Шәхестәр
24 Сентября 2019, 12:57

“Беҙ бер-беребеҙҙең яртыһы булдыҡ”

Илфаттың сабыр холоҡло ҡатыны Рисәлә Йомағолова – “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәре. Дөрөҫөн әйткәндә, уның ниндәй ауыр ҡайғы кисергәнен беҙ коллективта моңһоу күҙҙәре аша ғына тойҙоҡ. Ул бер ҡыланышы, һүҙе, зары менән дә эске кисерештәрен, уға нисек ауыр булыуын белдермәне. Нисек эшләп йөрөнө, шулай ҡалды. Бөтәбеҙ ҙә Рисәләнең үтә түҙемле икәнен беләбеҙ, әммә ошо әңгәмәнән һуң үҙем өсөн уның тәрән күңелен, ирен шул тиклем яратыуын астым. Был әңгәмәне Илфат ағайҙың йыллығына ҡарата эшләнек. Һинең күңелеңә лә бер аҙ еңеллек килтерһен, Рисәлә! Ҡайһы ваҡыт кешегә һөйләһәң, эс бушап ҡала бит...

Ижади һыҙланыуҙар актер Илфат Йомағоловты бик әрнеткән...


Ғафури районының Юлыҡ ауылында тыуған актер Илфат Йомағоловтың беҙҙең аранан китеүенә ошо көндәрҙә бер йыл тулды. Ул Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында, Өфө “Нур” татар драма театрында эшләне. “Ай тотолған төндә”, “Һуңғы уҙаман”, “Балаҡайҙарым”, “Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?” спектаклдәрендә айырыуса сағыу һәм иҫтә ҡалырлыҡ образдар тыуҙырҙы. “Ай ҡыҙы” дауамлы нәфис фильмы, “Миҙал”, “Рәхмәт” кеүек киноларҙа төп ролдәрҙе уйнаны. Шулай уҡ тәржемә эше менән шөғөлләнде, пьеса һәм шиғырҙар ижад итте.


Илфаттың сабыр холоҡло ҡатыны Рисәлә Йомағолова – “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәре. Дөрөҫөн әйткәндә, уның ниндәй ауыр ҡайғы кисергәнен беҙ коллективта моңһоу күҙҙәре аша ғына тойҙоҡ. Ул бер ҡыланышы, һүҙе, зары менән дә эске кисерештәрен, уға нисек ауыр булыуын белдермәне. Нисек эшләп йөрөнө, шулай ҡалды. Бөтәбеҙ ҙә Рисәләнең үтә түҙемле икәнен беләбеҙ, әммә ошо әңгәмәнән һуң үҙем өсөн уның тәрән күңелен, ирен шул тиклем яратыуын астым. Был әңгәмәне Илфат ағайҙың йыллығына ҡарата эшләнек. Һинең күңелеңә лә бер аҙ еңеллек килтерһен, Рисәлә! Ҡайһы ваҡыт кешегә һөйләһәң, эс бушап ҡала бит...


– Әйҙә, йәшлек йылдарығыҙға әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Һеҙ ҡайҙа таныштығыҙ?

– Университетта дүртенсе курста уҡығанда ҡыҙҙар, “опера театрына эшкә урынлаштыҡ”, тип ҡайтты, миңә лә “бар, белеш” тинеләр. Химия факультетының ятағында тора инек. Барып һорашҡайным, “Башдрамда миҙгел асыла, барып ҡара”, тип өйрәтеп ебәрҙеләр. Кеше кәрәк бул­ғандыр инде, эшкә алдылар. Үҙем уҡыйым, үҙем эшләйем. Элек шула­йыраҡ була торғайны бит, әгәр хәтерләһәң.


Дәрестән һуң барып, эшләп йөрөйөм. Шунан бер көн вахтанан сығып барһам, бер артист һүҙ ҡушты. Ул мине бер нисә көн күҙәтеп йөрөгән икән. “Был ҙур зәңгәр күҙле ҡыҙ ҡайҙа бара икән?” тип ҡарап ҡала инем”, – тине аҙаҡ Илфат. Ул минең ҡайҙа йүнәлеүемде һорашты ла оҙатып ҡуйырға тәҡдим итте. Бергә атланыҡ. Өфөнөң Аксаков урамында “Ҡыҫтыбый” тигән кафе була торғайны, шунда индек. Ул ваҡытта минең егетем дә бар ине, әммә ул тиҫтерем булғас, бала кеүегерәк күрендеме икән, ә Илфат биш йәшкә өлкән бит инде. Йәнле итеп һөйләп, ауыҙына ҡаратты ла ҡуйҙы. Ағай кеше һымаҡ, хәстәрле. Осраша башланыҡ. Тағы ике курсты уҡып бөттөм дә, диплом алғас, өйләнештек.


