Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
22 Август 2019, 13:30

Радик Юлъяҡшинға тубыҡланып рәхмәт әйттеләр

Берәүҙәре әрләй, икенселәре яҡлай, өсөнсөләре рәхмәт әйтеп бөтә алмай. Әлеге лә баяғы Радик тураһында һүҙ.

Берәүҙәре әрләй, икенселәре яҡлай, өсөнсөләре рәхмәт әйтеп бөтә алмай. Әлеге лә баяғы Радик тураһында һүҙ.


Ошо көндәрҙә Татарстан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Татарстандың Рәсәйҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиле Рауил Әхмәтшин Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшин менән осрашты.


Баҡтиһәң, Радик былтыр Мәскәүҙәге IV "Мәскәү – Татарстан күпере" йәштәр йыйынында спикер булараҡ ҡатнашҡан, концертта йырлаған. Яҡташыбыҙҙы тағы 9 ноябрҙә үтәсәк V йәштәр форумына ла саҡырҙылар. Барлыҡ проекттарҙа һәм сараларҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Радик Юлъяҡшинға вәкиллектең Рәхмәт хатын тапшырҙылар.


Билдәле булыуынса, Радик хәҙер Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Осрашыуҙа ул үҙенең ижади пландары менән уртаҡлашҡан. Сәхнә йондоҙо вәкиллек хеҙмәткәрҙәренә үҙенең дискыларын бүләк итте, киләһе йылда үтәсәк концертына саҡырҙы.


Фото: "Татар-информ"
Читайте нас: