Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
2 Сентябрь 2019, 10:31

Өнмө был, төшмө?

Бөгөн ҡаҙаҡ йырсыһы һәм композиторы Димаш Кудайберген бик популяр. Уның моңло тауышына бар донъя ғашиҡ. Шул иҫәптән ауыр сирле ҡыҙ Ләйсән Сәйетназарова ла.

vk.com
vk.com
Бөгөн ҡаҙаҡ йырсыһы һәм композиторы Димаш Кудайберген бик популяр. Уның моңло тауышына бар донъя ғашиҡ. Шул иҫәптән ауыр сирле ҡыҙ Ләйсән Сәйетназарова ла.
Димаш яңыраҡ Ҡазанда уҙған һөнәри оҫталыҡ буйынса донъя чемпионатын ябыу тантанаһында ҡатнаша. Ләйсән дә был сараға яратҡан йырсыһын күрергә бармаҡсы була, әммә сираттағы химия терапияһынан һуң быға хәле ҡалмай.
Шул саҡ Димаштың үҙен Ләйсән ятҡан хосписҡа саҡыралар. Әллә ни өмөтләнмәһәләр ҙә, йырсы килә! Шуға күрә сирлегә аҙаҡҡаса был турала әйтмәй торалар.
Көтөлмәгән бүләктән ҡыҙ телһеҙ ҡала. Уның кисерештәрен һөйләп кенә аңлатып бирерлек түгел тиҙәр. Ҡаҙаҡ егете Ләйсәнде үҙенең концертына ла саҡыра.
Сәнғәттең, һөйөүҙең көсө сикһеҙ, бәлки, ҡыҙыҡай аяҡҡа ла баҫып китер әле.
Читайте нас