– Сәхнәгә ул дыуамал, баш бирмәҫ кешеләр образын алып сыҡты. Фильмдарҙа ла ғаиләһенә ҡатыраҡ герой булып уйнай. Ә тормошта ниндәй холоҡло ине?

– Нисегерәк итеп әйтәйем икән?


– Нисек бар, шулай һөйлә лә ҡуй!

– Ул бик нескә күңелле кеше ине. Тәбиғәттә, телевизорҙа берәй нәмә күрһә лә, күҙенән йәш килеп сыға, илап ебәрә. Ул миңә ҡарағанда йомшағыраҡ күңелле булды. Эйе, йыуаш, башын баҫып йәшәгән кеше түгел ине. Һәр кемдең үҙенә хас холҡо була. Ҡыҙған ваҡыты булһа, өндәшмәй ҡала белә инем. Әйтә-әйтә лә, эсендәге ялҡынын сығарғас, туҡтап ҡала. Бер ниндәй яман уй менән дә түгел, ә бына күңеленә килгәнен, уйлағанын әйтә. Артынса бер насарлыҡ та көтөргә кәрәкмәй. Тынысланғас, барыбер үҙемдең көйгә һалып ебәрә торғайным.


– Ә балалар тыуғас, ул үҙен ниндәй атай итеп танытты?

– Шатланды! Улыбыҙ тыуғас, Иштуған тип исем ҡуштыҡ. Бала донъяға килгәс, спектаклдән һуң килгән. Телефон-маҙар ул ваҡытта юҡ. Тәҙрәгә ҡарарға ҡушалар, ҡара­һам, Илфат аҫта ата ҡаҙ булып бейеп йөрөй. Йәнәһе, берәү ҡыуанысын белдерә. Бөтә кеше аптыраған, көлә. Икенсегә ҡыҙыбыҙ Фирүзә тыуҙы. Тағы ла ныҡ ҡыуанды. Әйткәндәй, ҡыҙыбыҙҙың холҡо ла уға тартҡан. Иштуған йөҙгә уға оҡшаған, әммә холҡо минеке. Фирүзәнең бәреп кенә әйтә торған холҡона тиклем уныҡы. Атай ҡыҙы булған да ҡуйған.


Ғаиләлә мин кесе бала булғас, сабыйҙы тота ла белмәй инем. Ә ул өлкәне ине, шуға күрә балаларҙы ныҡ ҡарашты. Һис аптырап тормай, тота ла йыуындыра, ашата ине. Нисектер уның менән бала үҫтергәндә еңел булды.


– Ә бына шул тура һүҙлелеге уға ижадта ҡамасау­ламанымы икән?

– Әлбиттә, ҡама­сау­ланы. Ул буйһона белмәне. Оҡшамаһа, бәреп әйтә. Уның һүҙендә бер ниндәй ҙә шәхси мәнфәғәт юҡ, эш өсөн әйтә фекерен. Ҡайһы бер кешеләр эсендә ут янһа ла өндәшмәй, ә ул ярып һала ине уйын.


– Театрҙан киткәс, тамашасы уны юғалтты, сөнки Илфат Йомағолов үҙенсәлекле образдар тыуҙырған актер ине. Үҙе лә был хәлде ауыр кисергәндер?

– Ныҡ ауыр кисерҙе. Ауырыуы ла шунан килеп сыҡҡандыр, тип уйлайым. Минең, йәғни матбуғат баҫмаларында эшләгән техник хеҙмәткәрҙәрҙең, эш хаҡы бер ҡасан да юғары булманы. Беҙҙең фатирҙы ла, йыһазды ла – барыһын да Илфат алды. Ул актер ғына түгел ине, тәржемә лә итте, сценарий ҙа яҙҙы. Аҡса эшләй белде. Ә инде ул эштән киткәс, минең аҡсаға йәшәргә мәжбүр булдыҡ. Мин уға бер һүҙ ҙә әйтмәйем, ғорур холоҡло ир булараҡ, быны бик ауыр кисерҙе. Кәйефең бөтөнләй башҡа нәмәгә бәйле төшөүе ихтимал, әммә ул үҙе арҡаһында түгелме икән, тигән һымаҡ һәр ҡарашымды, ымды шәйләп кенә тора ине. Ныҡ иғтибарлы булды һәр тын алышҡа.


– Шиғырҙар ҙа яҙҙы бит инде...

– Электән үк ижад иткән. 8 Март көнө менән ҡотлап, театрҙағы артистарға бағышлап яҙғаны булды. Әле хикәйәләре, пьесалары ята. Мин уларҙы нимә эшләтергә лә белмәйем. Яҡташы Салауат Әбүзәров ҡараһын, ти ине. Уға әйткәнмен, бәлки, ваҡыт табып ҡарар әле. Яҙған нәмәләре, ижади әйберҙәре ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын ине.


– Төшөңә кергәне бармы?

– Йыш керә, бик йыш. Вафаты алдынан хатта әйтеп китте: “Балалар өйләнә, кейәүгә сыға башлар, нимә эшләргә кәрәклеген аңғартып, төшөңә инермен. Нимә лә булһа, төшөң аша әйтермен!” – тине. Әллә алдан бел­дереүе шул ысын булды, ул һәр мөһим ваҡиға алдынан мине иҫкәртә, төшкә инеп ишара бирә. Төштә булһа ла күрешәбеҙ, тип ҡыуанам. Бына бер нисә әхирәтемдең ирҙәре үлде, уларҙан бер ҡомартҡы ла ҡалмаған. Ә Илфаттың спектаклдәре, кинолары ҡалды.


Радиотапшырыуҙар аша тауышын тыңлап була. Ҡайһы саҡ тауышын булһа ла ишетке килеп китә. Шул тиклем һағындыра. Былай уҡ булыр, тип уйламағайным. Башта нисектер тәүге ярты йыл һәүетемсә генә йөрөлдө. Гастролдә һымаҡмы, бына-бына ҡайтып инер төҫлө. Аҙаҡ ҡабат күрмәйәсәкмен бит тигән аңлау тойғоһо килә, ана шуны кисереүе бик ҡыйын...


Кейемдәре лә шулай тора. Ҡайһы берҙәрен туғандарына бирҙем. Иштуған, бәлки, кейер, тип йыйып ҡуйҙым. Шул әйберҙәрҙән уның еҫе килә. Ҡайһы бер кеше ташлап, таратып бөтә бит, мин әҙер түгелмен был аҙымға.


– Балаларға ла ауыр булғандыр инде?..

– Фирүзә ныҡ иланы. Иштуған күҙ йәшен күрһәтмәне. Ул БДУ-ны бөткәндән һуң, тәүлекләп эшләй, ялы тура килһә, мәсеткә бара. Атаһы рухына доға уҡытып килә, күңеленә рәхәт булып китәлер инде. “Әсәй, һин көймә, теге донъяла осрашырһығыҙ әле!” – тип мине тынысландыра.


Өйҙә уның юҡлығы ныҡ һиҙелә. Һаман өйрәнә алмайым. Ҡыҙым: “Атайҙы ебәр, үҙеңә лә, уға ла еңел булыр,” – ти. Ҡырҡына тиклем инер урын табып булманы, торараҡ баҫыла ул, тиһәләр ҙә, бына бер йыл булды, үтмәй эске һыҙланыу. Туғандарҙың туйҙарында булдыҡ яңыраҡ. Йәштәрҙең ике яғынан да ата-әсәһе ултыра. Илфат нисек көтә ине балаларыбыҙҙың туй көнөн.


Яҙмаған инде, күрәһең. Шул тиклем балаларҙы яратты. Йәнә лә мине иң ғәжәплән­дергәне: “Мин оҙаҡламай китәм, әммә интегеп йәшәмә, кейәүгә сығырға тырыш!” – тип әйтеүе. Берәү булһа, киреһенсә, был хаҡта һүҙ ҙә ҡуҙғатмаҫ ине. Табиптар “уның менән хушла­шырға әҙерлән” тип иҫкәртһә лә, яҡын кешеңдең үлеменә үҙеңде әҙерләп буламы ни? Бик йәшләй китте: 56 йәш кенә ине.


Ул ата-әсәһе янында ерләүҙе һораны. Илфат әйткәнсә эшләнек. Тәүге мәлдә ҡәберенә йыш йөрөнөм, кешеләр аптырай башланы. Шунда барам да уның менән һөйләшәм, еңел булып ҡала. Ишетеп ятҡан төҫлө. “Оҙаҡ йәшәрһең, әммә ҡасан булһа ла китерһең, шул ваҡытта балалар һине минең янға килтереп һалһын, Рисәлә! Теге донъяла бергә булырбыҙ!” – тине.


Бер ҡараһаң, тормош дауам итә, барыһы ла яҡшы бара кеүек. Әммә ул юҡ. Илфат ысын мәғәнәһендә минең яртым ине...


– Күктән бер-берегеҙ өсөн яратылған пар булғанһығыҙ инде...

– Уның юҡлығы ныҡ һиҙҙерә, сөнки бала бала урынында була, ә бына тиң, үҙеңә генә үҙ, ғәзиз кешең юҡлығын тойоу хисе һис ташлағаны юҡ. Беҙҙе “оҡшағанһығыҙ” ти торғай­нылар. Минең тыуған яҡҡа ҡайтырға яратты. Атайға ла ярҙам итте. Йәй булһа, бесән эшләйбеҙ, урманда булабыҙ. Әрһеҙ рәүештә эшләште.


– Кейәү була белгән инде!

– Атайым да уны үҙ итте. Беҙ килеүгә һарыҡ һуйып ебәрер ине. Уларҙың холҡо ла оҡшап торҙо: икеһе лә ҡыҙыу ғына, уйындағын әйтеп бара торған кешеләр. Илфат бер ауырыйым тимәне. 48 йәшендә инфаркт үткәргәс, йөрәктән яфаланырмы икән, тигәйнек, юҡ, сир икенсе яҡтан ҡара­уыллап торған. Тәүге “химия”ларҙы үткәргәс, уға еңел һымаҡ булып китте. Фатирға ремонт кәрәк, ти башланы, дәррәү, ең һыҙғанып эшләргә тотондо. Балалар менән обой йәбештерҙеләр, донъяны бөтәйтергә тырышты. “Мин китһәм, ҡабат ҡайтмайым бит. Һеҙҙе матур фатирҙа ҡалдырып китәйем”, – тине.


Кемдәр аша ғына мөрәжәғәт итеп, ниндәй генә дауалар эҙләп ҡарама­ныҡ, юҡ, булманы инде. Операциянан һуң һигеҙ ай тирәһе йәшәне. Химия сиргә үрсергә бирмәй торалыр инде. Һуңғы көндәренә тиклем аяғөҫтө йөрө­нө. Һуңғы ике көнөндә генә аңын юғалтып ятты.


– Театрҙы иҫкә алдымы?

– Эйе. “Мин шәбәйгәс, театрға ба­рыр­быҙ. Ярҙам иткәндәре өсөн, миҙ­гел башланғас, сәхнәгә сығарып сәс­кәләр гөлләмәһе һәм шампан шарабы ҡуйырбыҙ. Башҡа бер нимә лә әйт­мәйек. Ошо булыр рәхмәт һүҙем!” – тине. Әммә ул көнгә етә алманы. Ул барыһын да алдан уйлаған. “Мин баҡыйлыҡҡа күскәс, Илдар Ғүмәровҡа шылтыратып, хәбәр итерһең, мулла саҡырырһың”, – тине. Юғалып ҡалма, тип иҫкәртте. Ясин уҡытҡас, уға еңеллек килде һәм йән бирҙе...


Хушлашырға халыҡ бик күп килде. “Ниңә театрҙа хушлашыу ойошторма­нығыҙ?” тиеүселәр ҙә булды, үҙе өйҙә оҙатырға ҡушҡайны. Уның ижады ҡалды. Ниндәй актер икәнен барыһы ла белә. Наилә Сәфәрғоловаға рәх­мәт: “Йөрәк һүҙе” проектында шиғыр­ҙарын уҡыны, был һуңғы сығышы бул­ды. Шуларҙы ҡарап, йыуанып алам...


– Рисәлә, һине тыңлайым да, ысынлап та, һеҙ бер-берегеҙҙең яртыһы булғанһығыҙ. Аллаһ Тәғәлә һиңә көс бирһен! Илфат ағайға һиңә, балаларына ризалыҡ биреп киткәне өсөн рәхмәт! Ул һинән риза булып хушлашҡан!


– Йөҙ процент идеаль кеше булмай, әммә уның кеүек кеше юҡ. Ысынлап та, беҙ уның менән бер-бере­беҙҙең яртыһы булдыҡ. Китер алдынан барыһын һөйләп, кәрәк тапҡан урындарында ғәфү үтенеп, мәңгелек йортона күсте. Берәү булһа, бөтөнләй иҫкә алмаҫлыҡ хәлдәрҙе һөйләп тә тормаҫ ине, ә ул һәр уйын еренә еткереп, ауырыу-һыҙлауҙары менән дә сафланып, ожмахҡа барып ингәндер, тим!.. Йәне йәннәттә генә булһын ҡәҙерле кешемдең...
Читайте нас