Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
14 Август 2019, 18:40

Земфира Рәдифтән нисә йәшкә оло?

Нисә йәш? Ҡайһы райондан? Балаһы бармы? Сәнғәт йондоҙҙарының бала сағы, шәхси тормошон барыбыҙ ҙа белге килә.

Нисә йәш? Ҡайһы райондан? Балаһы бармы? Сәнғәт йондоҙҙарының бала сағы, шәхси тормошон барыбыҙ ҙа белге килә.


Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Земфира Байбулдинаның Рәдиф менән нисек танышыуы, уларҙың йәш айырмаһы менән ҡыҙыҡһыныусылар күп.


– 2003 йылда "Гәлсәр һандуғас" телетапшырыуын алып бара инем, – тип күңел серҙәре менән уртаҡлашты сәхнә йондоҙо. – Тап шул саҡта таныштыҡ Рәдиф менән. Ул конкурста ҡатнашты. Унан һуң йыш ҡына минең янға килеп йөрөй башланы. Рәдиф минән туғыҙ йәшкә бәләкәй. Күптәр йәш айырмаһы тойоламы тип ҡыҙыҡһына. Юҡ, тиер инем. Мин уға үлеп ғашиҡ булдым. Хәҙер бергә йәшәүебеҙгә ун дүрт йыл. Был йылдарҙа Рәдиф рухи яҡтан үҫте, дингә килде, дини һәм психологик китаптарҙы күп уҡый. Мин башлыса өй эштәре, балаларҙы тәрбиләү менән мәшғүлмен. Ирем хәҙер минән бер башҡа ҙур.


Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас: