Шәхестәр
24 Сентябрь 2019, 13:08

Йомағол, йәки Әйтелмәй ҡалған рәхмәт

2018 йылдың апрель урталары ине. Театрҙан сығып, ҡайтыр яҡҡа йүнәлдем. Хеҙмәттәшем Илфат Йомағол шылтыратты. Беҙҙең театрҙа традиция бар, ҡайһы бер артистарҙы исеме менән түгел, Мөбәрәк, Ҡудаш, Шәмси тигән кеүек, уны ла “Йомағол” йә “Йома” тип кенә йөрөтәләр ине. Әйткәндәй, Илшат ағай Йомағолов та “Йомағол” ине.

Иҫтәлектәр бер телмәргә генә һыймай...


Хеҙмәттәшем, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илфат Йомағоловтың исеме маҡтаулы исемдәр теҙмәһе йә биләгән юғары вазифалары менән түгел, үҙенең хата-кәмселектәренә ҡарамаҫтан, ихласлығы, фекерләү юғарылығы һәм йөрәгендә тыуған тәбиғи ижады менән халыҡ хәтерендә һаҡлана.


Бәндәләр яҙмышына, үткән тормош юлдарына ҡарап, күп ваҡыт хайран ҡалаһың. Минең был хеҙмәттәшем дә, бар булмышын сәнғәткә бағышлап, үҙ эшенең оҫтаһы дәрәжәһенә етте. Әммә һуңғы йылдарҙа үҙ һорауҙарына яуап таба алмай үткәргән, хәсрәтле йоҡоһоҙ төндәре күп булды. “Заманса” яңыртылған “хеҙмәти мөнәсәбәт­тәр”ҙе һәм үҙгәрештәрҙе ҡабул итә алмайынса, илдең был ҡоролошонда үҙҙәренә урын табыуы уға ғына түгел, бик күптәргә ауыр булды.


2018 йылдың апрель урталары ине. Театрҙан сығып, ҡайтыр яҡҡа йүнәлдем. Хеҙмәттәшем Илфат Йомағол шылтыратты. Беҙҙең театрҙа традиция бар, ҡайһы бер артистарҙы исеме менән түгел, Мөбәрәк, Ҡудаш, Шәмси тигән кеүек, уны ла “Йомағол” йә “Йома” тип кенә йөрөтәләр ине. Әйткәндәй, Илшат ағай Йомағолов та “Йомағол” ине. Ә театрҙа был ғәҙәт ҡасан, ҡайҙан киләлер, билдәһеҙ, тиҫтерҙәрем өсөн мин әле лә “Ғүмәр”. Һөйләшергә форсатым булһа ла, ул ниңәлер: “Ғүмәр, һиңә бик етди һүҙ бар, ҡайтҡас шылтырат әле, зинһар”, – тигәс, уның үтенесе буйынса кис өйҙән шылтыраттым. Хәл белешкәндән һуң ул көтмәгәндә: “Ғүмәр, һин миңә килерһең әле, бәлки, май йә июнь айҙары булыр ул...” – тине. “Әлбиттә”, тип яуап бирҙем, сәбәбен аңлап бөтмәһәм дә. Был мәлдәрҙә уның тормошоноң бик ҡатмарлы сағы ине. Эс бошҡанда шулай осрашып һөйләшеп алһаң да, еңелерәк булып ҡала бит кешегә. Мин дә тап шулай уйлағайным. Тик был юлы барыһы ла башҡасараҡ булып сыҡты.


Ул актерҙар факультетының IV курсында уҡығанда, минең армиянан ҡайтып театрҙа яңынан эш башлаған саҡ ине. Осраҡлы ғына танышып киттек. Аҙаҡ дөйөм ятаҡта бер бүлмәлә йәшәнек. Шуға ла ижад юлымдың был өлөшө уның күҙ алдында башланды. Сәнғәт әҫәрҙәрен анализлау, аңларға өйрәнеү һәм даими ҡыҙыҡһыныу, юморға әүәҫлеге тора-бара үҙебеҙ генә аңлай ала торған һөйләшеү манераһын барлыҡҡа килтерҙе. Күптәр беҙҙән: “Икегеҙ ҙә башҡортса һөйләштегеҙ, тик һүҙегеҙҙең ни хаҡында икәнлеген барыбер аңлап булмай, нимә һөйләнегеҙ ул?” – тип һорай ине. Былай аралашыу үҙенә күрә бер ҡыҙыҡ, хатта ҡайһы саҡ ролдәге һүҙҙәр ҙә “беҙҙең тел”гә күсеп, үҙенсә мәғәнә ала.


Фәрештә булып күренергә йыйынмайым, элекке замандарҙа бергәләп “төшөрөп алыу” әллә ни ҙур яҙыҡ һымаҡ түгел ине. “Ултырыш”ҡа саҡырыр өсөн бер-беребеҙгә уның “Сәсәндәр”ҙәге роленең һүҙен әйтеү етә: “Тум-тум наслых болтағай” (манғыл теленән тәржемәһе “мең-мең рәхмәт һиңә” булһа кәрәк). Ә беҙҙең телдә ул: “Миндә бер ярты бар, ултырып алабыҙ, миңә кер” тигәнде аңлата. Беҙ, шуҡ малайҙар кеүек, үҙебеҙгә гелән ниндәйҙер уйындар уйлап сығара торҙоҡ. Бер мәл шулай рифма менән генә һөйләшә башланыҡ. Беҙ шул уҡ шуҡ малайҙар булып ҡалдыҡ, тик хәҙер инде тормош иләгендә ныҡ ҡына иләнгәйнек.


Әйтергә кәрәк, ул минең айырылғыһыҙ йән дуҫым түгел ине, бер-беребеҙҙә үҙ-ара оҡшатмаған сифаттар ҙа, ҡаршылыҡтар ҙа, шул уҡ ваҡытта берләштергән ниндәйҙер башҡа көс тә бар ине. Әммә былар эшебеҙгә зыян килтереү түгел, бәлки, киреһенсә, үҙебеҙҙе ситтән ҡарап баһалау өсөн ярҙам иткәндер.


Теге кис шылтыратҡас, һөйләшеүҙе лә: “Мине иң яҡшы аңлаған, бер ҡасан да һатмаған кеше – һин, Ғүмәр...” – тип башланы ул.


Аңлаған тигәндән, үҙ бинабыҙға ҡайтып эшләй башлағас, Урал Ғәлиевтең “Ғүмер алда әле” тигән әҫәре сәхнәләштерелде. Минең ауылыма күрше Бикҡолда булған хәл ине был. Йомағолдоң автор менән аралашҡаны һәм ул ауылда булғаны ла бар ине. Муса менән Хәсән ҡарттың сәхнәһен башларға торабыҙ. Эмоциональ ауыр сәхнә. Икебеҙ ике башта. Мин Йомаға ҡарайым, ул – миңә. Һүҙһеҙ генә нисек эшләребеҙҙе килештек тә “площадка”ға сыҡтыҡ. Партнерың менән фекерҙәш булғанғамы, әллә был ваҡиғалар үткән урындарҙы күреп белгәнгәме, был сәхнәгә бер репетиция етте.


Премьераға тиклем башҡаса уға тотонманыҡ. (Әйтергә кәрәк, был әҫәрҙең сәхнә вариантын Йомағол үҙе лә эшләгәйне, уның инсценировкаһы ваҡиғаларға бай, ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле, иғтибарға лайыҡ ине.) Эпизодик роль булыуына ҡарамаҫтан, мин уның күҙҙәрендә ҡоро фекер еткерергә тырышыу түгел, ә аҙ һүҙле Хәсән ҡарттың бар тормошо сағылып үткәнен күрҙем. Үҙ ғүмерендә байтаҡ уңышлы ролдәр ижад итте ул. Фестивалдәрҙә Мәскәү тәнҡит­селәре тарафынан ыңғай баһалар алды, сәнғәттә үҙ юлын, урынын тапты, тик был яңы йәмғиәттә генә “атын туғарып егер” урынын таба алманы. Хәйер, тормош шырлығына кереп аҙашыусылар аҙмы ни. Күпбеҙ шул әле!..


Быға, бәлки, холҡондағы башҡа һыҙат­тары ла сәбәпсе булғандыр, бәлки, шәхе­сенә, ижадына иғтибар етмәүҙән, битараф­лыҡтан күңеленә урын таба алмағандыр. Ауыр ваҡыттарында, бигерәк тә аяуһыҙ сиргә ҡаршы көрәшкән мәлдәрендә уның төп таянысы, тормошоноң мәғәнәһе ғаиләһе булды. Тик йән тыныслығы өсөн уға үҙ сәхнәһе, үҙ партнерҙары, үҙ театры кәрәк ине. Һағына ине ул Башдрамын!


Бер ваҡыт уның спектаклен ҡарарға махсус рәүештә “Нур” театрына килдем. Спектаклдән һуң оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Коллектив эсендәге үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе маҡтап, яҡшы яҡтан телгә алды, тик аҙаҡтан ғына: “Ҡыйын миңә бында, Ғүмәр! Мине аңлап бөтөрмәйҙәр. Үҙебеҙ­ҙекеләргә өйрәнгәнгәме икән... Мин бер нимә хаҡында әйтһәм, улар икенсе төрлө аңлайҙар...” – тип йөрәгендәгеһен аса башланы. Һуңынан да эс серҙәрен сисеп, үҙе яҙған әҫәрҙәре менән ара-тирә таныштырыр булды. Ул руссанан башҡортсаға тәржемә менән дә уңышлы ғына шөғөлләнә ине.


Әйткәндәй, уның пьесалары, шиғырҙары әле һаман донъя күрмәгән. Берҙән-бер йыуаныс булып “Нәркәс” спектаклендә уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар ғына йырлана. Бар ғүмерен сәнғәткә бағышлаған кеше өсөн был – диңгеҙҙәге тамсы ғына. Үҙеңдең хисле күңел донъяң менән баҙар мөнәсәбәттәренә ҡоролған йәмғиәттә йәшәр өсөн башҡа төрлө сифаттар кәрәк, күрәһең. Беҙ был хаҡта белмәй ҙә, уйламай ҙа инек. Хәйер, белеп тә...


Ә теге ваҡыт телефон аша һүҙебеҙҙе дауам итеп, Йомағол миңә көтмәгәндә: “Мине оҙатырға ауылыма килерһең инде, зинһар, кешеләр минең турала төрлөсә уйлайҙыр, мине иң яҡшы белгән, аңлаған кеше һин, ауылдаштарға минең хаҡта һөйләһәң ине!” – тип үтенде.


Һәр саҡтағыса, мин уны дөрөҫ аңланым. Уға үҙе лайыҡ булған маҡтаулы исемдәре, талантлы артист, лауреаттар булыуы хаҡында һөйләргә кәрәкмәй ине. Хәҙер иң мөһиме – уның күңел донъяһын аңлауҙары, ҡасандыр кемгәлер күрһәткән яҡшы­лыҡтары, изгелектәре өсөн уларҙың рәхмәтен тойоу, белеп һәм белмәй ҡылған гонаһ-яҙыҡтары өсөн ярлыҡауҙарын һәм ғәфү итеүҙәрен һорауы ине. Ошо һөйләшеү­ҙән һуң мине ниндәйҙер аңлайышһыҙ, ауыр, сәйер тойғо биләп алды. Шулай ҙа һүҙҙе гел тормош һәм йәшәү хаҡында йөрөттөк.


Май үтте, ә июнь аҙаҡтарында үҙенең тыуған көнөнә өйөнә саҡырҙы. Йәшлектәге йырҙарҙы йырлашып, гармун, баян, тальяндар уйнап, шул тиклем матур ултырҙыҡ. Миңә ҡушылып та, үҙе айырым да рәхәтләнеп, туйғансы гармун уйнаны ул. Үҙенең шиғырҙарын, мәҫәлдәрен йөрәкһеп, әллә ниндәй эске күтәренкелек менән уҡыны ул беҙгә. Күңелле, бик күңелле ултырҙыҡ беҙ ул көндә. Самалап ҡына “Тум-тум наслых” итеп тә алғыланыҡ.


Аҙаҡ та, дәртләнеп, күңеле күтәрелеп китеп йәшәй башлағандай тойолдо. Һирәгерәк осрашып, йышыраҡ шылтыратышып торҙоҡ. Сентябрҙең матур, ҡояшлы бер көнөндә йәнә шылтыратты. Яңы 99-сы миҙгелдең ҡасан асыласағы менән ҡыҙыҡһынды, тантанаға киләм әле, тип хыялланды. Ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙғандары өсөн дә, бергә үткәргән ғүмер һәм ижад юлдары, йылдары өсөн дә туған коллективына бөтә йөрәгенән ихлас рәхмәтен еткергеһе килә ине уның. Һәм бына тап минең тыуған көнөм алдынан донъя ҡуйған... Ғүмеребеҙҙең иң матур сағы – дыуамал йәшлек хәтирәләренең бер өлөшөн дә үҙе менән алып китте.


Хәҙер башҡалар менән “үҙебеҙҙең телдә” һөйләшһәм, шаярһам, мине лә аңламаҫтар кеүек. Аңлаһалар ҙа, уның кеүек “кетерҙә­теп”, ихласлап, донъя яңғыратып көлә белмәҫтәр.


Юлда инек. Кис Мәскәү – Өфө поезында ҡайтып төшөп, иртән Йомағолдо ауылына оҙата киттем. Бар һорағандарын да теүәл үтәнем кеүек. Тик һинең күҙ алдыңда бөтә ғүмерен үткәреп, баҡыйлыҡҡа күскән кеше хаҡындағы иҫтәлектәр ҡыҫҡа ғына бер телмәр эсенә һыямы ни?!. Бигерәк тә ул кеше талантлы булһа! Бына әле лә бер ни ҙә әйтә алманым кеүек...


Кеше эше


Мәҫәл


Бер әҙәмдең ҡорсаңғы аты

Аҙбарҙа хәле бөтөп ергә ятты.

Хужа, күреп ҡалып, борсолоп,

Мал духтырын саҡыртты.

Духтыр кеше ҡорсаңғыны

Бик оҙаҡлап ҡараны.

Таңға табан тормаһа, салырһың,

Тип сығарҙы ул ҡарарын.

Һөйләшкәнен был икәүҙең

Сусҡа ишетеп ҡалды.

Ат янына ул йүгерҙе,

“Ҡотҡарып ҡалам!” – тип малды.

Барып етеп һалды хәбәр:

“Брат! Хәтәр бит һинең хәлдәр!

Таң атҡансы тороп баҫмаһаң әгәр,

Һуйып ашаясаҡтар һине, иллә-мәгәр...”

Ҡот осҡос яңылыҡтан

Аттың күҙе йәшкәҙәне.

Сусҡаны хуплағандай,

Мығырҙаны һарыҡ бәрәне:

“Давай, улай бирешмәсе, брат!

Һин бит тирә-йүндә берҙән-бер Ат!

Бер-беребеҙгә шулай ярҙам итмәһәк,

Был донъяла нисек йәшәмәк кәрәк?!”

Тороп баҫам, тип серәшеп

Оҙон төн дә тиҙ уҙҙы.

Таң яҡынайыуын белдереп,

Әтәс үҙ йырын һуҙҙы.

Ат, аҡтыҡ көсөн йыйып,

Тороп баҫты бышҡырып.

Тантана иткән кеүек,

Әтәс ҡуйҙы ҡысҡырып.

Эшемде эш иттем тип,

Сусҡа еңел һуланы.

Йәшәйбеҙ әле, тип

Ат үҙенсә уйланы.

Эстән генә булһа ла,

Маҡтап ҡуйҙы сусҡаны.

Бөтәһе лә шым ғына

Көтәләр ингәнен хужаның.

Оҙаҡ көттөрмәне Хужа,

Килеп инде ашығып...

Ат тороп баҫҡан, яу һалды,

Шатландырҙы ҡарсығын.

Ҡыуанысын йыуырға тип,

Саҡырҙы духтыр дуҫҡайын.

Байрам булғас булһын тип,

Һуйып ашаны сусҡаһын.

Өҙөлөп ҡуйҙы көтмәгәндә

Сусҡа ғүмере шулай.

Тик Әтәс кенә, таң белдереп,

Әллә йырлай, әллә илай.

Бына шундай хәлдәр, йәмәғәт,

Ә мораль һуң нимәлә?

Ҡыҫылма һин кеше эшенә,

Сусҡа булғың килмәһә.

Илфат ЙОМА.
Читайте нас