Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
3 Октябрь 2019, 13:04

"Ҡаҙаҡтар өсөн ул – иң яҡын әҙип"

“Ҡаҙаҡ халҡы Мостай Кәрим ижадын үҙ итә. 2007 йылда, "Мәҙәни мираҫ" программаһына ярашлы, әҙиптең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ", "Ярлыҡау", "Беҙҙең өйҙөң йәме" әҫәрҙәре тәржемә ителде", – тине ул.

Автор фотоһы
Автор фотоһы
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған "Мостай уҡыуҙары" халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында Ҡаҙағстандың Милли китапханаһының диссертациялар бүлеге етәксеһе Гөлнар Бахтыгәрәева сығыш яһаны.
“Ҡаҙаҡ халҡы Мостай Кәрим ижадын үҙ итә. 2007 йылда, "Мәҙәни мираҫ" программаһына ярашлы, әҙиптең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ", "Ярлыҡау", "Беҙҙең өйҙөң йәме" әҫәрҙәре тәржемә ителде", – тине ул.
Ошо уҡ фекерҙе Ҡаҙағстандың Милли академия китапханаһының сәнәғәт секторы етәксеһе Исаҡ Алуа ла белдереп, Алматыла быйыл бер урамға Мостай Кәрим исеме бирелеүен атап китте. "Мостай Кәрим ижады – ул төрки әҙәбиәттәр өсөн үҙ донъя", – тине ул.
Читайте нас