Башҡортостан
+12 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
27 Сентябрь 2019, 15:30

Йәш быуын олуғ шәхестәрҙе белеп үҫһен

1888 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Үрген ауылында күренекле дин әһеле Сәләхетдин ахун Абдуллин ғаиләһендә өсөнсө ул Мөхәммәт тыуған. Ахун хәҙрәт үҙе билдәле Ҡарғалы мәҙрәсәһендә белем алған һәм балаларын да уҡытыу хәстәрен күргән. Малай тәүҙә – атаһында, унан Яңы Себенле мәҙрәсә­һен­дә белем алған. Аң-белемгә зирәк малай артабан уҡыуын Ырым­бурҙағы “Хөсә­йениә” мәҙрәсәһендә дауам иткән.

Ҙур эштәр башҡарған ир-азаматтарыбыҙ булған.


1888 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең Үрген ауылында күренекле дин әһеле Сәләхетдин ахун Абдуллин ғаиләһендә өсөнсө ул Мөхәммәт тыуған. Ахун хәҙрәт үҙе билдәле Ҡарғалы мәҙрәсәһендә белем алған һәм балаларын да уҡытыу хәстәрен күргән. Малай тәүҙә – атаһында, унан Яңы Себенле мәҙрәсә­һен­дә белем алған. Аң-белемгә зирәк малай артабан уҡыуын Ырым­бурҙағы “Хөсә­йениә” мәҙрәсәһендә дауам иткән.


Яҙмыш ҡушыуы буйынса...


Ағалы-энеле эшҡыуарҙар Әхмәт менән Мәхмүт Хөсәйеновтар 1891 йылда асҡан был мәҙрәсә тәүгеләр­ҙән булып тәбиғәт фәндәрен өйрә­неүҙе индергән заманының алдын­ғы уҡыу йорттарының береһе һа­налған. Унда уҡытыу яңы ысулдар менән алып барылған. Мәҙрәсәлә башланғыс, урта, юғары мәктәп уҡытыусылары, мәҙәниәт һәм хужалыҡ белгестәре әҙерләнгән.

Уны тамамлаусылар араһынан дәүләт һәм партия эшмәкәрҙәре, күренекле яҙыусылар, журналис­тар, мәғариф, фән һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күп сыҡҡан, ләкин уларҙың байтағына, бигерәк тә башҡорт милләте вәкилдәренә алған белемдәрен батша осоронда тейешле ҡулланыу мөмкинлеге сикләнгән, тик бер өлөшө генә муллалар һәм уҡытыусылар булып хеҙмәт иткән. Ахун дәрәжәһендә күп мәхәлләләргә етәкселек иткән атаһы улына ла муллалыҡты тәҡ­дим иткән. “Был минең юлым тү­гел”, – тип баш тартҡан Мөхәм­мәт. Өйләнгән һәм Үргендә үҙенең хужалығын алып барған, иген сәскән, мал аҫраған, хатта дөйәһе лә булған.
1914 йылда Беренсе донъя һуғышы башланғас, егет фронтҡа алына. Мөхәммәт хеҙмәт иткән армия Кавказда Германияның союз­дашы Төркиәгә ҡаршы хәрби хәрә­кәт­тәр алып бара. Бәрелештәрҙең береһендә һалдат байтаҡ яҡташ­тары менән әсирлеккә эләгә. 1917 йылғы Октябрь революция­һынан һуң рус армияһы төрөктәргә ҡаршы һуғышты туҡтата һәм 18 декабрҙә Тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөлә. Ике илдә лә бер-береһенең әсирҙәре күп була, уларҙы алмашыу башлана.

Белемле булыуынан, сит телдә иркен һөйләшеүенән файҙаланып, Абдуллин байтаҡ яҡташтарын, шул иҫәптән ауылдашы Мөтиғулла Сәй­фуллинды тиҙерәк азат итеү хәстә­рен күрә, үҙе лә ҡотола. Был етеҙ­лек шул тиклем ваҡытлы була, сөнки ике ай ҙа үтмәй, 1918 йылдың 12 февралендә төрөк ғәскәре, килешеүҙе боҙоп, Рәсәй армияһына ҡаршы һөжүмгә күсә һәм һуғыш хәрәкәттәре ошо йылдың аҙағына тиклем бара. Әсирлектән ҡотолоп өлгөрмәгәндәргә тағы ла бер йыл тирәһе төрмәлә яфа сигергә тура килә.
Өс йылдан ашыу сит тараф­тар­ҙа йөрөгәндән һуң, һалдат 1918 йыл­дың йәй баштарында ауылына ҡайтып төшә. Был – илдә ҙур ва­ҡи­ғалар – Февраль һәм Октябрь революциялары, Граждандар һуғы­шы, Башҡортостан Республи­ка­һын иғлан итеү, Башҡорт ғәскә­рен төҙөү осоро була. Күп тә үтмәй, Абдуллин милли хәрәкәткә ҡушы­лып китә һәм Башҡорт ғәскәре штабына комендант ротаһы командиры итеп билдәләнә. Ошо мәшәҡәтле вази­фа­ла уға Зәки Вәлиди етәк­селе­гендәге штаб хеҙмәткәрҙәре, хәрби частар командирҙары менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тура килә.
Был ваҡытта Башҡортостан хөкүмәте һәм ғәскәре Советтарға ҡаршы була. 1919 йылдың 20 – 21 февралендә Темәс ауылында үткән I Бөтә Башҡорт хәрби съезы башҡорт ғәскәрҙәренең Советтар яғына күсеүен һәм РСФСР составында автономиялы Башҡорт Совет республикаһы иғлан итеүен хуплаған тарихи ҡарарҙар ҡабул итә.
Съездың 92 делегаты араһында Мөхәммәт Абдуллин да була. Советтарға ҡушылғас, ул республи­ка­быҙҙың баш ҡалаһы Стәрле­тамаҡта эшләп ала, унан һуң Туҡсоран кантоны ревкомы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана, большевиктар партияһы сафына инә.
Артабан белемле Абдуллин тыуған яғына Үҫәргән кантонының хәрби комиссары итеп күсерелә. Был ваҡытта кантон хәҙерге Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла һәм Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ райондары территорияһын билә­гән. Шул осор тураһында ауылдашы Хәсән Аҡъюловтың хәтирә­ләренән бер өҙөктө тәҡдим итәбеҙ: “1919 – 1921 йылдарҙа Үҫәргән кантоны хәрби комиссариатында хеҙмәт иттем. Уның ҡораллы командаһында 25 кавалерист булды, мин дә шулар араһында инем. Хәрби комиссар – ауылдашым Мөхәммәт ағай Абдуллин, команда начальнигы Мөхәмәтйәр ағай Хәсәнов булды. Мөхәммәт ағайҙың аты ҡара, Мөхәмәтйәр ағайҙың — ерән ҡашҡа, минеке күк юрға ине. Һаҡмар һыуында аттарҙы йөҙҙөрә һәм йыуа торғайныҡ”.


Абруй ҡаҙанған шәхес


Бөтә илдәге кеүек, Башҡортос­танда ла ауыл хужалығы үҫешенә биш йыл барған һуғыш ҙур зыян килтерә. 1920 йылда иген уңышы бик түбән була һәм киләһе йылдың яҙында аслыҡ башлана. 1921 йылғы иҫ киткес ҡоролоҡ халыҡты һәләкәт хәленә төшөрә. Былай ҙа аҙ майҙандағы сәсеүлектәрҙең гектарынан республика буйынса ни бары биш бот, йәғни 80 килограмм иген йыйып алына.
Башҡортостанда халыҡтың 90 процентҡа тиклеме асыға. Ил буйынса иң ныҡ михнәт сиккән 12 өлкә билдәләнә, республика был ҡурҡыныс исемлектә икенсе урында тора. РСФСР Хөкүмәте халыҡ-ара ойошмаларға ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Уларҙың күптәренән ыңғай яуап алына, шулай ҙа Америка ярҙам хакимиәте (АРА) исемле ойошма бөтә ярҙамдың 90 процент тирәһен хәстәрләй. Ул 1922 йылда көн һайын 10 миллион тирәһе кешене ашата, ете миллион ауырыуҙы дарыуҙар менән тәьмин итә. 1922 – 1923 йылдарҙа өс миллион гектарҙан күберәк баҫыуҙарға етерлек орлоҡ килтерә.
Булған ғына аҙыҡ-түлекте ғәҙел бүлеп халыҡҡа еткереү маҡса­тында махсус комитеттар төҙөлә. Республикала уны БашЦИК рәйесе, Граждандар һуғышының легендар комбригы Муса Мортазин етәкләй. Урындарҙа ла был вазифаға иң намыҫлы, халыҡ араһында ҙур абруй менән файҙаланған кешеләрҙе ҡуялар. Үҫәргән кантонында комитет рәйесе итеп хәрби комиссар Мөхәммәт Абдуллин тәғәйенләнә.
1922 йылдың яҙы асығыусылар өсөн бигерәк тә ауыр һынау була. Был ваҡытта халыҡтың әҙме-күпме аҙыҡ суррогаттары бөтөнләй ҡал­май, мал-тыуар ашап бөтөлә яҙа. Бигерәк тә тимер юлы булмаған Үҫәр­гән кеүек кантондар аҙыҡ-түлек менән үтә лә насар тәьмин ителә.
1922 йылдың 7 мартында Үҫәр­гән­дән республика етәкселегенә хәлде аңлатып һәм ярҙам һорап, Абдуллиндың ҡултамғаһы менән ҙур йөкмәткеле хат китә. Унан бер өҙөк: “120 мең халҡы булған Үҫәргән кантонында ҡот осҡос хәл, айырым ауылдарҙа халыҡтың яртыһы үлеп бөткән. Кешеләр ни бары онталған үлән йәки тирмәндә тарттырылған мал һөйәге һәм ағас оно менән генә туҡлана. Күп ауылдарҙа эттәр һәм бесәйҙәр ашалып бөткән. 61 ашханаға ебәрелгән аҙыҡ 3870 кешегә генә иҫәпләнгән. Уларҙың һаны, һис юғында, 12 мең кешегә еткерелеп арттырылырға тейеш. Комитет рәйесе: Абдуллин. Сәркәтип: Степанов”. (Республиканың Милли архивы, 1239-сы фонд, 1-се опись).
Хатты алғас, 17 мартта Үҫәргән кантонына БашЦИК вәкиле итеп ебәрелгән Петровтың докладынан өҙөк: “Халыҡтың ҙур һанлы өлөшө үлемгә дусар ҡылына. Үлемеслек көндән-көн арта бара. Үлектәрҙе күмеп өлгөрә алмайҙар, уларҙы яҙға тиклем дөйөм аҙбарға өйөп һалалар. Төрлө мал-тыуар минимум һанда ҡалған. Орск — Ырымбур тимер юлын көрт баҫыу сәбәп­ле, мин ҡайтып киткәнгәсә кантонға аҙыҡ-түлек тә, орлоҡ материалы ла килеп етмәне. Михайловка һәм Яшка утарҙарында кеше ашау осраҡтары теркәлгән. Хәл үҙгәрмә­һә, ул ғәҙәти күренешкә әүереләсәк. (Шунда уҡ, 1239-сы фонд, 5-се опись)”.
Ошонан һуң ғына кантонға аҙыҡ килтереү, өҫтәп ашханалар асыу мәсьәләһе бер аҙ яҡшыра төшә.

1922 йылда Башҡортостан составына Өфө губернаһы ҡушыла, ошо йылдың аҙағында кантондар эреләтелә. Яңы ойошторолған Йылайыр кантонында Абдуллинға эш тәҡдим ителмәй, республика буйынса ундайҙар байтаҡ була.

Мөхәммәт Сәләхетдин улы, тағы ла ауылына ҡайтып, үҙ хужалығына тотона. 1927 йылдың башында Үргендә Сәлих улысында беренсе ТОЗ (Ерҙе бергәләп эшкәртеү ширҡәте) төҙөлөүендә һаман да төрлө кимәлдә абруйлы булған һәм һүҙе үткән, заманса фекер­ләгән Абдуллиндың роле ҙур. 2017 йылда ТОЗ ойошторолоуҙың 90 йыллығы айҡанлы уның тәүге 18 ағзаһы хөрмәтенә Үрген мәҙәниәт йортонда таҡтаташ асылды. Унда Мөхәммәт Абдуллиндың да исем-шәрифе бар.


Хәтәр йылдар


1927 йылдың көҙөндә ул – Йылайыр һал ағыҙыу контораһы начальнигы, ә киләһе йылдың йәйен­дә Йылайыр кантонының хәрби комиссары итеп тәғәйенләнә. Комис­сариатҡа бик ҙур майҙан биләгән территорияла ир-егеттәрҙе иҫәпкә алыу, хәрби хеҙмәткә са­ҡырыу, Граждандар һуғышында һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә­ләрен хәстәрләү һәм башҡа бик күп мәшәҡәтле эштәр менән шөғөл­ләнергә тура килә.
1930 йылда кантондар урынына райондар ойошторола. Абдуллин Хәйбулла районы Һаҡлыҡ кассаһы мөдире итеп ҡуйыла. 1919 йылдың мартында Советтар менән киле­шеүҙең бер шарты булып ҡыҙыл­дарға ҡаршы һуғышҡан Башҡорт ғәскәре яугирҙәренә тулыһынса ярлыҡау торған, ләкин эҙәрлек­ләүҙәр туҡтамай. 1930 йылдан ул бигерәк тә көсәйә. Ошо йылда Сөләймән Мырҙабулатов ҡулға алынып атып үлтерелә, Юныс Бикбов биш йылға төрмәгә ябыла. Күптәр ҡотолоу юлын республиканан ситкә китеүҙә күрә. Мөхәммәт Абдуллин да, 1932 йылдың йәйен­дә ғаиләһе менән Үзбәкстанға барып урынлашып, бер совхоздың баш бухгалтеры булып эшләй. Ҡыҙҙары саф үзбәк мәктәбендә уҡый алмау сәбәпле, тәүҙә уны Үргендәге өләсәһе янына ҡайтара­лар, 1935 йылда бөтә ғаилә кире юллана.
Ейәнсура районы етәкселегендә төрлө яуаплы вазифаларҙа элекке хеҙмәттәштәре булһа ла, Абдуллин оҙаҡ ҡына ваҡыт эшкә урынлаша алмай, тик көҙ еткәс кенә Муйнаҡ ауыл Советы секретары итеп тәғә­йенләнә. Бында уға оҙаҡ эшләргә насип булмай, 1936 йылдың март айында 48 генә йәшендә ҡапыл серле вафат була. Мәрхүмде ошо ауыл зыяратына ерләйҙәр. 1937 йылда репрессиялар баш­ланғас, бер туған ағаһы Вәлетдин Абдуллин Хәмдиә килененә һәм бала­ларға ошондай һүҙҙәр әйтә: “Нисек кенә ауыр булмаһын, ярай әле Мөхәммәт алдан үлеп ҡотолдо. Ул, һис һүҙһеҙ, золом ҡорбаны була ине һәм бөтәбеҙгә лә, бигерәк тә һеҙгә, уның шауҡымы эләгеп, ауыр һынауҙарға дусар ителә инек”. Быны дәлилләгән бер документтан өҙөккә күҙ һалайыҡ. Ул билдәле яҙыусы Ғәзим Шафиҡовтың “Зама­нының выжданы ла, ҡорбаны ла...” китабынан алынған.
...1937 йылда Салауатов тигән берәү күренекле яҙыусы Төхвәт Йәнәби өҫтөнән тикшереү органдарына ошаҡ яҙа. Унда: “1921 йылда Үҫәргән кантонында барған профсоюз дискуссияһында ике төркөм ҡатнашты. Буржуаз милләт­селәрҙең етәкселәре Башҡарма комитет рәйесе Бикҡужин, урын­баҫары Юныс Бикбов һәм мәғариф бүлеге мөдире Төхвәт Йәнәби булды. Ә хәрби комиссар Мөхәммәт Абдуллин менән парткомиссар Акаскин халыҡ дошманы Троцкий фекерен яҡланы”, — тип әйтелә. Ошо ғына юлдар вафат булған Абдуллиндан башҡа тереләрҙең бөтәһенең дә башына етә. Юныс Бикбовты хатта Үзбәкстандың баш ҡалаһы Ташкентта университетта уҡытып йөрөгән еренән табып алып, һигеҙ йылға төрмәгә ябалар. Ул шунда 1942 йылда вафат була. Бына ниндәй хәтәр йылдар булған бит!..
Мөхәммәт Абдуллин тураһында республика Милли архивында байтаҡ документ һаҡлана, бер нисә китапта уның эшмәкәрлеге сағыл­ды­рылған, ләкин быға тиклем улар киң йәмәғәтселеккә барып етмәне. Бөгөнгө быуын бынан бер быуат элек Башҡортостан Республикаһы дәүләтселегенә нигеҙ ташын һа­лыу­ҙа ҡатнашҡан ир-азаматтарҙы белергә тейеш.


Ейәнсура районы.
Читайте нас в