Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
2 Август 2019, 19:00

Бер-береһенә тиң йәр ине улар

Рауил Бикбаевтың ҡатыны Фәриҙә ханым уға һәр яҡлап терәк булды.

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рауил Бикбаевтың ҡатыны Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы күркәм ғүмер байрамын билдәләй. 

45 йыл ғүмерен балаларға инглиз телен уҡытыуға арнаған был мөләйем ханым бәләкәйҙән ҙур һынауҙар үтә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға – ике, апаһы Флүрәгә дүрт кенә йәш була. Мәскәүҙә Губкин исемендәге политехник институтты тамамлап, алтын приискы начальнигы булып хеҙмәт иткән атайҙары Яҡуп Хәбибулла улы Әсфәндиәров үҙ теләге менән фронтҡа китә. Күп тә үтмәй, уның хәбәрһеҙ юғалыуы хаҡында ҡағыҙ килә. Әсәләре Фирүзә ошо ҡайғыны күтәрә алмай, 29 йәшендә вафат була. Ике ҡыҙ Яҡуптың әсәһе Хөбниса Фәхретдин ҡыҙы ҡарамағында ҡала. 

Матур хәтирәләр һаҡлай 

Ғафури районының Үтәк ауылында тыуып буй еткергән, ошо ауыл мәҙрәсәһендә төплө дини белем алған Хөбниса апай тормо­шоноң иң ауыр мәлдәрендә лә йомшаҡ телле, изге күңелле, йор һүҙле, кешеләргә ярҙамсыл булып ҡала. Ейәнсәрҙәрендә лә ошо сифаттарҙы тәрбиәләргә тырыша ул. Оло йәштә булыуына, пенсия алмауына ҡарамаҫтан, балалар өсөн ҡулынан килгәнсә уңайлы шарт­тар булдыра. Сос, аҡыллы, тәр­биәле ҡыҙҙар үҙҙәрен атай-әсәй­ле балаларҙан бер ҙә кәм тоймай. 

Урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған Флүрә атаһы юлын – инженер һөнәрен һайлай. Ә Фәри­ҙәнең сит телдәргә һәләте булыуы асыҡлана – ул Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультетына барырға ниәтләй. Тап ошо мәлдә беренсе тапҡыр Рауил менән күрешә. Ағастан һалынған ятаҡ бүлмәһендә ике тиҫтәгә яҡын карауат теҙелгән, башҡа йыһаз юҡ. Ҡыҙҙар имтихандарға әҙерләнеп арыһа, ятаҡ коридорына сыға. Унда ла йәштәр геү килеп теге йәки был предмет буйынса фекер алыша, белгәне ихлас өйрәтә, белмәгәне иғтибар менән тыңлай. 

Тарих, әҙәбиәт, телде яҡшы белгән Рауил тиңдәштәренең бихисап һорауҙарына яуап бирә. Киң эрудициялы егет ҡыҙҙы белеме, тормошҡа фәлсәфәүи ҡарашы, һорау биргән һәр кешегә иғтибарлы булыуы менән арбай. Ошо мәлдә ҡыҙ күңелендә Рауилға ҡарата тыуған ихтирамы, эшһөйәр, кешелекле булыуына һоҡланыуы ғүмер буйы һаҡлана һәм тормоштағы бихисап ығы-зығыны йырып сығырға ярҙам итә лә инде. Бикбаевтарҙың мөхәббәт тарихын күргән йәш­тәштәре әле булһа ул хаҡта матур хәтирәләр һаҡлай. 

Бәхетле йәштәр IV курста өйләнешә. Тиҙҙән диплом алалар, улдары Айҙар тыуа. Кеше мунса­һында донъя көтә башлаһалар ҙа, тап ошо мәлде ҡатын иң бәхетле йылдар тип иҫкә ала. Фән юлын һайлап, аспирантураға уҡырға ингән иптәшен хуплап, Фәриҙә улына биш ай тулыуға эшкә сыға. Күп тә үтмәй, эшенән фатир бирәләр. “Беренсе эш хаҡым 63 һум булды. Һуғыш йылдарында үткән бала саҡ, аслы-туҡлы студент йылдарынан һуң ул аҡса беҙҙең өсөн бик ҙур ине”, – ти Фәриҙә ханым. 

“Баланың кешелек дәрәжәһен төшөрмәнем” 

Ике йылдан Черниковкалағы ике бүлмәле фатирҙың бер бүлмәһе уларға бирелә. 10 йыл дауамында урыҫ ҡатыны Наталья һәм уның ҡыҙы менән күрше булып, бик дуҫ йәшәйҙәр. Ошо ваҡыт эсендә ҡатынының “айырым фатир алырға ине” тигән теләгенә Рауил: “Ҡыйыҡтан һыу аҡмаймы, иҙән ишелмәйме? Тимәк, ошонда йәшәп торабыҙ әле”, – тип яуаплай. Күптәр өсөн сер түгел: оло шағир, фән һәм йәмәғәт эшмәкәре көнкүреш тормошта үтә ябай шарттарҙа йәшәне, үҙе өсөн нимәлер һоранып, таптырып йөрөмәне. 

Аҙағыраҡ ғаилә өс бүлмәле фатирға күсә. Ауылдан Рауилдың әсәһе Рәҡиә инәйҙе үҙҙәренә йәшәргә алалар. Шулай итеп, ҡәйнә менән килен Өфө ҡалаһында үҙенсәлекле рекорд ҡуя: 42 йыл бергә! Үҙ тормошонда илдәге күп михнәттәрҙе татыған, кулак мөһөрө менән һөргөндә булған, йәшләй тол ҡалып, яңғыҙы биш бала тәрбиәләп үҫтергән Рәҡиә инәйгә ҡарата Фәриҙә мәрхәмәтле, йомшаҡ, асыҡ күңелле булырға тырыша. Иң мөһиме – һөйгәненең иң яҡын кешеһе – ғәзиз әсәһе икәнен бер ҡасан да онотмай ул. 

Фәриҙә ханымдың тағы бер матур сифаты бар. Ул да булһа – туған йәнле, кеселекле була белеүе. 58 йылғы ғаилә тарихында уларға кем генә килмәй, ниндәй йомош менән генә мөрәжәғәт итмәйҙәр! Бикбаевтар һәр кемгә ҡулдан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа, түрҙән урын бирә, Рәҡиә инәй һәм Фәриҙә ханым бешергән тәмле аштар менән һыйлай. 

Аҡманайҙа яҙыусыларға баҡса өсөн бирелгән ерҙә өй төҙөү, баҡса үҫтереү, шағирҙың бер минутын да әрәм итмәй, төнгө сәғәт 3-тән тороп, туҡтауһыҙ ижад итеүе. Күршелә – дуҫтары, фекерҙәштәре Әлибаевтар, Бүләковтар... Гөр­ләшеп Аҡманай күлендә һыу инеүҙәр, ҡатындарҙың көйәнтә­ләп шишмәгә һыуға барыуҙары, еләк­кә йөрөүҙәр, кистәрен осрашып, ил, республика интеллигенция­һын борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алышыу, шиғыр һөйләү, пландар менән уртаҡлашыу, уйын-көлкө... Бикбаевтар ғаиләһенең бәхетле йылдары тап ошонда үтә. 

...Балаларҙы ныҡ яратыуҙан уларҙы уҡытыу, сит телгә ҡыҙыҡ­һыныу уятыу ауыр булмай. Кире­һенсә, дәрестән һуң уҡыусы­лар ме­нән күпме эш башҡарыу, яңы мето­дик алымдар менән танышыу, тәр­биә һәм педагогика хаҡында китап­тар уҡыу – һәр эшен төплө башҡа­рырға ынтыла уҡытыу­сы. Айырыуса уҡыусылар менән музейҙарға һәм райондарға поход­тарға барыу иҫтә ҡалған. Ошо сараларҙың күбеһендә ҡатынына ярҙам итеп Рауил ағай ҙа ҡатнаша. “Һәр балаға шәхес тип ҡараным. Уҡыусыларҙың ата-әсәһе һәр эше­беҙҙә ярҙамсы булды, шуға эшләүе ҡыҙыҡ та, рәхәт тә ине. Хеҙмәт дәүеремдә бер кеше менән дә һүҙгә килешмәнем, һәр саҡ үҙемде икенсе кеше урынына ҡуйып ҡарай инем. Бер ҡасан да баланың кешелек дәрәжәһен төшөрмәнем”, – ти Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы. 

Бикбаевтарҙың улы өйләнеп, бер-бер артлы ике ейәндәре тыуа – был да донъяуи бәхеттең ҙур өлөшөлөр. 

Ижад, фән, эш, донъя мәшәҡәт­тәре менән ҡайнап йәшәп ятҡанда, 1993 йылда ғаиләгә оло ҡайғы килә – улдары вафат була. Тап ошо мәлдә туғандар, дуҫтар, хеҙмәт­тәштәр терәк була. Бер нимә менән дә алмаштырғыһыҙ юғалтыуҙы кисереү – Аллаһ Тәғәләнең был донъялағы бер һынауылыр. Оло йәштәге Рәҡиә инәй ҙә был юғалтыуҙы ауыр кисерә, шуға ла ир менән ҡатын нисек кенә ауыр булһа ла, бер-береһенә, инәйгә терәк булып, башкөллө эшкә сумып, йәшәүен дауам итә. 

“Рауил Төхфәт улы кеүек” 

Аҙмы-күпме ваҡыттан һуң шағир­ҙың шиғри йыйынтыҡтары, фәнни эштәре бер-бер артлы донъя күрә, ул етәкләгән Яҙыу­сылар союзының эше йәнләнә, төбәк бүлексәләре ойошторола. Ошо һәм башҡа бик күп ваҡ, мәшәҡәтле, кешенең күҙенә күренмәгән эштәрҙе атҡарып сығыу һөҙөмтә бирә – Яҙыусылар союзы­ның эше Рәсәй кимәлендә юғары баһа ала. 

Иптәшенең һәр ижад емешен бе­ренсе уҡып, үҙ фекерен әйткән Фә­риҙә лә төп эше менән бер рәттән Рауил Төхфәт улының ҡулъ­яҙмаларын мөхәррирләшә. Бынан тыш, ул иренә ижад итергә шарттар тыуҙыра. Ял көндәрендә, хатта отпуск мәлендә лә бер туҡтауһыҙ эш­ләгән шағирҙан ҡатыны бер ҡасан да үҙенә айырым иғтибар та­лап итмәй, уның халыҡҡа, әҙәбиәткә хеҙмәт итеүен яҡшы аңлай.

Айырыуса Ғәзим Шафиҡов ме­нән оҙаҡ йылдар дауамында Шәйехзада Бабич хаҡында мәғлүмәт туплауы, архив документтары ме­нән эшләүе, халҡыбыҙға уның исемен ҡайтарыу буйынса башҡар­ған хеҙмәте оло ихтирамға лайыҡ. Был эште атҡарғанда шағирҙың күпме тыйыу, нахаҡ һүҙҙәр ишетеүе, йәне әрнеүе... Шөкөр, бөйөк Бабичтың исеме лайыҡлы баһа алды, һәйкәле ҡуйылды. Остазы, рухташы, фе­керҙәше Рәми Ғарипов хаҡында бер нисә йыл дауамында башҡорт һәм урыҫ телдәрендә китап яҙыуҙы ла үҙ бурысы тип һанай Рауил ағай. 

Фәриҙә ханымдың күңелһеҙ мәлдәре – Рауил Төхфәт улының дуҫтарын юғалтҡан ваҡыты. Денис Бүләков, Сафуан Әлибаев, Тимер Йосопов, Ирек Кинйәбулатов... Ғаилә дуҫтарына әйләнгән был шәхестәр менән оҙаҡ йылдар аралашыу, балаларҙың күҙ алдында үҫеүен күреү – үҙе ҙур бәхет. 

Фәриҙә апай өсөн ҡатын-ҡыҙ идеалы – өләсәһе Хөбниса. Ысын ир-егет ниндәй булырға тейеш, тигән һорауыма “үҙ Ватанының, халҡының патриоты, егәрле, кешелекле, аҡса ҡоло булмаған кеше” тип яуапланы. Һуңынан “Рауил Төхфәт улы кеүек” тип өҫтәне. Күптән түгел беҙҙең аранан киткән шағир беҙ һөйләшкәндә эргәбеҙҙә ултырғандай ине. 

Ә тормошо, булмышы, ижады ме­нән күптәребеҙгә өлгө булырҙай ағайыбыҙ бай мираҫ ҡалдырҙы. Уҡып туйғыһыҙ шиғри әҫәрҙәр, фән­ни монографиялар, эстәлекле, фәлсәфәүи мәҡәләләр. Шағир иҫән саҡта уның һәм Фәриҙә ханым өсөн бөгөн оло йыуаныс, бөтмәҫ ҡыуа­ныс – дүрт бүлә-бүләсәре – Асҡар, Асель, Алина, Алан. Күрше йортта йәшәгән балалар менән күрешеү, уларҙы тәмле ризыҡтар менән һый­лау, уйнау, ололарына дәрес әҙерләшеү бәхетле итә Фәриҙә апайҙы. Мәскәүҙән ҡунаҡҡа килгән Флүрә апаһы – уның ҡайғыһын да, бәхетен дә уртаҡлашҡан яҡын кешеһе. 

Ирҙе ир иткән дә – ҡатын, хур иткән дә – ҡатын, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Фәриҙә ханымдың ирҙе ир итеп, уға ихлас ярҙам итеп йәшәүе оло ихтирамға лайыҡ. Тоғро ҡатын һәм фекерҙәш, хеҙмәттәштәренә ышаныслы дуҫ, тормош юлында осраған һәр кешегә һөйкөмлө ханым, туғандарға егәрле еңгә һәм ярҙамсыл апай булып йәшәүе киң күңелле, кешелекле, изгелекле булыуҙы талап итә. Беҙҙең утыҙ йылға яҡын аралашыу дәүерендә ҡатын-ҡыҙ тап шундай булырға тейеш тигәнгә инандым. Ғаилә мөнә­сә­бәттәрендә, аш-һыу әҙер­ләүҙә, баҡса үҫтереүҙә, балалар тәрбиә­ләүҙә ул – минең өсөн өлгө. Хәйер, миңә генәме икән?! Аллаһ Тәғәлә был апайҙа ҡатын-ҡыҙға хас иң матур сифаттарҙы йыйған. Рауил ағай менән Фәриҙә апайҙың күркәм сифаттары, таланттары нәҫелдәрендә дауам итһен, халҡыбыҙҙың ғорур­ланырлыҡ улдары һәм ҡыҙҙары тыуһын! 

Һандуғастың парҙары ла... 

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тормош иптәше Фәриҙә апайға.

Һеҙҙе күрһәм, әллә ниңә 

Күңелем тула инде, 

Һандуғастың парҙары ла 

Һандуғас була инде... 

Ул һинән бигерәк уңғандыр, 

Һин унан уңдың микән, 

Ғүмере буйы илһам биргән 

Былбылы булдың микән?! 

Был тормошта ни күрһәң дә, 

Өнһөҙ күтәргәнһеңдер, 

Шундай шағир менән нисек 

Ғүмер үткәргәнһеңдер... 

Һин бит уға көс-дәрт биргән, 

Һин бит уны ир иткән, 

Күңелдәрен иреткән дә 

Мөхәббәттән тилерткән. 

Шундай оло һөйөү барҙа, 

Шиғыр ни, тыуа инде – 

Шағирҙарҙың ҡатыны ла 

Шағирә була инде!!! 

(Зөлфиә Ханнанова). 

Автор: Зөлфиә БАСИРОВА.
















































Читайте нас: