Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
11 Август 2019, 23:34

"Әсәй оҙаҡ йәшәй алманы", - ти Кәрим

Һүҙ ҙә юҡ, ул һәр саҡ борсола, беҙ күрмәгәндә планшетынан әсәһе менән төшкән фотоларын һәм видеоларын ҡарай. Ә ҡыҙыбыҙ әлегә хәл йыйып китә алмай. Ятып ҡына тора. Ултырмай ҙа.

В. Фәттәхованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән
В. Фәттәхованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән
Яратҡан йырсыбыҙ Вәсилә Фәттәхованың баҡыйлыҡҡа күсеүенә өс йылдан ашыу ваҡыт үтте. Халыҡ сәхнә йондоҙон онотмай. Радио һәм телевидение аша йырҙарын тыңлағанда ғаиләһен иҫкә төшөрә. Уларҙың ҡайғыларын уртаҡлашып, социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең теләктәрен юллай.
Шул уҡ ваҡытта уның тормош иптәше Илгиз Ғәдрәҡипов та бөгөн нисек йәшәүҙәре, сабыйҙарының тормошо хаҡында бәйән итә. "Улым әлегә сабый ғына булһа ла, ололарса һөйләшә белә. Өләсәһенә: "Әсәй оҙаҡ йәшәй алманы. Олатай менән һеҙгә оҙон ғүмер теләйем", - тигән. Һүҙ ҙә юҡ, ул һәр саҡ борсола, беҙ күрмәгәндә планшетынан әсәһе менән төшкән фотоларын һәм видеоларын ҡарай. Ә ҡыҙыбыҙ әлегә хәл йыйып китә алмай. Ятып ҡына тора. Ултырмай ҙа. Кәрим һеңлеһе өсөн йән атып тора. Иртән, уяныу менән, уның янына инеп уйнай. Ныҡ яҡын күрә. Камилә лә ағаһын күреү менән шунда уҡ йылмая, көлә башлай", - тип яҙған.
Ғәбдрәҡиповтарҙың артабанғы ғүмере бәхет-шатлыҡтарҙан тороуын, Камиләнең тиҙерәк һауығыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: