейәүе Айбулат Ҡунаҡбаев яҙыусының яратҡан йыры “Абдрахман”ды, ейәнсәре Маргарита Изотова “Таштуғай”ҙы башҡарҙы.
Һағышлы булһа ла, байрам бүләкһеҙ үтмәй. Динис Бүләковтың тыуыуына 75 йыл тулыу уңайынан быйыл республика кимәлендә уҡыусылар араһында төрлө ижади бәйгеләр ойошторолған. Шуларҙың тәүгеһе – балаларҙың яҙыусы әҫәрҙәре буйынса төшөргән һүрәттәре. Улар мәктәп коридорҙарында урын алған. Килгән ҡунаҡтарҙы белем усағы менән таныштырғанда директор Мораҙым Шаһманов был һүрәттәргә лә иғтибарҙы йүнәлтте. Динис Бүләковтың юбилейы уңайынан “Китап” нәшриәтендә балалар өсөн сыҡҡан “Зәңгәр офоҡтар” тигән китабында ла республикабыҙҙың Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһы, шулай уҡ Мәләүез районының Яңауыл башланғыс мәктәбе йәш рәссамдарының һүрәттәре биҙәүе үҙе бер матур башланғыс булған.
Республика иншалар конкурсында Мәләүездең Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусылары Азалия Мөхәмәтшинаға һәм Миләүшә Хөсәйеноваға, Мәләүез районы Восток мәктәбенән Илүзә Рәхмәтуллинаға, Салауат районының Малаяҙ ауылы мәктәбенән Эмилия Хужинаға I урын бирелгән.
Бөрйән районының Аҫҡар ауылынан Нургөл Мырҙабулатова, Ҡырмыҫҡалының Прибельский мәктәбенән Ләйсән Мөхәмәтҡолова – II, Көйөргәҙенең Аҡһары ауылынан Илнар Ғәлимов III урынға лайыҡ булды.
Еңеүселәрҙең барыһына ла дипломдар менән бергә Динис Бүләковтың балалар өсөн яңы сыҡҡан “Зәңгәр офоҡтар” исемле китабы бүләк ителде.
Яҙыусының әҫәрҙәрен сәхнәләштереү буйынса ла бәйге иғлан ителгән. Унда Мәләүез районының Восток урта мәктәбенән Ислам Балтаев, Наилә Хәзиева, Иралия, Айгизә Ҡәйүмоваларҙан торған ижади төркөм гран-приға лайыҡ булған.
Динис Бүләков исемендәге Смаҡ мәктәбенән Азамат Суҡбаев һәм Данияр Ғәлимовҡа – I, Юлдаш мәктәбенән Айгөл Сәфәроваға, Динар Ишһаринға, Филүс Ғәбиҙуллинға, Эмиль Ғаяновҡа III урын бирелде. Улар ҙа шулай уҡ яҙыусының китабын һәм дипломдар алып ҡыуанды.
Шиғыр бәйгеһендә, Динис Бүләковтың әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе яттан һөйләү буйынса ла уҡыусылар ҡунаҡтар алдында һынау тотто. Мәләүездең Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт гимназияһынан Альбина Исҡужинаның “Ах, ниндәй егет инең!” тигән шиғырҙы шул тиклем тасуири һөйләүе залдағыларҙың береһен дә битараф ҡалдырманы. Бөрйән районының Иҫке Собханғол мәктәбенән Диниә Сафина “Яҙғы ташҡын менән килгән бәхет” әҫәренән өҙөк, Өфөнән Таһир Шахморатов “Ҡурай” шиғырын, Мәләүездәге К. Арыҫланов исемендәге гимназиянан Илнара Хәмитова “ Ғүмер бер генә” әҫәренән өҙөк һөйләне.
Ижади бәйгеләрҙе ойоштороуҙа Мәләүез районы хакимиәте, уның мәғариф бүлеге, Арыҫлан ауылы биләмәһе менән бергә шәхси эшҡыуарҙар Илнур Күсмәев, Рита Уразинбәтова, Таһир Шәнгәрәев, “Нөгөш” ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Самат Мәҡсүтов ярҙам күрһәткән. Афариндар! Изге Рамаҙан айында ҡылған изгелектәре үҙҙәренә унлата ҡот-бәрәкәт булып ҡайтһын!
Ниндәй тамаша балаларҙың сығыштарынан тыш булһын? Үҙҙәренең 30 йылыҡ юбилейын билдәләгән “Нөгөш ынйылары” өлгөлө балалар фольклор коллективы сәхнә тултырып байрамға йәм өҫтәне. Етәкселәре – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлсөм Хисаметдинова. Шулай уҡ Нәсимә Суҡбаева етәкселегендәге “Сулпылар” ансамбленең бәләкәс бейеүселәре тамашасыларҙа һоҡланыу уятты.
Бүләкләүҙәр бының менән генә бөтмәне әле. Смаҡтар Төркиә ҡунағы Нигяр Калканға башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының боронғо баш кейемен – ҡушъяулыҡ ябындырҙы. Шулай уҡ Динис Бүләковтың ҡыҙҙары башҡорт милли биҙәктәре төшөрөлгән күлдәк һәм башҡа иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Сәхнәгә Ләйсән, Зөһрә, Миләүшә атайҙары исемендәге премияларҙы тапшырырға күтәрелде. Был бүләккә, йылдағыса, уҡыу алдынғылары, бәләкәй сәхнә йондоҙҙары, шулай уҡ районда, республика кимәлендә генә түгел, ә Рәсәйҙә Мәләүез данын арттырып сығыш яһаған спортсы егеттәр лайыҡ булды.
Динис Бүләковтың ҡыҙҙары атайҙарының оло юбилейын иҫтә ҡалырлыҡ итеп билдәләргә бар тырышлығын һалған. Улар Арыҫлан мәктәбенең логотибын эшләткән. Авторы – күренекле шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың улы Азамат Ғарипов. Ошо логотип төшөрөлгән футболкалар тәүгеләрҙән булып спортсы егеттәргә бүләк ителде. “Әйҙә, әллә ҡайҙан күренеп торһон арыҫландар икәнлеге!” – тине Зөһрә Динис ҡыҙы.
...Бына шулай, даими уҙғарылған хәтер һәм ҡәҙер кисәләренең сираттағыһы ла үтеп китте. Ваҡыт аяуһыҙ – киләһе йыл Динис Бүләковтың вафатына 25 йыл тула. Эйе, ғүмер бер генә, әммә ижад – мәңгелек. Академик Ғайса Хөсәйенов әйткәнсә, Динис Бүләковтың ижады ХХI быуатта ла бер балҡыш булып дауам итер. Ә һағыш тулы Нөгөш буйы Арыҫланда тыуған аҫыл улын һәр ваҡыт һағынып иҫләр.