Башҡорт әҙәбиәте күгендә балҡыған иң сағыу шәхестәрҙең береһе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына – 100 йыл. Ул күптән инде республиканың ғорурлығына, уның мәҙәни маяғына, рухиәт ҡалҡанына, әҙәбиәтебеҙҙәге тотош дәүерҙе билдәләгән шәхескә әйләнгән. Уның хаҡында бик күп әйтелгән, яҙылған һәм киләсәктә лә, һис шикһеҙ, уның исеме килер быуындарҙың теленән төшмәҫ.
Мостай Кәрим... Был исем беҙгә сәңгелдәктән тиерлек таныш, сөнки барыбыҙ ҙа уның балалар өсөн яҙылған китаптарын уҡып үҫтек. Мин китап, ташҡа баҫылған һүҙ оло мөғжизә булараҡ ҡабул ителгән ғаиләлә тәрбиәләндем. Бер-беребеҙҙең ҡулынан тартып алып, ярыша-ярыша “Беҙҙең өйҙөң йәме”н уҡыуыбыҙҙы хәтерләйем. Артабан “Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” тигәндәренә сират етте, уҡытыусыға, йәнтөйәккә, тыуған илгә арналған шиғырҙар ятланды. Һуңғараҡ инде “Ҡыҙ урлау”, “Айгөл иле” кеүек спектаклдәргә йөрөнөк. Уларға билеттар табыуы еңел түгел ине. Ә инде премьераға эләгеү – икеләтә бәхет, сөнки унда автор үҙе лә ҡатнаша.
Уның әҫәрҙәрендә һәр кем үҙ халәтенә, күңел торошона тап килгән фекерҙе таба ала. Әгәр ябай ауыл аҡһаҡалдарының йор аҡылына һоҡланғың килһә – “Ауыл адвокаттары”н ҡулыңа ал, күңелең шунда уҡ яҡтырып китер. Әгәр кеше яҙмыштарын асыу менән генә сикләнмәй, йәшәүҙең мәғәнәһе хаҡында уйланғың килһә, ҡыйыу рәүештә “Өс туған хаҡында хикәйәт”те ас.
Үҙенең бөтә аңлы ғүмере дауамында баш ҡалала йәшәүенә ҡарамаҫтан, Мостай ағай ауыл кешеһе булып ҡалды һәм йөрәгендә һәр саҡ туған тәбиғәткә, ер кешеләренә, ауыл уңғандарына ҡарата оло һөйөү һаҡланы. Йәнтөйәгенә ҡарата эскерһеҙ һөйөүе уның барлыҡ әҫәрҙәрендә ярылып ята. “Әҙәбиәт ситләтеп үтергә тейеш булмаған тағы бер проблема бар, ул – кешенең ғәмһеҙ рәүештә тәбиғәткә баҫып инеүе. Ҡайһы саҡта бөтә донъя асфальт менән ҡапланырмы икән ни тип ҡурҡып китәм”, – тип яҙҙы борсолоу ҡатыш Мостай Кәрим.
Был юлдар бынан бихисап йылдар элек, беҙ ғорур рәүештә “кеше – тәбиғәттең батшаһы” тип һанаған, “экологик үҙаң” тигән төшөнсә хаҡында бер ни ҙә белмәгән саҡта яҙылған. Яҙыусы фекеренсә, “күңел эрозияһы тупраҡ эрозияһын барлыҡҡа килтерә”. Тәбиғәткә һаҡһыҙ ҡараштың төп сәбәбен ул әхлаҡи ҡиммәттәрҙең юҡҡа сығыуында күрҙе, кешелектең күңел сәләмәтлеге тирә-яҡ мөхит менән туранан-тура бәйле тип һананы. Мостай Кәрим, әгәр кешеләр тәбиғәткә баҫҡынсылар кеүек мөнәсәбәтен туҡтатмаһа, үҙҙәре лә аңламайынса үҙ ғүмерен ҡыясаҡ, тип хәүефләнеүен белдерҙе. “Айгөл иле” пьесаһының геройы бына нимә ти: “Урманға атыу тауышы менән түгел, ә сәләм әйтеп ин”. Бөйөк әҙип үҙенең ижады, тирә-яҡ мөхиткә миһырбанлы ҡарашы менән кешене тәбиғәткә яҡынайтырға теләне. Уның әҫәрҙәрендә тәбиғәт хәл-ваҡиғалар барған ниндәйҙер фон ролен генә үтәмәй, ә тере йән эйәһе, геройҙарға өнһөҙ генә, әммә баһалап бөткөһөҙ һабаҡ биреүсе булараҡ ҡабул ителә. Яҙыусы уны, Ер улын, экологик мәсьәләләр борсоуын йәшермәне.
Йор аҡыл эйәһен илдә барған үҙгәрештәр ҙә борсомай ҡалманы, күп кенә йәштәштәре кеүек, ул СССР-ҙың тарҡалыуын ауыр кисерҙе.
– Беҙҙең быуын тыныслыҡ яуланы. Бер сиктән икенсеһенә күсеп, ерҙе “һоро чума”нан азат иттек. Беҙ – ул ҙур, татыу ғаилә булып йәшәгән күп милләтле халҡыбыҙ.
Шағир күңеле идеалдарҙың емерелеүен, илдең тарҡалыуын ҡабул итә алманы, әммә ул барыһының да яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәгенә инанып йәшәне. Йыш ҡына: “Кеше – аҡыллы зат, ул нимәлер тыуҙырыу, булдырыу өсөн тыуған, емереү өсөн түгел”, – тиер ине. Ил, республика өсөн хәл иткес мәлдәрҙә урынлы, аҡыллы һүҙҙәр әйтә белде. Һәм халыҡ һәр ваҡыт уның һүҙенә ҡолаҡ һалды.
Яҙыусының тос фекерҙәре башҡорт ҡына түгел, Рәсәй әҙәбиәтендә лә лайыҡлы урын тапты. Төрлө милләт кешеләре Мостай Кәримде үҙ туған телендә уҡыу мөмкинлегенә эйә булды, уның әҫәрҙәре рус, татар, эстон, литва, үзбәк, ҡаҙаҡ, шулай уҡ инглиз, болгар, япон, ҡытай һәм башҡа телдәргә тәржемә ителде. Уның сығыштары, әңгәмәләре бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Кешене яратыу, ярҙам итеү, дуҫлыҡ ҡәҙерен белеү уның ҡанында ине.
Тиңһеҙ һүҙ оҫтаһы, Мостайҙың яҡын дуҫы Рәсүл Ғамзатов:
– Мостай янында бик рәхәт. Ул бер ваҡытта ла ваҡланмай. Һәр ваҡыт ихлас, йомарт, ғәҙел, матур. Яраһыҙ шағир булмай. Күңелен йәрәхәтләгән хәлдәрҙе, улар нисек ауыр булмаһын – ыңғырашыуһыҙ, баһа һәм наградаларҙы, улар ни ҡәҙәре юғары булмаһын, тәкәбберләнмәй ҡабул итте.
Бөйөк өс тағандың – Сыңғыҙ Айытматов, Рәсүл Ғамзатов, Мостай Кәримдең – күп милләтле әҙәбиәт әһелдәренең дуҫлығы ғүмер буйы дауам итте. Шағирыбыҙҙың Башҡортостандың баш ҡалаһында үткән юбилей тантаналарында беҙ Ҡаҙағстандың, Дағстандың, Ҡалмыҡ, Ҡабарҙа-Балҡар республикаларының, Рәсәйҙең иң бөйөк улдарын күреү һәм уларҙың сығыштарын тыңлау бәхетенә ирештек. Һәм былар барыһы ла – беҙҙең Мостай арҡаһында. Был тантаналар иҫ киткес йылы, ихлас мөхиттә үтер ине, һәм уларҙан ҡалған хәтирәләр әле булһа күңелде йылыта.
2005 йылдың ҡышында ҡыҙы – Өфө дәүләт авиация техник университеты доценты Әлфиә Кәримова һәм тележурналист Шәүрә Ғилманова оҙатыуында Мостай Кәрим башҡорт Урал аръяғының баш ҡалаһы Сибайға килгәйне. Абруйлы ҡунаҡ менән осрашыуҙар мәктәптә, институтта, йәштәр үҙәгендә, А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында үтте. Был Һүҙ байрамында бөтә ҡала ҡатнашҡандай тойолдо. Ул һәр аудитория менән шунда уҡ бәйләнеш булдырыуға өлгәште. Тәүге һөйләмде ишетеү менән, һин үҙең дә һиҙмәҫтән, Һүҙ оҫтаһының тылсымына биреләһең. Мәктәптең сығарылыш уҡыусыларына ул тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итте кеүек, әммә улар тормош тип аталған оло юлға фатиха булып яңғыраны:
– Талант – ул алтын ҡыңғырау, әммә “теле” юҡ. Ул тулы тауышҡа сыңлаһын өсөн фиҙакәр хеҙмәт кәрәк. Шунһыҙ ул, алтын булһа ла, бер ваҡытта ла тейешенсә моң сығармаясаҡ.
Йәштәр үҙәгендәге осрашыу барышында яңғыраған хәҙерге йәш быуын хаҡындағы һорауға яуап бирер алдынан ул хатта боронғо гректарҙың да үҙ йәштәре менән риза булмауы хаҡында һөйләп көлдөрөп алды. Артабан һәр һүҙенә мәғәнә һалып, түбәндәгесә яуап бирҙе:
– Йәштәр – ул балаларыбыҙ һәм ейәндәребеҙ, йәғни ниндәйҙер кимәлдә беҙ үҙебеҙ. Әгәр уларҙы нимәләлер ғәйепләйбеҙ икән, тимәк, тейешле кимәлдә өйрәтмәгәнбеҙ, иғтибар биреп еткермәгәнбеҙ. Тимәк, бында беҙҙең дә ғәйеп бар.
Был уның һуңғы сәфәре, уҡыусылары менән һуңғы осрашыуы булды. Әммә көндәлектәре, яҙмалары аша беҙҙең менән – уның талантын яратыусылар менән аралашыуын дауам итте.
Бер дуҫы менән әңгәмә барышында Мостай Кәрим һағышлы итеп:
– Беҙҙән һуң китаптарыбыҙ кәрәгерме, килер быуын беҙҙе иҫкә алырмы икән? – тип әйтеп ҡуйғайны.
Күрәһең, шағир мәғәнәһеҙ фильмдарҙы, телевидение экраны аша барған мәхшәрҙе, үҙгәрештәр еле арҡаһында ҡупҡан аңлашылмаусанлыҡтарҙы күреп ошондай һығымтаға килгәндер. Дауыл ваҡытында, үҙе әйтмешләй, барлыҡ туҙан һәм сүп-сар өҫкә күтәрелә бит.
Әммә ул бер нимәлә хаҡлы түгел! Беҙ әле булһа, тормошобоҙҙоң шатлыҡлы һәм һағышлы мәлдәрендә уның ижад шишмәһенә мөрәжәғәт итәбеҙ. Һәр кемдең күңелендә үҙ Мостайы – проза оҫтаһы, шағир, драматург, публицист, аҡыл эйәһе һәм фәйләсүф йәшәй. Килер быуындар ҙа уның әҫәрҙәренә мөрәжәғәт итәсәк, халыҡ шағирының Һүҙенә ҡолаҡ һаласаҡ, сөнки халыҡ тарихын, дәүер ҡуласаһын хакимдар мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп үҙенсә бороп ебәреүгә һәләтле тарихсылар түгел, ә әҙәбиәтселәр яҙыуын яҡшы беләбеҙ. Халыҡ шағирҙарынан ҡалған мираҫ – ул беҙҙең үткәнебеҙ ҙә, бөгөнгөбөҙ ҙә.
Мостай Кәримдең вафатын ишеткәс, Сыңғыҙ Айытматовтың әйткәне:
“Ғүмер баҡый ошо кеше алдында баш эйгән миңә был ҡайғылы һүҙҙәрҙе әйтеүе лә ҡыйын. Ул яҡын дуҫым, дәүеребеҙҙең әҙәби ижад яланындағы бөйөк ҡәләмдәшем генә түгел, бәлки башҡорт халҡы исеменән сығыш яһаған ХХ быуаттың арҙаҡлы кешелек шәхесе лә булды. Мостай Кәрим башҡорттарҙың һүнмәҫ йөҙө булып ҡалыр...
Мин быяла аҫтындағы рамда беҙ – Мостай Кәрим, Рәсүл Ғамзатов һәм мин – өсәү бергә төшкән һүрәткә, минең өсөн ҡәҙерле, иҫтәлекле һүрәткә, торған һайын нығыраҡ бағам... Эйе, беҙ ХХ быуат артынан осҡан ҡоштар кеүек китәбеҙ... Бер үҙем генә ҡалдым...
Бәхил бул, башҡорт дуҫтарымдың бөйөк улы – Мостай Кәрим. Баш эйәм һәм күҙ йәше түгәм”.