Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
15 Август 2019, 23:09

"Вәт, башҡорт ҡыҙы һеңдергәнсе әйтте!"

Баҫмабыҙҙың "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөндә тура бәйләнеш ойошторғас, байтаҡ кеше Мәхмүдә Хисаеваның кемлеген һорашып яҙҙы, шылтыратты.

"Вәт, башҡорт ҡыҙы һеңдергәнсе әйтте!"


Кисә Башҡортостандың Милли музейында Археологтар көнө уңайынан башҡорт археологы Мәхмүдә Садиҡованың тыуыуына - 100, Алексей Шмидттың яҡты иҫтәлегенә арналған күргәҙмә асылды.
Сара Башҡортостанда археология фәненең академик фекеренә нигеҙ һалыусыларҙы иҫкә алыу менән генә түгел, ә төбәктә бөгөн дә был өлкә ғалимдары ҙур эш алып барыуҙары хаҡында фекер алышыу ҙа ине.
Баҫмабыҙҙың "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөндә тура бәйләнеш ойошторғас, байтаҡ кеше Мәхмүдә Хисаеваның кемлеген һорашып яҙҙы, шылтыратты.
"Тура бәйләнеш"те ғалимәнең улы, яҙыусы Рауил Садиҡовтың үтенесе буйынса эшләнек. Ул Израилдә йәшәй, башҡорт халҡының мәшһүр эпосы "Урал батыр"ҙы иврит теленә тәржемә итте. Был хаҡта гәзит уҡыусылар хәбәрҙар. Рауил Әхмәтшәриф улы шулай уҡ 2014 йылда "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү флешмобында ҡатнашып, тәүгеләрҙән булып ҡобайырҙы Израилдә яңғыратҡан кеше. Әсәһенең хөрмәтенә ойошторолған сараға ҡайта алмау сәбәпле, ул сараға ҡатнашырға беҙҙе саҡырҙы.
Кем һуң ул Мәхмүдә Хисаева? Ул Башҡортостан археологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Мәскәү ғалимдары уның етди эшмәкәрлеген юғары баһалаған, был хаҡта уҡытыусыһы, фән докторы, заманында Дәүләт тарих музейы директоры булып эшләгән Алексей Смирнов яҙған хәбәрҙәр аша белергә була. Уның фәнни мәҡәләләренә баһа, эшмәкәрлегенә анализ биреп яҙған хаттар башҡорт ғалимәһенең бер ниндәй шарттар булмаған саҡта ла экспедицияларға сығып, фәнни көндәлектәр алып барыуы - ул эшенә мөкиббән китеүе, фиҙакәрлеге хаҡында һөйләй.
Күргәҙмәлә М.Х.Садиҡованың фотолары, шәхси әйберҙәре, дипломы и аттестаты, хаттар, коллегалары бүләк иткән китаптар урын алған. Ғалимәнең шәхси архивынан документаль фильм да күрһәтелде.
"Тәҡдим ителгән археологик предметтар күсмәндәрҙең (сарматтар) Башҡортостан территорияһында беҙҙең эраға тиклем I мең – беҙҙең эраның I меңенсе дәүерҙәрен сағылдыра. Иҫке Ҡыйышҡы зыяратында табылған әйберҙәр бик ҡиммәтле", - тине үҙ сығышында Милли музейҙың генераль директоры Марат Зөлҡәрнәев.
Әйткәндәй, күргәҙмәлә ҡайһы бер әйберҙәр тәүге тапҡыр сығарыла.

Мәхмүдә Хисаеваның эшмәкәрлеге менән яҡындан танышырға теләгәндәр рәхим итегеҙ.

Уҡытыусыһы Алексей Смирнов: "Вәт, башҡорт ҡыҙы һеңдергәнсе әйтте!"- тигән уның археология фәненә бәйле сығышын тыңлап.
Читайте нас: