Тарихи ҡараш менән нәфис әҙәби әҫәрҙәр тыуҙырҙы.
Август аҙағында 90 йәшлек юбилейын билдәләгән булыр ине Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов. Ул үҙе иҫән сағында тыуған яғына йыш ҡайтып, халыҡ менән аралашып, шунда уҡ “Дим” әҙәби берекмәһен ойоштороп, кендек ҡаны тамған ерҙең рәхәтен тойоп йәшәне.
Ул саҡта мин мәктәп уҡыусыһы инем әле, әммә әҙәбиәт дәреслегендә Дәүләкән районынан сыҡҡан ҙур яҙыусының булыуы миндә сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо уята ине. Тыуған ауылы Яңы Йәнбәк Өршәк буйында ултыра. Уның ошо төбәктән сығып, үҫмер килеш кенә Бөйөк Ватан һуғышына юлланып, аҙаҡ СССР дәүләтендәге иң ҙур әҙәби баҫмаларҙа ҙур вазифаларҙа эшләүе, донъя кимәлендә әҙәбиәт тураһында фекер йөрөтөүе сикһеҙ һоҡландыра, ғорурландыра ине. Һуғышта бит ул буласаҡ данлыҡлы режиссер Григорий Чухрай взводында йәш радист була. Ошо йылдарҙа күргән-кисергәндәрен яҙыусы үҙенең күләмле проза әҫәрҙәрендә лә яҡтыртты. Ғөмүмән, уның ижадының төп үҙенсәлеге – ул документаль нигеҙле, архивтарҙа өйрәнеп башҡорт тарихын яҙҙы, башҡорттоң боронғо образдарын тыуҙырҙы. Ғәжәйеп ҡыҙыҡлы бит “Һауыр ҡумта” романы. Уҡытыусылыҡ эше лә уның әҫәрҙәрендә сағылыш тапты.
Мәскәү дәүләт университетын тамамлауы бер, әҙәбиәт менән шөғөлләнгән М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтында аспирантурала уҡып, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлауы – үҙе бер күренеш. Маҡсатҡа ынтылыш, халҡың хаҡында бар донъяға еткереү теләге, минеңсә, уны ҙур донъяға алып сыҡҡан.
“Совет Башҡортостаны” гәзитенең башҡорт телендә үҙаллы баҫма булараҡ донъя күрәсәге шик аҫтына алынған мәлдә партияның өлкә комитеты алдында был хаҡта ризаһыҙлыҡ белдереп сығыш яһаған бер төркөм зыялылар араһында шағир Рәми Ғарипов менән Әхиәр Хәким дә була. Бынан ары Рәми Ғарипов, Өфөлә эш таба алмай, ауылға китергә мәжбүр була. Күп тә үтмәй, “Ағиҙелдә” эшләп йөрөгән Әхиәр Хәкимов та, урындағы мөхиткә һыймай, Мәскәүгә юллана”, – тип яҙылған мәҡәләләрҙе уҡырға насип булды.
Мәскәүгә китеүе, бер яҡтан, йөрәген әрнетһә, икенсе яҡтан, уның өсөн бик күп ижади мөмкинлектәр ҙә асҡан. Ул бит заманында ғына түгел, бөгөн инде классиктар иҫәбенә ингән Ҡайсын Кулиев, Рәсүл Ғамзатов, Георгий Гулиа, Нодар Думбадзе, Олесь Гончар, Василь Быков, Иван Драч, Сыңғыҙ Айытматов, Аҫыл Яҡубов, Сәрүәр Азимов, Мөьмин Каноат, Абдижәмил Нурпеисов, Виктор Астафьев, Зөлфиә, Давид Кугультинов, Олжас Сөләймәнов кеүек яҙыусылар менән тығыҙ аралашып, ижад итә, уларҙың яҙғандарын “Дружба народов” журналына әҙерләп баҫтыра. Бына кем ул Әхиәр Хәкимов. Башҡорт әҙәбиәтенең хакимы, тип әйтһәк тә һис артыҡ булмаҫ.
