Шәхестәр
9 Октябрь 2019, 10:42

Осар ҡоштар күккә олғашһа ла, ҡараштары ҡалһын ерендә

Булат Ғәбиҙулла улының атайсалы Арғаяш яҡтарында студент булып, халыҡ хәтеренән юйылмаҫ борон йыр, бәйет, риүәйәт, хикәйәттәрҙе яҙып алып ҡалыу йөҙөнән ҡарт-ҡамҡыны маҙаһыҙ­лап йөрөгән саҡтарҙа йыш уҡ булына ине.

Булат Теләкбирҙин хаҡында бер кәлимә.


Ғәҙеллек менән ғәҙел хөкөм бер төшөнсәгә әүерелмәгән урында ижтимағи көнкүрештең әхлаҡи нигеҙҙәре ҡаужый.


Анатолий Кони,

рус хоҡуҡ белгесе.


Октябрь айын, ағас-тирәктәр япрағын ҡойғанға, туғай үләндәре төҫ ташлағанғамы икән, халыҡ әүәлдән ҡарасай тип йөрөткән. Әммә имәнлеккә, ҡарағай, шыршы урмандарына, саған араһына шул ваҡытта инегеҙ әле – урман алтын, баҡыр, һарғылт, йәм-йәшел төҫтәр менән, ҡосаҡ еткеһеҙ бер гөлләмә хасил итеп, балҡып тора. Йылы тарафтарға сәфәр сыҡмай, үҙебеҙҙәге ер-һыуға тоғро ҡалған ҡош-ҡорт әллә һөйөү йырын ҡабаттан терелтә, әллә киткәндәрҙе һағыныу моңон һуҙа. Ҡарасайҙы ҡара, төшөнкө сырайлы мәл тимәгеҙ, үҙ миҙгеленә күрә яҡты ҡиәфәтле ай ул. Ана Мос­тай ағай ҙа, хисләнеп, “Бәрәкәтле тағы бер көҙ килде./ Килде гөрләп уҙыр туйҙар мәле, /Ҡыр ҡаҙҙары киткән күккә ҡарап/ Хушлашыуҙар мәле, уйҙар мәле”, – тип яҙған бит. Уйланыу-хәтерләүҙәрҙең хилафлығы һис юҡтыр.


Уртаҡ яҙмыш


Булат Ғәбиҙулла улының атайсалы Арғаяш яҡтарында студент булып, халыҡ хәтеренән юйылмаҫ борон йыр, бәйет, риүәйәт, хикәйәттәрҙе яҙып алып ҡалыу йөҙөнән ҡарт-ҡамҡыны маҙаһыҙ­лап йөрөгән саҡтарҙа йыш уҡ булына ине. Арғаяш, Ҡоншаҡ тарафтарында мил­ләттәштәребеҙ, шөкөрана, бөгөн дә күп. Ошонда юл төшөргә яҙһа, халҡы­быҙҙың мәртәбәле зыялыларының береһе фәйләсүф Дамир Вәлиевтең, олуғ шағирәбеҙ Кәтибә Кинйәбулатова апайҙың, Ҡоншаҡтың сәсән егеттәре Ғәлимов Сәләмдең, Мөхәмәтйәров Хәйҙең, Ҡадир Даяндың эҙҙәрен юллап йөрөр инемме икән? Улай тиһәң, әҙәм балаһының ергә уйылып ҡалған эҙенән йөрәккә һалынғаны мөһимерәктер. Мәүлит, Этбай, Тәгеш, Ҡунаҡбай һымаҡ, көмөш тәңкәләй һибелгән күлдәр илендә әлегә мәғлүм булмаған, әммә алдағы көндәрҙә беҙ беләсәк күпме азамат егеттәр һәм ҡыҙҙар үҫеп киләлер. Танышыу, дуҫлашыу ҡыуанысын кисерер мәлдәребеҙ әле алда.
Булат Теләкбирҙин тураһында әйтер һүҙемде алыҫтан уратып башлауымдың сәбәбе уның Силәбе өлкәһенең Арғаяш районынан булыуында. Тиҫтә­ләрсә йыл яҡындан белеп тә ошоғаса ауыҙ йомоп йөрөүемде Булаттың уғата тыйнаҡлығы, үҙемдең дә баҙнатһыҙлыҡ менән аңлатыу урынлылыр. Партияның Башҡортостан өлкә комитетында бүлек мөдире, Юғары суд рәйесе вазифа­ларындағы кеше эргәһенә еңел-елпе һүҙ менән йөрөү мөмкин түгел. Бына ошо юлы ла, ғүмер үренә илткән юлдың сираттағы һикәлтәһенә баҫып, тирә-йүнгә ихласлап күҙ ташлар мөҙҙәт еткәс кенә, Булат Ғәбиҙулла улы менән уның донъяһына барып урау форсаты тейҙе.
Донъяһына барып урау тигәс тә, бүтәндәр үткән юлды һиңә лә тап-таман ҡабатлау, тормош-көнкүрешен байҡау, уйҙарының йүнәлешен һиҙемләү ҡулдан килерлек эш түгел.
Яҡты донъяға күҙен асҡан, кеше ҡорона тулған атайсалы барыбер һәр кемдең дә холоҡ-фиғеленә йоғонто яһайҙыр ул. Теләкбирҙиндең Арғаяшы Силәбе өлкәһендә, Көньяҡ Уралдың был төбәге иһә күҙ ҡамаштырырлыҡ ялтыр күлдәр иле генә түгел, унда телеңде тыйып, күҙеңде йомоп ҡына йөрөр, дәүләт серен һаҡлар сәнәғәт предприятиелары, ғилми-тикшеренеү үҙәктәре, хатта тотош ҡалалар бар. Булат дуҫ та, шул мөхиттең эсендә үк булмаһа ла, хәл-әхүәлде күреп, күңеленә һеңдереп үҫкән кеше. Уның һаран һүҙлелеге, үҙе сиселеп әйтмәһә лә, бәлки, шунан киләлер.
Йә, ярай, айышына үҙем дә төшөн­мәҫтәй фаразлауҙар шырлығында аҙа­шып йөрөгәнсе, Теләкбирҙингә әйләнеп ҡайтайымсы. Бына бит үҙе, йәшлек мөләйемлеген юғалтмаған йөҙөн һаран ғына йылмайыу менән яҡтыртып, ҡар­шымда ултыра. Бер-бер артлы яуҙырған бихисап һорауҙарымдың береһенә генә тоҡос яуап алһам да ризаһыҙлығымды һиҙҙермәҫкә тырышам. Эшкә ихлас бирелгән кешеләр һүҙгә йомарт булмай шул.
Арғаяш – милләттәштәребеҙ төйәк­лә­гән урын. Ошо районда йәшәүсе ха­лыҡтың 67 проценты башҡорт. Мышты күленә һыйынып ҡына ултырған Мәсәй ауылында Булаттың ата-әсәһе, бүтән туғандары ҡәҙимге ауыл кәсебе менән, колхоз эшендә тир түгеп көн иткән. Хәйер, күрше Ҡорман, Сүрәк ауылда­рын­дағы халыҡтың тормошо ла шул уҡ. Әммә Мәсәй ауылыныҡыларҙың көн­күрешендә ни ҡәҙәрелер төрләнеү бар һымаҡ, сөнки Мәсәй эргәһендә ҡом карьеры асылып, поезд ҡомдо Силәбегә яҡын ғына бер ҡалаға ташый башлағас, әллә эш урыны хасил булыуҙан, әллә локомотив һыҙғырыуынан ойоп йәшәгән ауылға йән ингәндәй. Булаттың атаһы 1941 йылдың сентябрендә ғәйеп булғас, әсәһе Разия Мөхәмәҙи ҡыҙына ике баланы яңғыҙына күтәрергә тура килгән. Аптырарһыңмы-юҡмы, иллә һуғыш һәм уның ҡорбандары яҙмышының күп йәһәттән оҡшаш булыуы осраҡлы түгелдер. Минең атай ҙа шул утлы дауылда юғалып ҡалған. Әсәйем бахыр өс балаһын үлтермәҫ өсөн йәнен фиҙа ҡылған. Һәр кемдең яҙмышынан тотош илдең уртаҡ яҙмышы хасил булыуы шулдыр инде.


Үҫмерҙең кемлеген шәйләгәндәр


– Бибисара апайым һуғыштан аҙаҡ уҡыуын дауам итте, ә минең мәктәпкә йөрөргә һис кенә лә теләк юҡ бит инде, – тип Булат Ғәбиҙулла улы хәтирәләр һандығын аса биреп ҡуйҙы. – Мәсәйҙәге башланғыс мәктәптән һуң Арғаяштағы 2-се мәктәпкә барҙым. Теләк булмаһа ла, белемһеҙ йәшәүҙең йәшәү түгел­леген аңлайым, Арғаяшҡа йә йәйәүләп, йә булмаһа, ыңғайы килгән арба-санаға эләгеп йөрөп, дәрес ҡалдырмаҫҡа тырышам. Шулай ҙа өҫ-баштың рәте юҡ. Етенселә уҡығанымда әсәйем Силә­бенән ҡышҡы пальто алып ҡайтҡайны. Һорашмай алғанмы икән, теге, ҡәһәрең, ҡыҙҙарҙыҡы булып сыҡты бит (Теләк­бирҙин, әлеге мәрәкә хәлде хәтерләүҙән­дер, кет-кет көлөп алды, маңлайындағы, күҙ ҡойроғондағы һырҙары тәрәнәйә төшһә лә, ҡаҡса, йонсоу баҫа башлаған йөҙө, төптән яҡтырған һымаҡ, алсаҡ­ланып китте). Класта күҙҙе астырмайҙар. “Мәктәбегеҙгә бармайым”, – тип ҡырт киҫтем. Шулай ҙа әсәйем менән апайымдың талабына буйһоноп, туғыҙ класты үттем дә колхозға эшкә төштөм.
Әгәр Булат Теләкбирҙин, колхоз эшенә эҫенеп китеп, прицепщик, һалам ташыусы “карьераһын” дауам итһә, Ленин исемендәге колхоз отор инеме икән, әллә Рәсәй юриспруденция системаһы, Башҡортостан Юғары суды отор инеме? Былай фәлсәфә һатып ултырыуым тиктәҫкә түгел, сөнки колхозда үҫмерҙең кемлеген шәйләп алғандар, карьераны дауам итеү форсаты килеп сыҡҡан: хужалыҡ рәйесе уға кассир-хисапсы эшен тәҡдим иткән. Йәнәһе, белемле кешеләргә ҡытлыҡ, ә һинең туғы­ҙынсыны бөткәнеңде беләбеҙ.
Шулай, Теләкбирҙин ике йыл буйы бүтәндәрҙең эш хаҡын иҫәпләй, вело­сипедҡа атланып, аҡса таратып сыға. Шулай рәхәтләнеп йөрөгәндә, 1958 йылда егеткә военкоматтан повестка килеп төшә.

Ишеккәйем алды, ай, алмағас,

Уға ғына сабыр балтам юҡ.

