Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
18 Октябрь 2019, 13:30

Беҙҙең илдең йәме

Мостай Кәрим минең күңелемә “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре менән килеп инде. Оксананы йәлләп илағаным иҫтә ҡалған. Юғары кластарҙа саҡта ауыл китапханаһынан уның әҫәрҙәрен алып уҡыу минең матур ғәҙәтемә әйләнде. Китапханасы апай яңы китаптар килеп һәм улар араһында Мостай ағайҙың әҫәрҙәре булһа, минең өсөн һалып ҡуйыр ине. Иң беренсе сиратта мин уҡый торғайным. Шиғырҙарын һөйләргә яраттым. Хәтеремдә, бөтә класс менән “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” тигән шиғырын ятланыҡ. Уның яҙғандары шул тиклем тормошсан, ябай, күңелгә үтеп инә лә онотолмай, йылдар буйы йөрөй.

Мостай Кәрим минең күңелемә “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре менән килеп инде. Оксананы йәлләп илағаным иҫтә ҡалған. Юғары кластарҙа саҡта ауыл китапханаһынан уның әҫәрҙәрен алып уҡыу минең матур ғәҙәтемә әйләнде. Китапханасы апай яңы китаптар килеп һәм улар араһында Мостай ағайҙың әҫәрҙәре булһа, минең өсөн һалып ҡуйыр ине. Иң беренсе сиратта мин уҡый торғайным. Шиғырҙарын һөйләргә яраттым. Хәтеремдә, бөтә класс менән “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!” тигән шиғырын ятланыҡ. Уның яҙғандары шул тиклем тормошсан, ябай, күңелгә үтеп инә лә онотолмай, йылдар буйы йөрөй.


“Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” шиғырын беренсе тапҡыр уҡығас, тетрәнгәйнем. Был шиғыр йырға һалынғас, бигерәк тә Фәриҙә апай Ҡудашева башҡарыуында кү­ңелгә яҡын булды. Мостай ағайҙың ижады мине бала саҡтан етәкләп алып барған һымаҡ. Ул миңә ғаиләмдең ағзаһы кеүек яҡын, ябай, ҡәҙерле ине.


Беренсе тапҡыр уның менән осрашыу беҙҙең ауыл клубында булды. 70 йәшлек юбилейы айҡанлы, Мостай Кәрим бер төркөм яҙыусылар менән ауыл һәм ҡалалар буйлап үҙ уҡыу­сылары менән осрашыуҙарҙа йөрөнө, саҡырыу буйынса миңә лә тейҙе ул бәхет. Көн шундай йонсоу, болотло, ҡар бөртөктәре төшкөләп тора. 1989 йылдың сентябрь аҙаҡтары ине. Клуб шы­ғырым тулы. Мәктәп уҡыу­сылары, ауыл халҡы йыйылған. Тул­ҡынланабыҙ. Көтәбеҙ. Бына ишек асылып китте лә, шундай йылы итеп йылмайып, Мостай ағай килеп инде. Тере Мостай Кәрим – беҙҙең арала. Был ауыл халҡы өсөн үҙе бер мөғжизә ине. Шундай ҙур, билдәле, күренекле кешенең саҡырыуыбыҙҙы ҡабул итеп килеүе беҙҙең өсөн ҙур бәхет булды. Әҙерләнеп көттөк. Шиғырҙарын ятланыҡ, әҫәр­ҙәренән өҙөктәр әҙерләнек. Башта ҡунаҡтарҙы тыңланыҡ, һуңынан һүҙ беҙгә бирелде.


Мин ул концертта Мостай ағайҙың “Әсәй сирләгәндә” тигән шиғырын ятланым. Мостай ағай беренсе рәттең уртаһында ултыра, мин – сәхнә уртаһында. Ҡаушаным бер аҙ. Зал тып-тын ҡалып, һөйләй башлауымды көтә. Әкрен генә һөйләйем, Мостай ағай мөкиббән китеп тыңлай. Тырышып, шиғырҙың эсенә кереп китеп, уны үҙем аша үткәреп, тулҡынланып һөйләнем һәм ни күрәм – Мостай ағай күҙ йәштәрен һөртөп ултыра. Мин дә сәхнәнән иламһырап сығып киттем. Зал бер аҙ тын торҙо ла көслө алҡыштарға күмелде. Мостай ағай баҫып ҡул сапты, мин күрше бүлмәгә сыҡтым. Ике битем ут кеүек яна. Тынысланыр өсөн тәҙрәгә күҙ һалам. Тышта ҡар бөртөктәре өйрөлә. Урамға сығып, янған битемде шул һалҡын ҡар бөртөктәренә ҡаршы ҡуйғым килде. Шул саҡ кемдер әкрен генә иңбашыма ҡулын һалды. Боролоп ҡараһам, һуштан яҙам тип торам, ҡаршымда – Мос­тай Кәрим. Ул әкрен генә ике ҡулы менән минең ҡулды алып үпте лә шундай һүҙҙәр әйтте: “Һылыу, шундай эмоционально (был уның һүҙҙәре), иҫ киткес матур уҡының, рәхмәт!” – һәм бүлмәнән сығып китте.


Ул сығып китеү менән бүл­мәләге һәүәҫкәр артистар шау-гөр килде. Кемдер миңә стакан менән һыу бирҙе, икенсеһе ҡу­лымды ҡыҫты, кемдер арҡамдан ҡаҡты. Гармунсы егет: “Мостай Кәрим үпкән ҡулыңа берәй япраҡ йәбештереп ҡуй, бер ай йыума, мин шулай итер инем”, – тип йылмайҙы.


Был ваҡиға бер матур төш кеүек хәтеремдә, күңелемдә һаҡлана. Ниндәй генә әҫәрен уҡыһам да, хайран ҡалам. Иҫ киткес халыҡсан, матур, яғымлы, йылы ижад. Бер уҡыһаң, яңынан уҡығы килеп тора. Шиғыр булһынмы ул, хикәйә, повесмы, сәхнә әҫәреме – барыһы ла үҙенә йәлеп итә, битараф ҡалдырмай, уйландыра, хатта илата.


“Йәләлетдин атай”ҙы беренсе тапҡыр уҡығас, тетрәндем, уй­ҙарға баттым. Икенсегә уҡыным. Шундай аңлайышлы, ябай, һиҫкәндерерлек итеп яҙылған. Ябайлыҡта – бөйөклөк, тиҙәр. Был, ысынлап та, шулай. Мәң­гелек ижад ул – Мостай Кәрим яҙғандары. Быуындан быуынға күсеп, мәңге иҫкермәй, ялҡытмай, тик һоҡландыра ғына торған ижад. Ундай һәләтле кешеләр йөҙ йылға бер тыуалыр. Тыуа ла мәңгегә халҡы араһында ҡала.


Мостай Кәрим – үлемһеҙ әҙип. Ул беҙҙең арала, шиғырҙары, йырҙары менән тотош ижады менән. Уның Хәсән Туфанға арнап яҙған шиғырында шундай юлдар бар:

Шағирға ниңә чин кәрәк,

Нимәгә уға титул?

Батшалар ятлап алырлыҡ

Шиғырҙар яҙа бит ул.

Мин Мостай Кәрим тураһында был юлдарҙы аҙыраҡ бер үҙгәртеп әйтер инем:

Батшаны уйға һалырлыҡ

Әҫәрҙәр яҙа бит ул.

Һин беҙҙең арала, Мостай ағай! Һин – беҙҙең илдең йәме.
Читайте нас