Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
17 Сентябрь 2019, 17:09

Ул телебеҙҙең үлемһеҙлеген иҫбатланы

Мәҡәләм бына шул 100 шәхес исемлегенә индерелмәгән, әммә үҙенең милләттәштәре хаҡына яҙған хеҙмәттәре, булмышы менән абруйлы ғалимдарыбыҙҙың береһе – ағайым Әкрәм Ғибаҙулла улы Бейешев тураһында.

Халҡына хеҙмәт итте.


Республикабыҙҙың 100 йыллығы айҡанлы радио-телевидениела башҡорт халҡының тарихы тураһында даими мәғлүмәттәр яңғырай, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәрен күрһәтәләр. 100 йыллыҡҡа башҡорт халҡының 100 шәхесен кәүҙәләндергән китап сығарыу ҙа иң ҙур эштәрҙең береһе булып тора.


Әкрәм Бейешевтең йәшәү мәғәнәһе – күптәргә фәһемле өлгө


Мәҡәләм бына шул 100 шәхес исемлегенә индерелмәгән, әммә үҙенең милләттәштәре хаҡына яҙған хеҙмәттәре, булмышы менән абруйлы ғалимдарыбыҙҙың береһе – ағайым Әкрәм Ғибаҙулла улы Бейешев тураһында. Ул Күгәрсен районының Туйөмбәт ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килә. “Алма ағасынан алыҫ төшмәй”, – ти халыҡ. Был хаҡ һүҙ, сөнки беҙҙең нәҫел, борондан үҙ биләмәһен, халҡын һаҡлап, ҡурсалап, күп яуҙарҙа башын һалғандар иҫәбендә тарихта эҙ ҡалдырған. 1615 йылда тыуған Бейеш тархан тамырынан – Ырымбур губернаһы, Туҡ-Соран буйынан сығышыбыҙ.
Ырыуыбыҙ – Бөрйән, хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡотләмбәт ауылынан. Борон, башҡорттоң ер ҡануниәте буйынса йәрәбә тартып, ер биләмәһе билдәләнә. Шул урынға, йәғни үҙ биләмәһенә килеп ултырып, ауылға нигеҙ һалынған һәм башлап төпләнгән кешенең исеме бирелгән. Шулай итеп, Бейеш тархан нәҫеленән булған Туйөмбәт Бейешевкә йәрәбә буйынса ер Эйек йылғаһы буйынан сыға һәм ауылыбыҙ бөгөн дә уның исеме менән Туйөмбәт тип атала. Арабыҙ, Бай улы булғанлыҡтан, халыҡ телендә Байулы тип йөрөтөлә.
Ата-бабаларының юлын дауам итеп, атайым Ғибаҙулла Абдулла улы Бейешев үҙ заманының алдынғы уҡытыусыһы, тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре, халҡыбыҙ тарихын, тыуған яҡты өйрәнеүсе, дөрөҫлөк яҡлаусы булды. Ул үҙе белем биргән уҡыусыларын илһөйәр, эшһөйәр итеп тәрбиәләүгә күп көс һалды. Беҙгә, балаларына, юғары белем биреү менән бер рәттән халҡыбыҙҙың тоғро, ышаныслы улдары һәм ҡыҙҙары итеп үҫтерҙе. Ул бигерәк тә үҙенең донъяға ҡарашы, кешеләргә булған яҡшы мөнәсәбәте өлгөһөндә тәрбиәләне, беҙ шул мөхиттә үҫкән балалары булараҡ, борондан килгән нәҫел ебен ошо көндәргә тиклем һаҡлап алып киләбеҙ.
Әкрәм ағайым Бейешев тә бөтә аңлы ғүмерен, белемен, зиһенен халҡыбыҙға эскерһеҙ хеҙмәт итеүгә арнаны. Ул 1943 йылда, һуғыш ҡыҙыу барған мәлдә, әрмегә алына һәм ете йыл хеҙмәт итеп, 1950 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Уның уҡырға теләге шул тиклем көслө була, шуға МДУ-ға инеү өсөн бөтә көсөн һала. 1956 йылда ғына үҙ теләгенә ирешеп, филология факультетының көнсығыш телдәре бүлеге студенты булып китә. Бөтә телдәрҙе лә төплө өйрәнә. 30 йәшендә университетты ҡыҙыл дипломға тамамлап, Өфөгә ҡайта.
Хеҙмәт юлын Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында башлай. Туған телен үтә лә яратҡан Әкрәм ағай ғүмерен, бар булмышын ошо өлкәгә бәйләй. Уны башҡа төрки телдәр менән сағыштырып күрһәтә, байлығын, бөтмәҫ мөмкинлектәрен аса, ғилми яҡтан киңәйтә. Шулай итеп, Әкрәм ағай башҡорт телен бығаса асылмаған бөйөклөккә күтәрҙе, уның менән ғорурлана белде. Ә инде Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә килеү уның күптәнге хыялын тормошҡа ашырыуға юл асты.


Телде һөйөү – халҡыңды һөйөү ул


Әкрәм ағайға башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеген төҙөү эше йөкмәтелде. Ул был эшкә бар булмышы менән тотона. План буйынса бер томлыҡ һүҙлек әҙерләнергә тейеш булһа, Әкрәм ағай үҙенең ныҡышмалылығы менән ике томлыҡ – 55 мең һүҙ һәм һүҙбәйләнеште йыя. Шулай итеп, үҙенең хеҙмәттәштәре менән ул 25 йыл буйы ынйы бөртөгө кеүек йыйған һүҙлеген 90-сы йылда ғына тамамлай һәм, халҡы алдындағы бурысын үтәп, хаҡлы ялға сыға.
1993 йылда башҡорт теленең беренсе аңлатмалы һүҙлеге Мәскәүҙә донъя күрә. Ул һүҙлек бөгөнгә тиклем халҡыбыҙға хеҙмәт итте һәм артабан да шулай булыр, сөнки Әкрәм ағайҙың тел “һандығы” – халҡына, теленә булған һөйөүен ихлас һалып эшләгән хеҙмәт емеше. Ул һәр милләттең йәшәйешенең төп мәғәнәһе – туған тел, халыҡты бар иткән сихри көс икәнен һәр кемгә аңлатырға тырышты, кешеләрҙе үҙ телен һаҡларға саҡырҙы. Һүҙлек булдырыу иһә телдең мәңгелек булыуын аңлата. Шуға сикһеҙ ҡыуанды ул.
…Минең телем үлер өсөн түгел,

Йәшәр өсөн килгән донъяға, –

тип телебеҙҙең үлемһеҙлеген иҫбатланы. Телде һөйөү – ул халҡыңды һөйөү. Милләтте бар иткән телде бер нисек тә халыҡтан айырып булмай. Шуға ла Әкрәм Бейешев хаҡлы ялда үҙ ерендә быуаттар буйы йәшәгән башҡорт халҡының әсе көн итмешенең сәбәптәрен аңлау, асыҡлау маҡсатында халҡыбыҙҙың үткәнен, йәғни тарихын өйрәнә башлай. Төрлө ҡалаларҙа булып, архив мәғлүмәттәрен туплай һәм 1993 йылда “Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше” исемле китабын сығара, ә инде 1980 йылдарҙа уҡ әҙерләгән “Милләт һәм милли сәйәсәт” китабы урыҫ телендә 1995 йылда ғына Мәскәүҙә донъя күрә. Был китаптары йәмәғәтселектә киң танылыу таба, ҙур баһа ала. Унда күтәрелгән милли мәсьәләләр, әйтерһең дә, бөгөнгө көн проблемаларынан сығып яҙылған. Яңы быуынға милләткә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе аңлау һәм белеү үҙең өсөн генә булһа ла кәрәк.
Тел ғалимы булараҡ, Әкрәм ағайҙы һәр ваҡыт туған тел мәсьәләһе борсор ине. Шуға ул ваҡытлы матбуғатта, әҙәби китаптарҙа, телевидение һәм радиолағы сығыштарында телде дөрөҫ ҡуллана белмәү күренешенә көйөндө һәм ошо хаҡта әйтә килде.
1999 йылда Әкрәм Бейешев үҙенең һыҙланыуҙарын “Тел хикмәттәре” тигән китабында сағылдырҙы. Унда ул яҙыусыларға, китап авторҙарына, уҡытыусыларға, журналистарға башҡорт теленең сафлығын һаҡлау буйынса ғилми нигеҙҙә тәҡдимдәр индерә, бөгөн дә ул көнүҙәк. Әлбиттә, заманалар бик үҙгәрҙе. Йәш белгестәр үҙ белемен тормош талаптары буйынса үҫтерергә, яңылыҡтар менән бергә атларға бик үк тырышып та бармай кеүек. Шулай ҙа донъянан артта ҡалмау өсөн юҡ-юҡта белемеңде камиллаштырыу кәрәк. Һәр кеше үҙ урынында ысын белгес, яуаплы етәксе булып ҡалһа, яҡшы булыр, сөнки хеҙмәткәрҙәрҙең яңылыш һөйләүе, яҙыуы шул етәкселәрҙең талапһыҙлығы йә булмаһа үҙҙәренең был өлкәлә белеменең наҡыҫ булыуы менән аңлатылалыр.


Хеҙмәттәрен мираҫ итеп ҡалдырҙы


Бөгөнгө башҡорт теленең орфогра­фияһы ла бит Әкрәм Ғибаҙулла улының ижад емеше. 80-се йылдарҙа өлкә комитетта башҡорт теленең яңы ор­фографияһын яңынан эшләү мәсьә­ләһе килеп тыуғас, был бурысты Әкрәм Бейешев кенә атҡара алыр, тип уға тапшыралар. Ул ваҡыт өлкә комитетта III секретарь булып эшләгән Әхмәр Аҙнабаев:

– Әкрәм Бейешев был эште ике айҙа әҙерләп өҫтәлгә килтереп тә һалды. ...Беҙҙең орфография – ҡәрҙәш төрки телдәр араһында иң еңеле, камил­лашҡаны, ысын мәғәнәһендә фәнни нигеҙҙә эшләнгәне, – тип баһа бирә ул.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та, Әкрәм ағай һәр ваҡыт эш өҫтөндә булды, ғилми эҙләнеүҙәрен, әҙәби эшмәкәрлеген дауам итте. Ғалимдың ғилми хеҙмәттәре бер төрлө генә түгел, төрлө юҫыҡта булды. Ниндәй генә өлкәлә булһа ла, иленә, халҡына, теленә тоғролоғо ярылып ята. 2002 йылда – “Көн аҫтындағы ҡуҙ” шиғырҙар йыйынтығы, 2003 йылда “Эйек бөрйәндәре Туйөмбәт менән Ҡотләмбәт” исемле китаптары баҫылып сыҡты. Ул балалар өсөн ауыл тормошона, кешеләр яҙмышына бәйле, тәбиғәтте һаҡлауға ҡағы­лышлы бик фәһемле, тәрбиәүи, тәрән мәғәнәле хикәйәләр ҙә яҙып ҡалдырҙы.
Әкрәм Бейеш үҙенең оҫталығын тәржемә өлкәһендә лә һынаны. Ул “Ҡөрьән Кәрим”де башҡорт теленә тәржемә итеүҙә лә ҡатнашты. Иң һуңғы ҙур күләмле тарихи романы – “Ил аҙабы”, үҙе вафат булғас, 2008 йылда нәшер ителде. Әҫәрҙе халыҡ ихлас ҡабул итте.
Күренекле ғалим, бик күп ғилми хеҙмәттәр авторы Әкрәм Бейешев бик ябай, инсафлы, саф күңелле, үҙенә үтә лә талапсан, эшһөйәр, илһөйәр кеше булды. Ул ғүмерен эш өҫтөндә уҙғарҙы. Һәр ерҙә ғәҙеллекте яҡланы, ялғанға, ялағайлыҡҡа, халҡына һәм теленә тел тейҙергәндәргә ҡарата аяуһыҙ булды, намыҫына бар ваҡытта ла кер төшөр­мәне. Ул халҡына ғилми хеҙмәттәрен, шиғырҙарын, әҙәби әҫәрҙәрен бүләк итеп ҡалдырҙы.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙә­ниәт хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Әкрәм Бейешев тураһында күп яҙырға, һөйләргә була, сөнки уның булмышы, йәшәү мәғәнәһе – күптәр өсөн фәһемле өлгө. Ул халҡының ысын улы булды.
Читайте нас: