Бына инде нисә йыл рәттән милли батырыбыҙ, шағир, сардар Салауат Юлаевтың тыуған яғында Хәтер көнө уҙғарыла. Ғәҙәттәгесә, сарала республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары уҡыусылары ҡатнаша. Нимәһе ҡыуаныслы, быйыл күрше Свердловск өлкәһенең Красноуфимск районынан да килгәйнеләр. Улар – Урал тимер юл колледжы студенттары.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бүләгенә Сыңғыҙ һәм Аяз Кәримовтар лайыҡ булды. Конкурста видеошиғыр менән ҡатнашҡан Ҡариҙел районы ҡыҙы Гөлсөм Ғәлимйәнова ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Сараны ойоштороу эше менән бына инде унынсы йыл рәттән Салауат Юлаев музейы директоры Зилә Садиҡова шөғөлләнә. Быйыл да батырыбыҙҙың рухына доға булып яңғырар был сараға Салауат, Балаҡатай, Ҡыйғы, Мәсетле, Дыуан райондары уҡыусылары йыйылды. Һауа шарттары ғына бер аҙ ҡамасауланы: хәтерегеҙҙә булһа, Салауаттың мәңгелеккә күскән көндө быйыл ямғырлы, һалҡын ине. Шуға Ҡариҙел районы уҡыусылары килеп етә алманы, әммә батырҙың шиғырҙарын яттан һөйләп, улар видеошиғырҙар ебәрҙе.
Шағирҙың ижадын, ватанды һөйөү тойғоһон тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған был сара һәр йыл һайын ниндәйҙер бер тулҡынландырғыс хис менән һуғарылып үтә. Әллә балаларҙың телгә, шиғриәткә булған мөнәсәбәте арбай, әллә ошо глобалләшеү осоронда ла мәктәпте тамамлап барған буйсан егеттәрҙең “Ай, Уралым, Уралым”, “Зөләйха, һин – хур ҡыҙы”, “Һауаларға уҡ сойорғоттом” кеүек шиғыр юлдарын тулҡынланып уҡыуын ишетеп, халҡыбыҙҙың рухи ҡеүәтенә инанаһың, ошо уҡыусыларҙың ауазы мәңгелеккә барып тоташыуын ишеткәндәй булаһың.
Быйыл беҙ – филология фәндәре докторы Мирас Иҙелбаев, “Салауат вариҫтары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Виктор Хәкимов, Салауат районы шағирҙар ойошмаһы ағзаһы, йәмәғәт эшмәкәре Әлтәф Ғәйфуллин, “Йөрәк һүҙе” проекты авторы Наилә Сәфәрғолова һәм мин – баһалама ағзалары булдыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, тексты белеү, тасуири уҡыу, хис-тойғолар сағылышы, актерлыҡ оҫталығы, уҡыусының кейеме кеүек талаптар буйынса баһаларға тип әйтелһә лә, һәр уҡыусы шиғырҙарҙы үҙенсәлекле һәм иң мөһиме – шағир ижадын яратып һөйләүе менән арбаны.
Бәләкәй кластар араһында Малаяҙҙың 1-се мәктәбе уҡыусыһы Радмир Ҡәнипов гран-приға лайыҡ булды. 1-се урын Үрге Ҡыйғы лицейынан Илнар Монасовҡа, 2-се урын – Мәсетле районының Түбәнге Туҡбай ауылынан Эмиль Моратшинға, 3-сө урын Дыуан лицей-интернатынан Рияз Ғилметдиновҡа бирелде.
Уртансы кластар араһында еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде: гран-при – Мәсетле районынан Инсаф Вәлиев менән Малаяҙ башҡорт гимназияһынан Нил Бәшировта! Афарин, егеттәр! 1-се урынға – Балаҡатай районынан Вилдан Сәйҙиғафаров, 2-се урынға – Дыуан лицей-интернатынан Эмилия Ниғәмәтйәнова, 3-сө урынға Дыуан районынан Эльвир Сәйетхужин лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ, уҡыусылар, һәр берегеҙгә айырым рәхмәт!
Өлкән кластар араһында гран-приҙы Салауат районынан Заһит Вәлишин яуланы. 1-се урын – Дыуан лицей-интернатынан Азат Закировта, 2-се урын – Ҡыйғы районынан Динарик Иштуғановта, 3-сө урын – Ҡыйғы районынан Даян Шәһиевтә. Еңеүселәргә дипломдар, балалар энциклопедиялары тапшырылды. Гран-при яулаусыларға инде иң ҙур бүләк – “Салауат Юлаев” энциклопедияһы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән Урал тимер юл техникумы студенттары Сыңғыҙ Кәримов менән Аяз Кәримов бүләкләнде. Егеттәр иҫ киткес итеп уҡыны шағирҙың шиғырҙарын. Ошо уҡ уҡыу йортонан килгән Алина Йәнекәева менән Вероника Третьякова ла сарала шиғырҙар уҡыны. Афарин, күршеләр! Юҡҡа ғына ул төбәктә йәшәгән башҡорттар: “Салауат – беҙҙеке! Ошо ерҙәрҙән көрәш юлын башлаған!” – тимәй, күрәһең. Айырыуса Вероника Третьякованың Башҡортостанға булған мөхәббәт тойғолары менән һуғарылған шиғыры алҡыштарға күмелде. Уҡытыусылары Ольга Иванова менән уҡыу йорто вәкиле Айнур Шәйхийәновҡа шулай уҡ олуғ рәхмәттәребеҙҙе еткерҙек. Салауаттың исеме Башҡортостанда ғына түгел, башҡорттар йәшәгән һәр төбәктә таныш, яңғырап тора.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты шулай уҡ Ҡариҙел районынан Гөлсөм Ғәлимйәноваға ебәрелде. Ул шағирҙың һирәк яңғыраған “Сәстәреңдең толом сулпылары” шиғырын ятлаған.
“Көмөштәй балҡый Уралтау”
Өфөнән сыҡҡанда, ысынлап та, көн йонсоу ине. Беҙ Салауат һәйкәленә ҡарап, балалар менән осрашыуға ашыҡтыҡ. Әммә Өфө-Силәбе трассаһында хәрәкәттең көслө булыуы хаҡында барыһы ла белә. Етмәһә, көн йонсоу ғына. Шулай ҙа шиғыр конкурсы тамамланыуға көн асылып киткән, беҙ Салауат Юлаевҡа арналған иҫтәлекле сара уңайынан тышҡа музей алдына барып сығыуға болоттар ҙа таралғайны. Батырҙың үҙенең шиғырындағыса, “Көмөштәй балҡый ине Уралтау”.
Музей майҙанындағы данлыҡлы бюсҡа сәскә һалғандан һуң, шағир хаҡында уның тормошон һәм ижадын өйрәнгән яҙыусы, ғалим Мирас Иҙелбаев һөйләне. Ул балаларҙы Салауат батыр һымаҡ тыуған илде яратып үҫергә саҡырҙы. Салауат районы исеменән барыһын да хакимиәт башлығы урынбаҫары Риф Мөхәмәтдинов тәбрикләне. Салауатҡа шиғырҙарын бағышлап, уның вариҫы Рузит Баһауетдинов, халыҡ сәсәндәре йолаларын һаҡлаусы Фларис Ғайсин менән Вәҙиғә Дәүләтшина сығыш яһаны. Гран-приға лайыҡ булғандарҙы беҙ яңынан тыңланыҡ. Яҡты доға, азатлыҡ символы булып йәшәһен рухың, Салауат!
Тап ошо исем менән районда беренсе тапҡыр автойөрөш ойошторолдо. Ул да батырҙың тыуыуына 265 йыл тулыуға арналды, сарала ошонда йыйылған халыҡ ҡатнашты: бөтәһе бергә Башҡортостан Республикаһы һәм батырҙың юбилейы әләмдәрен елберләтеп, Салауаттың тыуған ауылы нигеҙенә юлланды.
Йолаға әйләнгәнсә, Тәкәй ауылы нигеҙендә урынлашҡан таш тирмәлә уҡыусылар Салауат Юлаевтың шиғырҙарын һөйләне, аҙаҡ йыйылған халыҡ күмәкләп “Уралым” шиғырын ятланы. Янғантау мәктәбе уҡыусылары, уҡытыусылары Әлиә Ишбулдина менән бергә әүҙемлек күрһәтеп, сараны йәмләне. II класс уҡыусыһы Матвей Семенщиков ана нисек итеп уҡыны “Уралым”ды! Урыҫ телендә һөйләне ул. Былтыр ҙа таң ҡалып ҡайтҡайным балаларҙың шундай тәьҫирле шиғыр һөйләүенә, быйыл да күҙҙәргә йәш эркелде.
Әлкә ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Марс Баһауетдинов килгән уҡыусыларға, ҡунаҡтарға, ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе. “Беҙҙең Салауатыбыҙҙы ҙурлағанға рәхмәт!”– тип әйтергә ярата салауаттар. Бер ҡараһаң, был һөйләм сәйер яңғырай кеүек тойолһа ла: улар уны яҡташы, ырыуҙашы итеп тә ярата!
Киткәндәргә беҙҙән бары доға кәрәк. Лена Ямалетдинова апайҙың ошо төбәк тарихын һөйләүе балалар өсөн үҙе бер дәрес булды. Ул Салауаттың рухына доғалар бағышланы – Мәңгелектән беҙгә баҡҡан батырыбыҙға барып етһен улар! Ауыл нигеҙенә, бында ҡуйылған һәйкәлдәргә сәскә һалғандан һуң балалар фотоға төштө.
Был ерҙәрҙән батыр атлаған...
Аҙаҡ күмәкләп Әлкә мәктәбенә юлландыҡ. Унда беҙҙе тотош бер зал булып уҡыусылар, уҡытыусылар көтөп тора ине. Балалар беҙгә һорауҙарын бирҙе, ә беҙ уларҙың саф һәм яҡты ҡараштарына бағып, һәр береһенә ихлас яуап ҡайтарҙыҡ. Уҙған йыл конкурстары лауреаттары Тимур Шөғәйепов менән Динислам Шәмсетдинов батырҙың шиғырҙарын яттан һөйләне.
“Йөрәк һүҙе” проекты авторы Наилә Сәфәрғолова балаларға шиғри һүҙҙең көсө тураһында миҫалдар аша еткерҙе. Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева уҡыусыларҙы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы исемлеген тергеҙеү эшендә ҡатнашырға саҡырҙы.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Салауатты күргән ҡарғалар бар” тигән шиғыр юлдары иҫкә төштө ошонда. Ғалимдар, был ҡоштар 300 йыл йәшәй, ти бит. Ә бына был мәктәп уҡыусылары, ошонда йәшәгәндәр батыр баҫҡан эҙҙәргә баҫып йөрөй. Ҡайһылай ҙа улар бәхетле!
Ҡурайҙар ҙа һыҡтап илағандыр,
Салауатҡа бығау һалғанда,
Шоңҡарыңды ситлектәргә япҡас,
Халҡың етемһерәп ҡалған да.
Йүрүҙән дә ярһып илағандыр,
Әҙер булып ярҙан сығырға,
Урал тауы нисек ишелмәгән,
Яфа сигеп алыҫ һөргөндәрҙә,
Донъя михнәттәрен күтәргән,
Башҡортомдоң бөтә аһ-зарын
Ҡаты яраланған сағында ла
Золомдарҙан ғәзиз ерен һаҡлап,
Азатлыҡҡа туры юл һалған.
Тыуған төйәккәйен һағынғанда,
Ултырып та ҡурай уйнаған.
Милләт киләсәген уйлаған.
Һибелгәнгә төрлө ҡитғаларға
Кемдер тамырҙарын юғалта,
Республикам – минең ғорурлығым,
Әҙер булһын һәр саҡ ир-аты.
Телде, динде һаҡлап торайыҡ.
Башҡа халыҡтарҙы туплайыҡ та
Башҡортостан илен ҡорайыҡ.
Башым эйеп, теҙләнергә әҙер,
Һинең батырлығың алдында.
Донъялағы иң ҙур һәйкәлеңә
Гөлләмәләр илтеп һалдым да!..