Аталы ла бала, ай, арҡалы,

Минең арҡаланыр атам юҡ.
Ни хәл итмәк кәрәк, Булат дуҫ? Һин дә, мин дә, ҡәһәр һуҡҡыр фашистарҙың яуызлығы менән, арҡаһыҙ үҫтек. Етемлектең әсеһен түңкәргәнсе эстек, ләкин, Ғәбиҙуллович, һин миңә ҡара­ғанда бәхетлерәк, сөнки әрме хеҙмәтен­дәгеләр халыҡ менән илдең арҡаланыр кешеләре бит. Миңә билде һары ҡайыш менән быуырға яҙманы. Хеҙмәттән бушар-бушамаҫтан уҡ Свердловск (хәҙерге Екатеринбург) юридик институтында белем эстәй башлағанһың, юриспруденцияла иң юғары дәрәжәләргә еткән­һең, мин иһә ғүмергенәмде ҡағыҙға тек­ләп, һүҙҙе һүҙгә ялғап үткәрҙем. Хәйер, һуңлап үкенеп ултырыуҙан ни фәтүә?
Ҡыш кейер пальтоһы булмау сәбәпле мәктәпте ташлаған Мәсәй малайы өйҙән сығып китеү менән тормошонда текә үҙгәреш булырын һиҙмәнеме икән? Нәҡ әрмелә Булатта юриспруденцияға тартылыу хасил булған бит. Хеҙмәтенең өсөнсө йылына урта белемһеҙ һал­даттарға киске мәктәптә уҡырға рөхсәт бирәләр. Булат, шөкөр, әлеге форсатты юғалтмаған, “дембелгә” ҡәҙәр үк аттестат алыуға өлгәшкән. Сығарылыш имтихандары ваҡытында мәктәп директоры, егеттең гуманитар йүнәлешкә тартылыуын күреп, уға ижади һөнәр һайларға кәңәш иткән.
– Хеҙмәт әле дауам итә, ә мин инде Свердловск юридик институты студентымын, – тип хәтерләп ала Булат Ғәбиҙулла улы. – Бына ошонда инде мин уҡыуға ихлас тартылыуҙы тойҙом. Институтты тамамламаҫ элек юғары уҡыу йорто етәкселәрендә нисек ышаныс уята алыуыма әле лә ғәжәпләнәм. Диплом яҡларҙан ярты йыл алда мине Башҡортостандың Мәсетле районына халыҡ судьяһы итеп ебәрҙеләр бит! Биш йылдан һуң хәләлем һәм ҡыҙым менән Өфөгә күстек – мине республика Юғары суды ағзаһы итеп һайланылар. Бында ғаиләбеҙ йәнә лә ишәйҙе – тағы бер ҡыҙыбыҙ тыуҙы.


Миһырбанлыҡҡа салауат


Элекке Свердловск, хәҙерге Екатеринбург ҡалаһында Теләкбирҙин ете йыл ғүмерен үткәргән: шуларҙың өс йылы әрме хеҙмәте, дүрте – юридик институт. “Кемгә нисектер, иллә минең өсөн ошо вуздан да шәберәге булма­ғандыр. Хәҙер ҙә шул фекерҙәмен”, – тип, Булат Ғәбиҙуллович күҙ алдында йәшәреп киткәндәй була. Хәйер, быға ғәжәпләнәһе лә түгел, сөнки латинса “alma mater” беҙҙеңсәгә әйләндергәндә “имеҙеүсе әсә” тигән мәғәнәне йөрөтә бит. Һәр кемгә ул уҡыған вуз ғына иң шәп рухи аҙыҡ биргәндер һымаҡ. Шундай ышаныс менән йәшәү яҙыҡ түгел дә инде. Студент йылдары, белемгә һыуһап та ҡандыра алмаған йәшлек, мауығыуҙар, бөрөләнер-бөрөләнмәҫ хистәр – улар яҙғы сыуаҡ, иркә ел кеүек үтә лә китә, олоғайғас, йәшлегеңдең һәр мәлен әкиәт, хыял итеп кенә хәтерләйһең. Ошо сыуаҡ миҙгелдә тыуған һәм нығынып өлгөргән дуҫлыҡ ғүмерлеккә ҡала. Бөгөнгө йәштәрҙә лә шундай хис бармы икән? Быға ҡайһы саҡ шикләнеү ҙә тыуып ҡуя.
Теләкбирҙин институттағы һабаҡта­шы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Фәнис Раянов, институттағы уҡытыусылары һәм вуз етәкселәре Дмитрий Остапенко, Владимир Семенов, уҡытыусылар һәм профессорҙар Л. Галесник, Ю. Судницын, Е. Фролов, Ф. Яковлев һәм бүтән бик күптәрҙе ихтирам менән хәтергә ала. Ләкин ошо хөрмәтле шәхестәр араһында ла студенттарҙың ысынлап табынған кешеһе – Сергей Сергеевич Алексеев тураһында һүҙҙе һуҙыбыраҡ та әйтергә кәрәктер.
90-сы йылдар хәтерегеҙҙән юйылып өлгөрмәгәнме әле? Яңыртылған Рәсәй дәүләтселеген үҙгәртелгән хоҡуҡи нигеҙ­ҙәрҙә нығытыу өсөн төрлө сәйәси көстәр араһында тартҡылашыу бара. Ошо көрәш уртаһында – Уралдан Мәскәүгә депутат булып күскән ғалим-юрист, СССР Фәндәр академияһының мөх­бир ағзаһы, 1989 йыл СССР конституцион күҙәтеү комитеты рәйесе Сергей Алексеев. Ул хәтәр осорҙа Юғары Совет ултырыштарын телевизорҙан мажаралы тамаша рәүешендә ҡарай торғайныҡ бит. Сергей Сергеевич шул буталсыҡтар эсендә лә Анатолий Собчак, Сергей Шахрайҙар менән бергә­ләшеп, элеккегә йәбешеп ятҡан ортодоксаль көстәргә ҡар­шы көрәшә, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын әҙерләүҙә ҡатнаша.
Телевидение күрһәткәнсә, Алексеев ипле генә итеп, ярһымай, фекерен дә­лил­ләп, хатта ни дәрәжәләлер артистизм менән сығыш яһай торғайны. Ҙур интел­лектуал, ифрат намыҫсан кеше булараҡ, Сергей Алексеев Мәскәү сәйәси мөхи­тенең янъяллы шарттарында толҡа тапманы, 1996 йылда Ека­теринбургка әйләнеп ҡайтты. Сергей Сергеевичты Булат Ғәбиҙулла улы “Юридик институт студенттарының иң яратҡан уҡытыусы­һы ине” тип хәтергә ала.
Ә Теләкбирҙин үҙе, Мәсетлелә тәф­тишсе булып эшләп, партияның Баш­ҡортостан өлкә комитетында инс­труктор, административ органдар бүлеге мөдире, уға тиклем КПСС Үҙәк Комитеты эргә­һендәге ижтимағи фәндәр академияһы баҫҡыстарын үтеп, ниһайәт, 1988 йылда Башҡорт АССР-ы Юғары суды рәйесе итеп һайлана. Ошо урында уның тормош юлын барлап ултырыуҙы тамамлайым да, тәрән белем, ҙур тәжрибә, дәрәжәле вазифаларға кешелек сифаттарын ни рәүешле сайпылтмай-түкмәй алып барып еткереү хикмәттәре тураһында уйланыуымды йәшермәйем.
Булат Ғәбиҙулла улын нисәмә йылдар беләм, әле ул 80-дең үренә баҫһа ла, үҙем дә шунан бигүк ҡалышмайым. Икебеҙ ҙә ышыҡ, һәр саҡ ҡояшлы урында эшләмәнек, яҙмыш хәтәрлегенән йөҙ борманыҡ. Бының һөҙөмтәһе шул: Теләкбирҙингә сир-сырхауҙар: “Туҡта, ун йыл Юғары суд рәйесе булып эш­лә­гән, иң юғары класлы судья квалифи­кацияһына эйә булған, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы исемдәрен алған кешегә ҡағылмайыҡ, исмаһам”, – тип тормаған, нисек кенә ҡаҡҡылаған әле! Ҡыҫҡаһы, таяҡһыҙ урамға сығырға икебеҙҙең дә дөбөр етмәй. Хакимлыҡта оҙон-оҙаҡ эшләгән кешеләрҙең сырайына, ғәҙәттә, ҡырыҫ­лыҡ, һауалылыҡ мөһөрө сығыусан. Булат Теләкбирҙин генә шул көйө: ябай, алсаҡ, ипле һүҙле. Ә ҡулында кемделер илатырлыҡ та, йырлатырлыҡ та власть булған бит! Ул, бәлки, Бөйөк Петр батша әйтеп ҡалдырған ошо васыятҡа таянып эшләгәндер ҙә, йәшәгәндер ҙә? “Эш кешенең ғүмере һәм намыҫы тураһында барған саҡта хөкөмдарҙарҙан уның енәйәтен дә, Ватанына һәм ил башына күрһәткән хеҙмәттәрен дә ғәҙеллек бизмәнендә һис шик-шөбһәһеҙ үлсәп ҡарау талап ителә, мәгәр хеҙмәттәре енәйәттәрҙән өҫтөнлөк ала икән, миһырбанлыҡҡа салауат”.

Бына шулай.
Читайте нас