Шәхестәр
7 Июня 2019, 10:33

Ғаззали батыр һабаҡтары

Түңгәүер ырыуы көрәшсеһе Ғ. Үтәшевтең тыуыуына – 110 йыл.

Түңгәүер ырыуы көрәшсеһе Ғ. Үтәшевтең тыуыуына – 110 йыл.


Хәйбулла ере ҡасандыр майҙандарҙы шаулатҡан, бер һабантуйҙа ла бил бирмәгән батырын онотмай. Район, республика күләмендәге ярыштар Ғаззали Үтәшев исеме аҫтында үтһә, Аҡъярҙа данлыҡлы көрәшсегә бюст асылды.


Ата-бабаларҙан күскән һәләт


– Беҙҙең Хәйбулла ере республикабыҙға күп билдәле шәхес биргән. Район тарихында беренсегә көрәшсегә бюст асыла. Ғаззали олатай үҙ заманында бик көслө, даны яҡын райондарҙан тыш, Ырымбур, Силәбе өлкәһенә таралған кеше булған. Бынан тыш, ул – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ла, һуңынан колхозда эшләгән алдынғы бригадирҙарҙың береһе. Беҙ, Хәйбулла халҡы, арҙаҡлы шәхесебеҙ менән ғорурланабыҙ, – тине тантаналы сара башында район хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов һәм физкультура-һауыҡтырыу үҙәгендә көрәш бәйгеләренең даими үтеүе, унда ситтән килгән ҡатнашыусыларҙың да күп булыуы хаҡында һөйләне.
Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, милли сәнғәтебеҙҙең сағыу йондоҙо Хөрмәтулла Үтәшев – Ғаззали батырҙың аҫыл улдарының береһе. Ҡалған һигеҙ туғаны менән бергә ул атаһының исемен мәңгеләш­тереүгә күп көс һала.
– Бөгөнгө сараның йәш быуын өсөн тәрбиәүи әһәмиәте айырыуса ҙур. Бәләкәй генә ауылдан сығып, күренекле, эшен, халҡын яратҡан атайым күркәм өлгө булып тора.
Вафатына 42 йыл үтеүгә ҡара­маҫтан, район, республика кимә­лендә ҡәҙерле кешебеҙ хөрмәтенә көрәш бәйгеләре үтеп тора, уны яҡташтар, туғандар онотмай. Атайымда батырҙарға хас һыҙаттар ярылып ятты, ул көрәшсе генә түгел, һунарға, йыр-моңға, сәсән­леккә әүәҫ, мәрәкәсел, йор һүҙле булды. Уйлап ҡараһаң, физик күнекмәләр менән шөғөлләнеп, бәйгеләргә махсус әҙерләнеп тә йөрөмәне. Был уның ҡанында булған, һәләте ата-бабаларыбыҙ, Түңгәүер ырыуының Хәйбулла батырынан күскән, күрәһең, – тине Хөрмәт Үтәшев.
Ғаззали батырҙың көсө уның улдарында ла сағыла. Зиннур, Хөсәйен Үтәшевтәр заманында көрәш майҙанында бил бирмәй, бөгөн ейәндәре Ишморат, Инсаф был спорт төрө буйынса батыр булып танылған.


“Атайым тураһында иҫтәлектәр”


Ҡыҙ баланың ғүмерендә иң ҡәҙерле ир-егет – атай кеше. Бигерәк тә ул өлгөлө ғаилә баш­лығы, ысын яҡлаусы һәм һаҡлаусы, ҡалҡан булып торһа. Фәриғә Күҫәкова ла атаһы тураһында яҡты иҫтәлекте күңел түрендә ҡәҙерләп һаҡлай, уға республика баҫмала­рында бер нисә тапҡыр мәҡәлә­ләрен, шиғырҙарын арнай, хәти­рәләрен “Атайым тураһында иҫтәлектәр” исемле китапҡа туплай.
– Атайым бөтәбеҙҙе лә тигеҙ яратты. Оло йәшкә етһә лә, хәтере һәйбәт булды, үҙ шәжәрәһен 14-15 быуынына тиклем яҡшы белде, ата-бабаларының һәр береһен дәрәжәһенә тиклем әйтә торғайны. Йыр-бейеүгә лә маһир ине. Йырҙы башҡарып ҡына ҡалмай, уның тарихын да һөйләй торғайны, ауыр кәүҙәһен еңел генә тотоп ихлас бейене лә.

