Шәхестәр
16 Августа 2019, 08:46

Фәриҙә Ғаззалова: "Әсәйемде бер тапҡыр ғына төшөмдә күрҙем"

Үлгән төндә әсәйемде бер тапҡыр ғына төшөмдә күрҙем. Иңемә аҡ шәл һалды ла, ҡыҙым, һеңлеңде ҡара, тип ҡайындар араһына инеп китте.

Йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенәнЙырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән
Йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән
"Гәлсәр һандуғас" телевизион конкурсы аша танылған Фәриҙәне халыҡ тәүге йырынан уҡ күтәреп алды һәм ҙур киләсәк юраны. Эстрада һәм халыҡ йырҙарын да берҙәй оҫталыҡ менән башҡарған һылыу – бөгөн тамашасыларҙың яратҡан йырсыһы, республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты.
Салауат районының Лағыр ауылында тыуған моңло ҡыҙға тормош бәләкәйҙән ҡаты һынауҙар ҡуя. Әсәһе вафат булғанда Фәриҙәгә – 10, ә һеңлеһенә өс кенә йәш була. "Өләсәйем менән олатайым тәрбиәһендә үҫтек, – ти ул бала саҡ хәтирәләренә бирелеп. – Үлгән төндә әсәйемде бер тапҡыр ғына төшөмдә күрҙем. Иңемә аҡ шәл һалды ла, ҡыҙым, һеңлеңде ҡара, тип ҡайындар араһына инеп китте. Әсәйем иҫән булһа, минең уңыштарымды күреп ҡыуаныр итеп тип уйлайым..."
Бөгөн Фәриҙә – үҙе әсәй. Улы Асҡар быйыл өсөнсө класҡа бара. Тиҙҙән йәнә уға иптәшкә бәпәй алып ҡайтырға әҙерләнә.
– Әсәйле булыуҙан да ҙур бәхет юҡ. Бөтә кеше лә әсәһен ҡәҙерләһен, ауыр һүҙҙәр әйтмәһен ине, – ти ул.
Читайте нас