Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
28 Август 2019, 18:47

Лилиә Биктимерованы атаһы ни өсөн яратмаған?

Билдәле кешеләрҙең бала сағы, тормошо хаҡында ҡыҙыҡһынмаған кеше юҡтыр.

Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Фото: йырсының социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Билдәле кешеләрҙең бала сағы, тормошо хаҡында ҡыҙыҡһынмаған кеше юҡтыр. Популяр йырсы Лилиә Биктимерова Яңауыл ҡалаһында тыуһа ла, ун йәштән Пермь крайының Барҙа ҡалаһында йәшәй. Сәбәбе: әсәһе үлгәс, атаһы икенсе ҡатынға өйләнә. Ә Лилиә үгәй әсәй менән йәшәгеһе килмәй. Үҙен ҡарап үҫтергәне өсөн әсәһенең бер туған һеңлеһе Алһыу апаһы менән еҙнәһенә ҙур рәхмәт әйтә йырсы.


- Атайым менән әсәйем мине малай булыр тип көткән, - ти ул "Аҡсарлаҡ" гәзитенә биргән әңгәмәһендә. - Ҡыҙ бала тыуыуына атайым бер ҙә шатланмаған, ул хатта әсәйем менән мине бала табыу йортонан да барып алмаған. Ике-өс айлыҡ сағыма тиклем әйләнеп тә ҡарамаған. Шулай ҙа йән тартмаһа, ҡан тарта тигәндәй, күпмелер ваҡыт үткәс, мин сәңгелдәктә йоҡлап ятҡанда ситтән генә күҙәтә торған. Төҫ-ҡиәфәтем менән уға оҡшағанмын. Әкренләп атайҙың миңә мөнәсәбәте үҙгәрә башлаған.

Читайте нас: