Халыҡтың яратҡан йырсыһы, диктор Фәрүәз Урманшин актер Хәким Мортазин менән фотоға төшөп, "Бәйләнештә" социаль төркөмөнә ҡуйған.
Аҫтына "Дәү кеше – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин менән. Мин уның эргәһендә бөтәнләй бәләкәс кенә булып ҡалдым", – тип яҙған.
Талантлы йырсыны "йыуатыусылар" ҙа табылған. Әхмәт Яҡупов: "Алтын ҙур булмай. Унан ҡайһы яҡтан ҡарайһың бит. Бер яҡтан ҡараһаң, һин ҙурыраҡ. Икенсе мөйөштән ҡараһаң, ул бейегерәк", – тигән. Ә Нәсимә Йәнтилина: "Кәүҙәң үҙеңә күрә тамам. Темәстә һөйләгән көләмәсеңә тыйыла алмай көлдөм. Концерттан сығып көлөп инәйем микән тип уйлап бөттөм. Ул көләмәстәрҙе кешеләргә һөйләнем. Бигерәк тә һепертке алырға барған әбей тураһындағыһы ҡыҙыҡ. Йырҙарыңды яратабыҙ, уңыштар һиңә"! – тип өҫтәгән.
Беҙгә ҡалһа, икеһе лә ҙур артистар. Фәрүәз шәп йырсы! Ә Хәким Мортазин Рәсәйҙә иң оҙон артист һәм шәп көлкө оҫтаһы ла. Эш кәүҙәлә түгел.
Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.