Башҡортостандың Милли музейында данлыҡлы генерал М. Шайморатовҡа арналған экспозиция залы эшләүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ундағы ҡомартҡылар араһында яугирҙең наградаларына ҙур урын бирелгән.
Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: ул Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың авгусында үҙенең полкы менән фронтҡа китә һәм генерал-майор Л. М. Доваторҙың кавалерия төркөмөнә (артабан — кавалерия корпусы) барып ҡушыла. 1941 йылда республика халҡынан төҙөлгән 112-се Башҡорт атлы дивизияны әҙерләүгә күп көсөн һалған генерал декабрь урталарында уны ҡабул итеп ала.
1943 йылдың 23 февралендә дошман тылындағы оҙайлы һуғышта гвардия генерал-майоры Миңлеғәле Шайморатов Ворошиловград өлкәһендәге Ивановка районының Штыревка ауылы янындағы алышта батырҙарса һәләк була.
Уның наградалары – ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1938, 03.12.1941), Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (14.02.1943). Ордендарҙың документтары ла ҡуйылған.
Бынан тыш, күргәҙмәлә батырҙың ҡатыны Ольга Павловна, ҡыҙы Октябринаның фотолары ла бар.