Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
14 Июнь 2019, 13:05

Салауат Юлаев – халыҡ хәтерендә

16 июндә милли батырыбыҙҙың тыуыуына 265 йыл тула.

16 июндә милли батырыбыҙҙың тыуыуына 265 йыл тула.


1773 – 1775 йылдарҙа Башҡортостанда ла киң ҡолас алған Крәҫтиәндәр һуғышы – рус, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың батша самодержавиеһы иҙеүенә ҡаршы берлектәге көрәше – башҡорт халыҡ ижадында тәрән эҙ ҡалдырған. Ихтилал ваҡиғалары, уның күренекле юлбашсылары, унда ҡатнашыусыларҙың батырлыҡтары һәм фажиғәләре ҡобайырҙар, тарихи йырҙар, бәйет, күп һанлы легенда һәм риүәйәт сюжеттарының нигеҙе һәм идеаллаштырыу сығанағы булды.


Элек Салауат тураһында йырлатмайҙар ине...


Батша хөкүмәте ихтилал ваҡиғаларын халыҡ хәтеренән юйыу өсөн барыһын да эшләй. Емельян Пугачевтың тоғро көрәштәше Салауат Юлаев исемен иҫкә алыусы, уның хаҡында йырлаусы сәсәндәр, йырсылар сәйәси енәйәтселәр кеүек эҙәрлекләнгән, рәхимһеҙ йәберләүҙәргә дусар ителгән. Фольклор экспедициялары яҙмалары араһында был хаҡтағы мәғлүмәттәр бихисап. Хатта XIX быуат аҙағы – XX быуат баштарында ла өлкән йәштәге кешеләр үҙҙәренең батыры тураһында йәшерен генә һөйләгән, уның хаҡында һүҙ алып барһалар йәки йырлаһалар, эҙәрлекләнгән. Быны Салауат районының Ҡыҙырбаҡ ауылынан Ғарифйән Солтановтың “Элек Салауат тураһында йырлатмайҙар ине” тигән хәтирәһе бик асыҡ күрһәтә.
1977 йыл Башҡортостандың Салауат районына ойошторолған фольклор экспедицияһы яҙмаларында Салауаттың алыҫ туғандары­ның, атап әйткәндә, Әлкә ауылынан 1909 йылғы Сәхиә Сиражеваның иҫтәлектәре теркәлгән. Унда XX быуат башында Салауат Юлаев менән ҡәрҙәшлек тамырҙары булған кешеләрҙең эҙәрлекләнеүҙәре хаҡында тетрәндергес мәғлүмәттәр бар.
Шулай ҙа йәберләүҙәргә, эҙәрлекләүҙәргә ҡарамаҫтан, бөйөк шәхес, уның тормошо һәм тарихи яҡтан әһәмиәтле данлыҡлы ғәмәл­дәре тураһындағы мәғлүмәттәр халыҡ күңеленән бер ҡасан да юғалмаған. XIX быуатта уҡ рус фәненең һәм мәҙәниәтенең алдынғы ҡарашлы шәхестәре тарафынан Салауат Юлаев хаҡында тәүге фольклор материалдары теркәлгән. Ф.Д. Нефедов, М.В. Лоссиевский, Р.Г. Игнатьев кеүек ғалимдарҙың халыҡ риүәйәттәрен, легендаларын, тарихи материалдарҙы һәм Салауаттың рус телендәге тәржемәлә килеп еткән шиғырҙарын өйрәнеү нигеҙендә яҙылған хеҙмәттәре үҙҙәренең ғилми, танып белеү ҡиммәттәрен әлегә тиклем юғалтмаған.
Билдәле булыуынса, башҡорттарҙың ауыҙ-тел ижадын системалы йыйыу, шул иҫәптән Пугачев ихтилалы тураһындағы фольклорҙы өйрәнеү 1917 йылғы Октябрь революция­һынан һуң ғына башланған. Мөхәмәтша Буранғолов, Әбүбәкер Усманов, Әхнәф Харисовтар, тәүгеләрҙең береһе булараҡ, Крәҫтиәндәр һуғышы, унда Салауаттың урыны һәм роле тураһындағы фольклорҙы ғилми өйрәнеүгә нигеҙ һалғандар. XX быуаттың 40-сы йылдарынан башлап Салауат Юлаевтың шиғырҙары һәм уның хаҡында фольклор әҫәрҙәренән торған махсус йыйынтыҡтар донъя күрә. Халыҡ ижадында сағылыш тапҡан баш күтәреүселәр хәрәкәте темаһы менән ҡыҙыҡһыныу артабан да кәмемәй: яңы материалдар туплана, ғилми күҙәтеүҙәр яһала.


Халҡы өсөн көн, ә дошмандарына – ҡараңғылыҡ


Батыр шағирға бағышланған йырҙар, риүәйәттәр һәм легендалар, ҡобайырҙар башҡорт һәм рус телдәрендә сыҡҡан “Баш­ҡорт халыҡ ижады” тигән күп томлы баҫ­маларҙа тарихи темаға иң яҡшы сәхифәләрҙе тәшкил итә (“Шартлы ҡыҫҡартмалар” бүлеген ҡарағыҙ). Салауат Юлаев тураһындағы риүәйәттәрҙең һәм йырҙарҙың айырыуса әһәмиәтле үрнәктәре, рус һәм инглиз телдәренә тәржемә ителеп, беҙҙең тарафтан әҙерләнгән “Башҡорт халыҡ йырҙары, йыр-риүәйәттәре”, “Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары” тигән китаптарҙа сығарыл­ды. Салауаттың шиғырҙары, уның тураһындағы халыҡ йырҙары башҡа телдәрҙә лә донъя күрҙе.
Крәҫтиәндәр һуғышы тураһындағы фольклор ҡомартҡыларын туплауҙың һәм өйрәнеүҙең әһәмиәте ифрат ҙур: улар халыҡтың был ихтилалға һәм унда ҡатнашыусыларға, уның юлбашсыларына мөнәсәбәтен аныҡ күҙәтергә мөмкинлек бирә. Батша хөкүмәтенең 1773 – 1775 йылдарҙағы ихтилалды “яуыз фетнә”, “ҡара халыҡтың сыуалышы”, ә унда ҡатнашыусыларҙы “яуыздар”, “енәйәтселәр” итеп күрһәтергә тырышыуҙарына ҡарамаҫтан, фольклор әҫәрҙәре был һуғыштың ғәҙел булыуын раҫлай, баш күтәреүселәрҙе һәм уларҙың юлбашсыларын ғәҙеллек өсөн көрәшеүселәр, иҙелгән халыҡты яҡлаусылар итеп һүрәтләй. Е.И. Пугачев һәм уның көрәштәштәре етәкселегендә ойошторолған хәрәкәт халыҡ аңында үҙенең әһәмиәте буйынса айырым урын алып тора. Нәҡ шуға күрә лә башҡорт фольклорының Салауат Юлаев тураһындағы әҫәрҙәре халыҡтың тарихи сәсмә һәм шиғри әҫәрҙәрендә ифрат ҙур ҡатламды тәшкил итә. 1773 – 1775 йылдарҙағы ихтилал, башҡорт ауыҙ-тел ижадының ижтимағи йөкмәткеле жанрҙарының бөтәһендә лә тиерлек күтәрелеп, был жанрҙарҙың сәнғәти-шиғри тәбиғәтенә ярашлы рәүештә асыла.
Атап әйткәндә, ҡобайыр жанрына ҡараған бер нисә әҫәр яҙма рәүештә теркәлгән һәм нәшер ителгән. Күп тапҡырҙар баҫылған “Салауат батыр” ҡобайыры, мәҫәлән, өс бүлектән генә (һәр береһе етешәр юлдан) торһа ла, тәрән эстәлекле, поэтик эшләнеше яғынан камил. Салауат Юлаевтың шәхси сифаттарын (батырлығын, ғәййәрлеген, үҙ эшенә тоғролоғон) һүрәтләгәндә, “Сүкем батыр”, “Баязит батыр” кеүек ҡобайырҙарҙа ла осрай торған традицион ҡабатлауҙар күҙәтелә, уның эшмәкәрлеген, батырлығын уңай баһалау иһә дан йырлау төҫөн ала. Ҡобайырға ярашлы, Салауат – маяҡ, ҡояш, үҙ халҡы өсөн көн, ә дошмандары өсөн – хәүефле ҡараңғылыҡ:

Салауат батыр ир ине,

Менгән аты кир ине,

Дошман менән алышҡанда

Ил эсендә бер ине;

Халҡы өсөн көн ине,

Дошман өсөн төн ине.
Үҙенең стилистик биҙәлеше, төп эстетик билгеләмәһе буйынса (был осраҡта – батырға баһа биреү, уның героик образын тыуҙырыу) 1964 йылда Миәкә районының Боғҙан ауылында фольклорсы Н.Д. Шонҡаров тарафынан 102 йәшлек Әхмәтзәки Сөләймәнов ауыҙынан яҙылған текст юғарыла килтерелгән ҡобайырға оҡшаш. Миәкә аҡһаҡалы һуңғы юлдарҙағы ҡабатлауҙы төшөрөп ҡалдырыу иҫәбенә юлдар һанын бер ни тиклем кәметкән булһа ла, уның тексын “Салауат батыр” ҡобайырының дауамы булараҡ ҡабул итергә мөмкин. Ниғмәт Шонҡаров яҙып алған ҡобайырҙа, элеккеһендәге кеүек үк, үҙенең халҡы менән айырылғыһыҙ бәйләнештә торған юлбашсы батыр, халҡының азатлығын һаҡлау хаҡына утҡа керергә әҙер торған шәхес образына дан йырлана (“Тирә-яҡты ут алһа, халҡым, уян! – тир ине”). Был текстарҙың йөкмәткеһе һәм формаһы буйынса яҡынлығы бәхәсһеҙ. Улар бер ҙур әҫәр киҫәгеме, әллә үҙаллы вариациялармы, кескенә ҡобайырмы, быны хәҙер ҡәтғи раҫлап булмай.
Шул уҡ ваҡытта халыҡ хәтерендә күләмлерәк эпик ҡобайырҙар ҙа һаҡланған. Унда шиғри юлдар сәсмә хикәйәләү менән сиратлаша, ваҡиғалар теҙмәһе бирелә. Был йәһәттән “Юлай менән Салауат”, “Байыҡ-Айҙар сәсән” эпостары иғтибарҙы йәлеп итә.
“Салауат Юлаев” ҡобайырына ваҡиға­ларҙы һәм образдарҙы киң эпик ерлектә ғөмүмиләштереп һүрәтләү хас. Был эпоста ихтилал осорондағы иң әһәмиәтле ваҡиғалар: милли иҙеүҙең көсәйеүе, башҡорт халҡында синфи айырымлыҡтарҙың тәрәнәйеүе, Пугачев етәкселегендә Яйыҡ казактарының баш күтәреүе һәм уның манифесы, Салауаттың Пугачевҡа ҡушылыуы; баш күтәреүселәрҙең каратель отрядтары менән алыштары; Салауатты ҡулға алыу, язалауҙар, уны мәңгелек һөргөнгә оҙатыу күренештәре сағылдырылған.
Исеменән үк күренеүенсә, ҡобайырҙа алғы планға аталы-уллы ике тарихи шәхес – Юлай менән Салауат образы сығарылып, уларҙың көрәшкә күтәрелеүе реаль ижтимағи шарттар фонында тасуирлана. Художестволы әҫәр булараҡ, ҡобайырҙа уйҙырма мотивтар ҙа юҡ түгел, әммә улар, нигеҙҙә, көнкүрешкә бәйле эпизодтарға ҡағылғанлыҡтан, әҫәрҙең дөйөм йүнәлешен – тарихилығын ҡаҡшатмай, төҫһөҙләндермәй. Уйҙырманың характеры ла бында үҙенсәлекле: ул – ысынбарлыҡҡа яҡынлаштырылған уйҙырма, ә башҡа һыймаҫлыҡ фантастика түгел.


Тарихи яҙмалар ни һөйләй?


Шуныһы иғтибарҙы ныҡ йәлеп итә: “Юлай менән Салауат” эпосында ихтилалдың сәбәптәрен “аңлатыуға” ҙур урын бирелгән. Күтәрелеш алдынан булған ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙы һүрәтләү аша сәсәндәр, әйтерһең, Юлай менән Салауат кеүек көслө, оло шәхестәрҙең ижтимағи мөхиттең алғы һыҙығына сығыуының кәрәклеген, тәбиғилеген билдәләргә тырышҡан.
Заводсылар ҡулға алған

Түрә-һәрә бей булғас,

Заводсылар халыҡ ерен

Буштан-бушҡа талағас,

Бара-тора ил халҡы

Бөтә эште аңлаған:

“Былай булһа эш харап,

Ерҙе алалар талап,

Ҡул ҡаушарып тормайыҡ,

Әйҙә барып Юлайға

Кәңәш-төңәш итәйек!” –

Тип йыйналып, күмәкләп,

Ат саптырып килгәндәр.
Ябай халыҡтың юғары ҡатлам вәкиле Юлай түрәгә мөрәжәғәт итеүенең дә тәрән мәғәнәһе бар (ҡобайыр буйынса, ул бейҙәр һәм тархандар нәҫеленән).
Ошоноң менән сәсәндәр ихтилалға күтәрелеүҙең төп сәбәбе итеп милли иҙеүҙе күрһәтергә тырышҡан, бер үк ваҡытта йәмғиәттәге синфи ҡаршылыҡтар ҙа уларҙың күҙ уңынан ситтә ҡалмаған (быны аңлау өсөн килтерелгән өҙөктәге бер генә һөйләмгә иғтибар итеү ҙә етә: “Түрә-һәрә бей булғас”).
“Юлай менән Салауат” ҡобайырында Юлай Аҙналиндың ижтимағи ҡараштарын, кешелек сифаттарын сағылдырған бик күп мөһим һүрәтләмәләр бар.
Туранан-тура әйтелмәһә лә, улар аша Салауаттың азат рухлы шәхес булып үҫеүендә ата йоғонтоһоноң ни тиклем көслө булыуын аңламау мөмкин түгел. Башҡорт ерҙәренең таланыуына ҡаршылыҡ белдереп, батша властарына бер нисә тапҡыр яҙма рәүештә мөрәжәғәт итеүенә яуап булмағас, Юлайҙың халыҡты яуға күтәреүе, яу еңелгәс, тау төпкөлдәренә йәшенергә мәжбүр булыуы хаҡындағы мәғлүмәттәр ифрат тәрән йөкмәткеле. Ул ғына ла түгел, Рәсәйгә сит илдән яу килә, тигән хәбәрҙе ишеткәс, Юлай Аҙналин өйөнә ҡайтып, “йылҡы өйөрөн туплатып, яҡшы атын һайлап алып” һуғышҡа китә. Ҡайһы бер анахронизмдарға ҡарамаҫтан, был мәғлүмәттәрҙең барыһы ла тарихи нигеҙле. Юлай Аҙналиндың 1755 йылғы Батырша ихтилалында ҡатнашыу ихтималлығы, 1772 йылда Рәсәй ғәскәрҙәре составында Польша конфедераттары менән алышта батырлыҡ күрһәтеп, наградаға лайыҡ булыуы тураһында тарихсыларҙың (Ә.Н. Усманов, И.М. Гвоздикова) хеҙмәттәрендә ышандырырлыҡ дәлилдәр бар. Ҡобайырҙа ваҡиғалар конкретлаштырылмай. Юлай Аҙналиндың ҡасан, ниндәй һуғышта ҡатнашыуы хаҡында, мәҫәлән, баштағы эпизодтарҙа әйтелмәй, ул турала тик әҫәрҙәге мәғлүмәттәрҙе (“Юлай яуҙа дан алған / Батшанан миҙал алған”) документаль яҙмалар менән сағыштырғанда ғына асыҡлап була. Сәсәндәргә был осраҡта хәл-ваҡиғаларҙы тәғәйенләп күрһәтеү әллә ни кәрәкмәгәндер ҙә. Улар өсөн, бәлки, икенсе бер дөйөмләштерелгән тарихи хәҡиҡәтте: башҡорт халҡының менталитетына хас һыҙатты – илһөйәрлек, гражданлыҡ тойғоһоноң көслө булыуын – билдәләү мөһим булғандыр. Оло ил Рәсәйгә ситтән хәүеф янағанда, башҡорттарҙың үҙ милли мәнфәғәттәрен артҡа ҡуйып, хатта азатлыҡ яулап күтәргән ихтилалдарын туҡтатып тороп, һуғышҡа китеүҙәре фольклор материалдары буйынса ғына түгел, ә бәлки тарихи яҙмалар аша ла билдәле.

(Дауамы бар).
Читайте нас в