Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
9 Август 2019, 15:15

“Юрий әсәһен бик яҡын күрә ине”

“Башҡортостан” гәзите редакцияһында оҙаҡ йылдар биҙәлеш мөхәррире булып фоторәссам, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Нәсих Хәлисов эшләй. Ул – билдәле рок йырсыһы, музыкант Юрий Шевчуктың курсташы, Башҡорт дәүләт педагогия университетында бергә уҡығандар.

Нәсих Хөбөтдин улының һирәк булһа ла, курсташы менән аралашып тороуын, уның Өфөлә үткән концерттарында булыуын бәләбеҙ.

– Юрий атаһы һәм әсәһе менән бик йылы мөнәсәбәттә ине. Бынан бер нисә йыл элек Юрий Шевчуктың ижадына һәм тормош юлына бағышланған китап сыҡты, унда фотокүргәҙмә менән бер рәттән, Фәниә Әкрәм ҡыҙының рәссамдары ла ҡуйылғайны. Ошонда ла беҙ улы менән әсәһенең ни тиклем яҡын кешеләр, рухташ, фекерҙәш булыуын күрҙек.

Юрий ил кимәлендә танылған шәхес булһа ла, бер ваҡытта ла курсташтарын онотмай. Өфөлә, ул ҡатнашҡан сараларҙан, концертынан һуң йыйылышып, осрашҡаныбыҙ ҙа булды. Рок-йондоҙ тиһәләр ҙә, Юра ифрат ябай, ихлас кеше. Әлбиттә, Фәниә Әкрәм ҡыҙының вафаты – уның өсөн дә, беҙҙең өсөн дә оло юғалтыу. Йырсыны тыуған ҡалаһы менән бәйләп торған бер еп ине лә ул... Курстышымдың ҡайғыһын ысын күңелдән уртаҡлашам, – ти Нәсих Хәлисов.

Фото: Нәсих Хәлисовтың шәхси архивынан.
Читайте нас: