Сибайҙа йәшәгәндә Ризван Хажиевты мин Өфөгә килгән саҡта һирәк-һаяҡ осраштырғылай торғайным. Беҙ яҡшы таныштар түгел инек, сөнки ул осор Ризван да районда йәшәй ине. Шуға һөйләшеүебеҙ хәл белешеүҙән һәм бер-беребеҙҙең һуңғы әҫәрҙәребеҙ хаҡында ҡыҫҡаса фекер алышыуҙан артманы. Ныҡлап аралашып китеүебеҙгә минең йомоғораҡ холҡом да, Ризвандың ҡырыҫыраҡ ҡиәфәте лә ҡамасаулағандыр. Етмәһә, Хажиев хаҡында журналистар араһында “Ризван – тура һүҙле, уҫал, ҡырыҫ, принципиаль кеше” тигән хәбәр ҙә йөрөй ине. Бер нисә яҙыусы менән бәхәсләшеп киткәнлеген дә күрҙем, бер нимәгә ҡарамай, үҙ һүҙен һүҙ итергә тырышыуына шаһит булдым. Шуға ла ул миңә ят бауырлы кеше кеүек күренде. Әммә публицистикаһы, бигерәк тә “Ағиҙел” журналында баҫылған автобиографик повесы бик оҡшаны.
Өфөгә бер килгәнендә осрашып, шул әҫәр хаҡында оҙаҡ ҡына һөйләшеп торҙоҡ. Ул повесты уҡығас, мин Ризвандың асыҡ күңелле, ихлас кеше икәнлегенә инандым. Минең ауыҙҙан әҫәре тураһында бер-ике йылы һүҙ ишеткәс, ул да асылып китте, шуға әңгәмәбеҙ оҙаҡҡа һуҙылды. Ризван да минең хикәйә-повестарҙы уҡып бара икән. Оҡшатҡан. Әммә үҙенә хас тура һүҙлелегенән сығып, тәнҡит һүҙҙәрен дә әйтте. Минең пьесалар буйынса спектаклдәрҙе яратып ҡарағанлығын һөйләне.
Ошонан һуң мин уның һәр әҫәрен, бигерәк тә гәзит-журналдарҙа баҫылған очерк-мәҡәләләрен уҡып барырға тырыштым. Әҫәрҙәрендә, документаль повестарында Ризвандың тормоштоң төрлө өлкәләре менән ҡыҙыҡһыныусы, киң ҡарашлы, һәләтле журналист икәнлеген күрҙем. Хәтеремдә, уның Даян Мурзин хаҡындағы повесы бик оҡшағайны, шулай уҡ “Журналист булып ҡалам” тигән автобиографик әҫәрен дә яратып уҡыным.
Хажиевтың принципиаль холҡо бигерәк тә Журналистар союзы рәйесе булып эшләгән осоронда сағыу күренде. Ризван шул өлкәләге проблемаларҙы ярып һалды, нисек тә уларҙы хәл итергә тырышты.
Республика баҫмаларына, журналистарға ярҙам итеү өсөн Ризван ҙур түрәләргә барып инә ине. Мәскәүҙә үткән Рәсәй журналистары йыйынында ҙур трибунаға күтәрелеп, Ризван шул проблемаларҙы хәл итеү юлдары хаҡында тәҡдимдәр индергәйне.
Мәскәү янындағы ижад йортона китеп барғанымда, Юғары Әҙәби курстарҙа уҡып йөрөгән шағир Риф Тойғондоң бүлмәһендә Ризванды осратып, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырғанда был турала ишеткәйнем. Шунда Ризван журналистар донъяһындағы проблемалар тураһында бик әсенеп һөйләне.
Хажиевтың принципиаль, ғәҙел, ныҡышмал шәхес икәнлеген мин бигерәк тә 2012 йылда асыҡ күрҙем. Ошо йылдың башында Рауил Бикбаев Яҙыусылар союзы рәйесе вазифаһынан китергә теләк белдергәс, “кемде урынына ҡуйырға?” тигән мәсьәләне хәл итергә теләү әҙиптәрҙе ике лагерға бүлде. Бер төркөм яҙыусылар, шағир Азамат Юлдашбаевты һайлайыҡ, тине. Икенселәре, ныҡ өгөтләй торғас, мине үҙ кандидатурамды юғары вазифаға тәҡдим итергә күндерҙе. Шул мәлдә мине әүҙем яҡлаусылар араһында Хажиевтың барлығын күреп бик ҡыуандым. Ризван кеүек үҙ фекерен ҡәтғи итеп әйтә белгән, көслө тауышлы, принципиаль яҙыусының минең өсөн өгөтләүселәрҙе етәкләүе ярты уңыш тип әйтергә була ине.
Тәүҙә был вазифаға бик ынтылмаһам да, ризалығымды биргәс, мине көрәш ҡомары солғап алды. Шуға нисек тә еңергә теләй инем. Һайлау комиссияһы рәйесе итеп Хажиевты ҡуйыу ҙа ҙур өмөт уятты. Был ҡаршы төркөмдөң төрлө алдашыу-хәйләләшеүгә юл ҡуя алмаясағын аңлата ине. Яҙыусыларҙың күбеһе мине яҡлай кеүек тойолдо миңә.
– Һайлау процесы бик ҡыҙыу һәм бәхәсле барҙы. Шул ваҡиғаларҙы күҙәтеп, үҙемдең бюллетенде урнаға төшөрөргә онотоп ултырам икән.
Тауыштарҙы һанау өсөн икенсе бүлмәгә йүнәлгән һайлау комиссияһы рәйесе Хажиевтың:
– Һайлау тамам! Бөтәһе 134 бюллетень төшөрөлдө урнаға, – тиеүен ишеткәс, мин айнып киткәндәй булдым һәм, йүгереп барып, урнаға үҙемдең бюллетенемде һуңғы булып төшөрҙөм:
– Йөҙ ҙә утыҙ бишенсе бюллетень! – тип иғлан итте Ризван.
Шул сәбәпле нисә яҙыусы һайлауҙа ҡатнашҡанлығы минең иҫтә ҡалды.
Бына комиссия һайлау һөҙөмтәләрен иғлан итте:
– Азамат Юлдашбаев – 75, Наил Ғәйетбай – 60, Фәнил Күзбәков 25 тауыш йыйҙы! Яҙыусылар союзы рәйесе итеп Азамат Юлдашбаев һайланды!
Мин Азаматты еңеүе менән ҡотланым да, еңелеүем өсөн бер аҙ бошоноп, шул уҡ ваҡытта үтмәүемә эстән генә ҡыуанып (сөнки барыбер күңелем был вазифала эшләргә тартмай ине), ҡайтып киттем.
Исемен мәңгеләштереү фарыз
Иртәгәһенә таңғы етелә миңә шағирә Таңһылыу Ҡарамышева шылтырата:
– Наил! Бөтәһе нисә бюллетень ҡатнашты кисә һайлауҙа?
– 135, – тинем. – Һуңғы 135-се кеше булып мин тауыш бирҙем бит. Шуға яҡшы хәтерләйем.
– Мин дә 135 бюллетень ҡатнашты тип ишеткәйнем шул! – тине Ҡарамышева. – Ә еңеүсене иғлан иткәндә әйтелгән тауыштарҙы һанап ҡара әле! 75, 60, 25 тауыштың суммаһы бит 160 була! Урнаға кемдәрҙер алдап өҫтәмә 25 бюллетень һалған! Был хаҡта яҙыусыларға әйтергә кәрәк!
Ләкин минең шау-шыу күтәрергә һис тә теләгем юҡ ине, шуға рәйес булыу өсөн көрәшеүҙән ҡырҡа баш тарттым. Ә ситуация, ысынлап та, бик тә сетерекле ине. Алдашыу күҙгә күренеп тора бит! Мин өҫтәмә бюллетендәрҙе һис тә Азамат үҙе ташлаған тип уйламайым. Ул бындай юлға бара торған кеше түгел. Был хаҡта белмәүе лә ихтимал. Нисек тә Юлдашбаевты рәйес итеп һайларға теләүселәр был аҙымды эшләгәндер, моғайын.
Ары көрәшеүҙән баш тартыуым минең яҡлыларҙың асыуына ныҡ тейҙе, әлбиттә. Улар араһында Ризван да бар ине. Хажиев, телефондан шылтыратып, миңә ҡаты ғына һүҙҙәр әйтте, принципһыҙлыҡта, ҡурҡаҡлыҡта ғәйепләне. Әммә мин көрәшеүҙән ҡырҡа баш тарттым. Шуға ҡарамай, минең яҡлы бер төркөм яҙыусылар – Ғәлим Хисамов, Ризван Хажиев та бар ине – тынысланманы, ғәҙеллек өсөн көрәшергә тотондо. Уларҙың тырышлығы менән, өҫтәмә бюллетендәр ташлауҙан тыш, рәйес һайлау процедураһында башҡа етешһеҙлектәр ҙә ҡаҙып сығарылды. Шул сәбәпле республиканың Юстиция министрлығы Яҙыусылар союзына рәйес һайлау һөҙөмтәләрен юҡҡа сығарҙы. Быны күреп, Юлдашбаев та вазифа өсөн ары көрәшеүҙән баш тартты. Шулай итеп, бер йылдан Яҙыусылар союзы рәйесе итеп Риф Тойғондо һайлап ҡуйҙылар.
– Ғәҙеллек еңде! – тип ҡыуанып йөрөгәйне шул саҡта Хажиев.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп тә үтмәй, Ризван ауырый башланы һәм 2013 йылда яҡты донъя менән хушлашты.
2014 йылдың сентябрендә Хажиевтың тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы Мәсетле районында ҙур байрам ойошторолдо. Унда Яҙыусылар союзы рәйесе булараҡ, миңә лә ҡатнашырға тура килде. 2014 йылда Риф Тойғон вафат булғас, был юғары вазифаға мине һайлап ҡуйғайнылар.
Яҡташтарының Ризванды ҙур хөрмәт менән иҫләүҙәрен, уның хаҡында яҡты хәтирәләр һаҡлауын күреп, бик ҡыуандым. Шунда Хажиевтың музейын ойоштороу, Мәсетлелә бер урамға уның исемен биреү хаҡында һүҙ ҡуҙғатылды. Талантлы журналист һәм яҙыусының яҡташтарын данлау өсөн янып йәшәгән, журналистикала яҡты эҙ ҡалдырған, ғәҙел һәм принципиаль шәхестең исемен мәңгеләштереү эшенә был ҙур өлөш булыр ине.
Ризван Хажиев бындай хөрмәткә, һис шикһеҙ, лайыҡ.