Әҙиптең юбилейы ғына түгел, тыуған көнө лә Дәүләкән районында һәр йыл билдәләнә. Быйыл инде Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың 90 йыллыҡ юбилейы уңайынан уның исемен йөрөткән мемориаль йорт-музейында Ҡөрьән аяттары уҡылып, яҙыусыны иҫкә алдылар. Дәүләкән ҡалаһы мәсете имамы Амур Юнысов Әхиәр Хәкимовҡа, уның ҡатыны Лидия Камаловнаға, ҡыҙҙары Гөлшат Әхиәр ҡыҙына, Рәсимә Ураҡсинаға арнап доғалар ҡылды. Яҙыусының йәнле рухын һаҡлаған йорт, һәр ваҡыттағыса, үҙенең эске йылылығы, әҙәби мөхите менән күптәрҙе йәлеп итеп тора. Бынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Дәүләкән районы хакимиәте музейға, халыҡ яҙыусыһының ижадына, иҫтәлеген һаҡлауға ҙур иғтибар бүлә.
Артабан юбилей сараһы район мәҙәниәт йортонда дауам итте. Унда халыҡты район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәфис Әхмәтрәхимов тәбрикләне һәм киләсәктә музейҙы киңәйтеү, яр буйҙарын йәмләү, асыҡ һауала халыҡ өсөн саралар ойоштороу күҙалланыуы тураһында һөйләне.
Сарала Әхиәр Хәкимов тураһында фильм күрһәтелде, сәсән телле Юлиә Йәһүҙина – ҡобайыр, Минислам Солтанғәлиев йыр бағышланы. Әҙипкә арналған күргәҙмәлә лә бик бай материал тупланғайны. Вера Сотникованың яҙыусыға арналған шиғыры ла кисәне тулыландырып ебәрҙе. Ә. Хәкимов исемендәге премия лауреаты Гөлфирә Ғәскәрова үҙенең сығышында хәтирәләре менән уртаҡлашты, ижадының мәңгелек булыуын билдәләне. Яҙыусының тәүгеләрҙән булып “Урал батыр” эпосын тәржемә итеүе тураһында әйтте. Был да үҙенә күрә ижади батырлыҡ. Эпос бит ул, ә әҙәби әҫәр түгел: унда халыҡ аҡылы, йөрәге, зиһене!
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңзәлә Хәлилова районда әҙиптең шиғырҙарын ятлау буйынса конкурс ойоштороласағы хаҡында һөйләне. Ә. Хәкимов исемендәге Яңы Йәнбәк мәктәбе директоры Эльвира Туҡаева әҙипкә арналған мөйөш булдырыуҙары, аллея барлығы хаҡында һөйләне. Был ауылда инде һәр бала Әхиәр Хәкимовтың кемлеген белеп, ижадын өйрәнеп үҫә.
Әхиәр ағай Дәүләкәндең “Экспромт” халыҡ инструменталь ансамбленең сығышын бик ярата торғайны. Был сарала ла улар ҡатнашып, әҙип яратҡан ярһыу халыҡ көйҙәрен, венгр моңдарын уйнаны. Һөйләһәң кеше ышанмаҫ, тиһәләр ҙә, яҙам әле. Көй уйнай башлау менән әллә ҡайҙан энәғараҡ осоп килеп инде лә әйҙә бейей башланы. Уның әле иҙәнгә тейеп, әле өҫкә күтәрелеп бейегәнен бер мин генә түгел, тотош зал булып ултырған уҡытыусылар ҙа, китапханасылар ҙа күҙәтте. Йыйылған халыҡ барыһы ла бер фекерҙә булды: рухтың мәңгелек булыуына бер ишара төҫлө ине был йән эйәһенең сығышы...
Артабан М. Ғафури исемендәге музейҙа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың юбилей саралары дауам итте. Сарала Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Гөлфиә Юнысова, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев сығыш яһаны, хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Зәки Арыҫлан улы, үҙ сығышында шәхестең ижадына байҡау яһап, юғары кимәлдәге әҫәрҙәре, Мәскәүҙә башҡа милли әҙәбиәттәр вәкилдәренә ихлас мөнәсәбәте тураһында һөйләне.
Ҡәҙим Аралбаев заманында Әхиәр Хәкимов менән аралашып, хат алышып йәшәгән. Ул яҙыусының Мәскәүҙә саҡта тыуған яғын һағынып, бында ынтылып йәшәүе хаҡында әйтте. Шағирә Тамара Искәндәриә шулай уҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты, шәхси әйберҙәренең тарихы хаҡында һөйләне. Дәүләкән районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәфис Әхмәтрәхимов төбәктә яҙыусының исеме онотолмауы, уға арналған саралар дауам итеүен әйтте.
Өфөләге сара Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың ҡәберенә сәскә һалыу, доғалар уҡыу менән тамамланды. Юбилей саралары сентябрҙә, балалар мәктәпкә төшкәс, Дәүләкән районында дауам итәсәк.