Шәхестәр
18 Октября 2019, 08:45

Бөйөклөгө ябайлыҡта ине

1974 йыл. Өфө ҡалаһында диплом эше яҙып ятам. Магазинға сыҡһам, “Мәғариф йортонда сәғәт 6-ла Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән осрашыу була” тигән белдереү тора. Ҡайтып өҫтө алмаштырырға ваҡыт ҡалмаған, хәлемде аңлатып, рөхсәт һорап индем, урындар тик беренсе рәттә генә ҡалған. Кисә рус телендә барҙы.

1974 йыл. Өфө ҡалаһында диплом эше яҙып ятам. Магазинға сыҡһам, “Мәғариф йортонда сәғәт 6-ла Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән осрашыу була” тигән белдереү тора. Ҡайтып өҫтө алмаштырырға ваҡыт ҡалмаған, хәлемде аңлатып, рөхсәт һорап индем, урындар тик беренсе рәттә генә ҡалған. Кисә рус телендә барҙы.


Рус артисы (исемен онот­ҡанмын) шундай тасуири итеп М. Кәримдең “Академик Богушҡа асыҡ хат”ын уҡыны. Йөкмәткеһе менән электән таныш булһам да, тыйыла алмайынса иланым.
Һүҙ Мостай ағайға бирелде. Ул: “Башҡорт булып та, башҡорт әҙәбиәтенә хеҙмәт итеп, бөгөн башҡортса шиғыр уҡымаһам, ҙур гонаһлы булырмын”, – тине һәм яңы яҙған шиғырҙарын уҡыны. Шул ваҡыт рус милләтенән булған уҡыусылар ныҡ ҡына шаулашып алды.
Мостай ағай русса һөйләй башланы: “Миңә совет деле­гацияһы составында бик күп илдәрҙә, шул иҫәптән Вьетнамда ла булырға тура килде. Беҙ барғанда Вьетнам халҡы Америка агрессорҙарына ҡаршы һуғыш алып бара ине. Миңә түбәндә­геләрҙе һөйләнеләр: ололар разведкаға бара алмаған ергә бәләкәй балаларҙы ебәргәндәр, улар йыртҡыс хайуандарға, быуар йыландарға эләгеп һәләк булған, ләкин дошманға серҙе асмаҫ өсөн, шым ғына үлгәндәр, минең башҡортса шиғыр уҡыуым шул тиклем ҡурҡыныс булдымы икән ни?” – тине.
Тауышланғандар үтә уңайһыҙ хәлдә ҡалды. Кисә тамамланды. Мин ҡайтырға юлландым. Ҡара­һам, ишек эргәһендә Мостай ағай тора. Ул мине: “Һеңлем, әйҙә, Йософ Гәрәйҙең ижад кисәһенә барайыҡ”, – тип саҡырҙы. Мин хәлемде аңлатып, ҙур рәхмәт әйттем.
Байтаҡ йылдар үтте. Илеш районында башҡорт теле әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн үткәрелгән конференцияға Мос­тай Кәрим, Кирәй Мәргән, Абдулхаҡ Игебаев һәм башҡа яҙыусылар килгәйне. Ул бик эшлекле шарттарҙа үтте. Яҙыусылар яңы әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе, ә Мостай ағай Абдулхаҡ Игебаевтан “Йәшәһен ир ҡәҙерен белгән ҡатындар” тигән шиғырын һорап, ике тапҡыр уҡытты.
Илеш һәүәҫкәрҙәре ҡунаҡтар өсөн ҙур концерт күрһәтте. Унда минең урын Мостай ағай менән йәнәш тиерлек тура килде. Ул миңә әйләнеп ҡараны ла:
– Һеңлем, ниңә улай бирешеп киттең әле, апаруҡ олоғая төшкәнһең! – тине.
– Әйтерһең, һеҙ мине беләһегеҙ, Мостай ағай, – тинем.
– Ә кем ине ул Мәғариф йортонда йәшел пальто кейеп, танауын мыш-мыш тартып илап ултырған, һин түгелме ни? – тигәс, ирекһеҙҙән көлөп ебәрҙем.
– Эйе, Мостай ағай, мин инем, – тип яуапланым, уның хәтеренең шәплегенә, ябайлығына хайран ҡалып.
Утыҙ йылға яҡын Абҙан урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡыттым. Мостай Кәрим ижадын өйрәнгәндә уҡыусылар шул тиклем әүҙем, мәктәпкә ныҡлы әҙерлек менән килә торғайны. Дәрес ысын байрам төҫлө булды. Шағир ижадына арнап әҙәби гәзиттәр сығарылды, кисәләр, китап уҡыусылар кон­фе­ренцияһы, викториналар үткәрелде, пьесаларынан өҙөктәр уйналды. Йәш ваҡытта “Ҡыҙ урлау” драмаһында Йәмилә ролен башҡарҙым.
Тормош булғас, төрлөһө булды. Ауыр ваҡыттарҙа М. Кә­римдең әҫәрҙәрен ҡат-ҡат уҡы­ным, уның биргән автографлы китабын ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлайым, ижад емештәре китап кәштәмде биҙәп тора. Мостай ағайҙың эшмәкәрлеге күп уҡыу­сыларыма башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайларға этәргес булды. Беҙ, башҡорт теле уҡытыусылары, әҙәбиәтебеҙҙә шундай шәхестең булыуы менән ғорурланып йәшәйбеҙ.
Архангел районы.
Читайте нас