Оҫта һунарсы ла ине. 1948 йылдың ҡышында мылтыҡһыҙ-ниһеҙ биш бүре алған. Һунарға бәйле мажаралары ла етерлек. Бер ваҡыт бүрене ҡыуып килә, эттәре уны ҡамап ала. Эттәр бүре менән алыша, атайым да урталарында йөрөй һәм нисектер уңайлы мәлен тура килтереп, йыртҡыстың елкәһенән эләктереп алыуы була, уныһы һыуға һикерә. Атай ҙа бергә ырғый. Шулай икәүләп йөҙөп китәләр. Атайым бүрене һыуға батырып, тонсоҡтороп үлтерә.

Икенсе бер осраҡта эте бүре эҙенә төшөп ала ла алдан саба, атайым һыбай артынан бара. Ҡулында ҡамсыһынан башҡа ҡорал юҡ. Бер саҡ бүрене күреп ҡалып, ҡыуып етә лә өҫтөнә һикер­мәксе була. Әммә йыртҡыс алдан өлгөрә – ат өҫтөндәге атайыма ташлана. Бүре һикергән ыңғайына атай йоҙроғо менән тегенең маңлайына тондора, бахырҙың ике күҙе атылып сыға... – тип хәтирә­ләре менән уртаҡлашты Фәриғә Ғаззали ҡыҙы.
Ғәҙел, талапсан, тынғыһыҙ була Ғаззали батыр. Күп һөйләмәй, әммә һүҙен һүҙ итә.

– Атайым бик абруйлы кеше ине. Билдәле көрәшсе булғанға ғына ихтирам яулағандыр тип уйламайым. Ул күркәм холоҡло, һү­ҙен­дә тора белгән, эшһөйәр, баш­ҡаларға ғына түгел, үҙенә лә талапсан кеше булды. Күрәһең, ошо сифаттарын баһалап, хеҙмәттәш­тәре уның бригадир булып эшләгән осоронда яңы башлап һөрөлгән ергә “Ғаззали баҫыуы” тип исем бирә, һәм ул баҫыуҙы әле лә шулай йөрөтәләр, – тине Фәриғә апай.


Ҡаҙаҡ батырын күтәреп тә бәрә…


Ғаззали батырҙың даны башҡорттар араһында ғына түгел, Хәйбуллаға сиктәш Ырымбур, Силәбе яҡтарында йәшәгән ҡәрҙәш халыҡтарыбыҙҙа – ҡаҙаҡтарҙа ла киң тарала, улар менән көрәшкәндә лә еңеүгә өлгәшә. Ауылдашы Рәүеф Собханғоловтың хәтирәләре буйынса, был хәл түбәндәгесә була:

“1954 йыл. Мин шофер булып эшләйем. Ғаззали ағай килеп: “Ҡустым, Урал аръяғынан, Кварки районынан ҡаҙаҡ батыры Ҡор­банғәле көрәшсе миңә сәләм әйтеп ебәргән. Батыр булһа, килһен минең менән көрәшергә, тигән”, – ти.
Икәүләп теге ҡаҙаҡ батырын эҙләп киттек. Сәләм ебәргән көрәшсе Ғаззали ағайға ҡарағанда ике тапҡырға дәүерәк булып сыҡты. Ҡорбанғәле батыр еңә ҡалһа, ике һарыҡ бирергә вәғәҙә бирҙе – береһен һуйып һыйларға, икен­сеһен тере килеш бүләк итергә ҡарар ҡылды. Шунан бил һынаш­ҡанға тиклем сәйгә саҡырып алды. Ғаззали ағай баш тартты. Ҡаҙаҡ батыры көрәште киске һалҡын төшкәс үткәрергә тәҡдим итте, ағай ризалашманы. Ике батыр ҡара-ҡар­шы көрәшкә сыҡты. Ғаззали ағай “Минең билем, арҡам ер күргә­не жуҡ” тип маҡтанған ҡаҙаҡ баты­рын күтәреп тә һалды. Вәғәҙә ител­гәнсә, бер һарыҡ менән һыйланып, икенсеһен алып ҡайтып киттек”.
“Ах та ух килеп көрәшеп тә йөрөмәне. Майҙанға сыға, таҫта­малды ҡаршы яҡ көрәшсенең биленә урай, уны күтәреп еңеп тә ҡуя. Майҙанда бер үҙе ҡалғансы көс һынаша торғайны” тип иҫкә алды уның көрәшкәненә шаһит булғандар. Балалары хәтерлә­үенсә, батыр бүләккә алған тәкәһен ғаиләһе менән генә ашамай, йә ҡорбан сала, йә ҡунаҡ саҡыра.
Ғаззали Үтәшевтән көрәш серҙәренә төшөнөү өсөн башҡа милләт вәкилдәре лә мөрәжәғәт итә, ә уның менән майҙанға сығыуҙы һәр кем оло абруйға, бәхеткә һанай. “Мин – Ғаззали батыр менән көрәшкән кеше” тигән һүҙҙәр әле лә ишетелә икән.
Батыр тәүге көрәшен 15 йә­шендә уҙғарһа, һуңғы тапҡыр 62 йәшендә район һабантуйында I урын яулай.


