Билдәле йырсы Филипп Киркоров Рига ҡалаһына барғанда, уны иҫ китерлек яңылыҡ менән таң ҡалдырғандар. Уның ике бәләкәй балаһынан тыш, өлкән ҡыҙы булыуы ла асыҡланған.
Филиптың күп балалы атай икәнен Раймонд Паульс белдергән. Ригала йәшәгән бер ҡатын композитор Паульс менән бәйләнешкә инеп, Филипп Киркоров менән осраштыр, тип үтенгән.
...Бынан егерме йылдар элек Филипп менән урындағы филармония йырсыһы Инга араһында мөхәббәт уты ҡабына. Улар бер ни тиклем ваҡыт яҡын мөнәсәбәттә була, Филипп Инганы үҙе менән китергә лә өндәй, әммә ҡыҙ ризалашмай. Етмәһә, Киркоров ул ваҡытта Алла Пугачева менән өйләнешкән була.
Артист ҡайтып киткәндән һуң, Инга ауырлы икәнен аңлай. Әммә был турала яратҡан кешеһенә белдермәй. Аҙаҡ ҡыҙ икенсе кешегә кейәүгә сыға, ғаилә Испанияға күсенә. Эмилияны икенсе ир үҙ ҡыҙы итеп тәрбиәләй.
Рига ҡала филармонияһының экс-солисы үҙенең бәлиғ булған ҡыҙы менән кире ҡайтҡас, Филиптың гастролдә булыуын ишетеп, Раймонд Паульсҡа үҙенең үтенесен белдерә. Ул ҡыҙын ысын атаһы менән таныштырырға ҡарар итә. Паульс Инганың үтенесен ҡәнәғәтләндерә - Филипп ҡыҙы менән осраша.