“Хәйбулла” һәм “көрәш” һүҙҙәре гел йәнәш


Ғаззали Үтәшевкә бюст асылған көндә Аҡъяр спорт комплексында уның иҫтәлегенә республика буйынса көрәш турниры ла уҙғарылды. Бында “Хәйбулла” менән “көрәш” һүҙҙәре синоним кеүек, сөнки ошондай сараларҙан район батырҙары ситтә ҡалмаҫҡа тырыша.
Көрәш майҙанын күҙәтеп ул­тырғанда, артҡы рәттәге бер ғаиләнең һөйләшеүе ҡолаҡҡа салынды.

– Ҡайтҡас, малды үҙебеҙ тәрбиәләрбеҙ инде, балалар көноҙоно көрәшеп арыны, – тиҙәр.
Бөтә өй эсе менән көрәш ҡа­рарға, йәки үҙҙәре бил һынашырға килгәндәр бер улар ғына түгел. Ә Ғаззали Үтәшевтең барлыҡ һигеҙ ҡыҙ-улы ла, араларында оло йәш­тәгеләр ҙә булыуына ҡарамаҫтан, турнирҙы башынан аҙағынаса күҙәтте.
Ярыштың географияһы киң: Әбйәлил, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр, Ейәнсура, Мәләүез райондарынан, Өфөнән килгән ҡатнашыу­сыларҙың һаны 130-ҙан ашып китә. Уларҙың араһында Ғаззали батыр­ҙың ейәне Инсаф Үтәшев тә бар. Көрәшсе үҙенең өсөнсө урын яулауы менән хушһынып етмәне.
– Башҡа ярыш булһа, еңеле­үемә улай үкенмәҫ тә инем, ә бында миңә бар туғандар ҡарай. Был – көрәштең бик яуаплы мәле. Ярыштарҙа алтынсы кластан ҡатнаша башланым. Гел призлы урындар яулап килдем, – тине ул.

Көноҙоно барған турнирға йом­ғаҡ яһалып, еңеүселәр билдәлән­гәндә төн ине. Бәләкәйҙән Ғаззали батыр хаҡында ишетеп, уның кеүек булырға хыялланған Хәйбулла көрәшселәре алдынғылыҡты бир­мәне. Икенсе урынға баймаҡтар сыҡһа, өсөнсөлә – бөрйәндәр.
Быларҙан тыш, “Ярыш батыры” ла билдәләнде. Оло Әбеш ауылынан ун йәшлек Тимур Турушевҡа бүләккә тәкә тапшырылыуы сара­ның иң сағыу мәле булғандыр. Малайҙың йөҙөндәге ҡыуанысты, ғорурлыҡты күрһәгеҙ! Аҙаҡ уны уратып алып, барыһы ла ихлас ҡотлауҙарға ҡушылды, тәкәне һыйпап мәж килде.
Бүләкләүҙә Хөрмәтулла Үтәшев тә ҡатнашты. Ул төрлө категория­ларҙа еңеү яулағандарҙың һәр береһенә Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхи­мовтың 85 йәшенә ҡарата сыға­рылған календарҙар менән бергә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһаринаның бүләктәрен дә тапшырҙы.
Ғаззали Ғимаҙетдин улының ҡыҙҙары һәм улдары, ейән-ейән­сәрҙәре, бүлә-бүләсәләре уның хаҡында күңелендә матур иҫтә­лектәр һаҡлай, Хәйбулла халҡы үҙ батырының исемен мәңге­ләштереү өсөн барыһын да эшләй. Район үҙәгендәге спорт комплексына юлланған һәр кешене хәҙер Ғаззали батырҙың һынсыл ҡарашы ҡаршы аласаҡ, ә әле һүҙ алып барылған республика көрәш турнирына киләһе йылдарҙа күрше өлкә-төбәктәрҙән дә ҡатнашыу­сылар килеүе көтөлә.
...Батыр үлә, даны ҡала. Ғаззали Үтәшевтең вафатына 42 йыл уҙыуға ҡарамаҫтан, Хөрмәтулла Ғаззали улы әйткәнсә, балаларҙың уйнағанда бер-береһен алып һелтәп “Мин – Ғаззали батыр!” тип йөрөүе генә лә – быға асыҡ миҫал.


Хәйбулла районы.
Читайте нас