Шәхестәр
18 Октября 2019, 11:32

"...Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар!"

Ошондай юлдар биҙәй Мостай Кәримдең "Ҡоштар осорам" тигән шиғырын. Ысынлап та, халыҡ шағиры мәңгелеккә табан юлланғанында ла янып, ярһып йәшәгәндәрҙе һаман иғтибарынан, ихтирамынан ташламай төҫлө.

Автор фотоһыАвтор фотоһы
Автор фотоһы
Ошондай юлдар биҙәй Мостай Кәримдең "Ҡоштар осорам" тигән шиғырын. Ысынлап та, халыҡ шағиры мәңгелеккә табан юлланғанында ла янып, ярһып йәшәгәндәрҙе һаман иғтибарынан, ихтирамынан ташламай төҫлө.
Быға бөгөн Башҡорт дәүләт университетында Мостай Кәрим исемендәге грантҡа лайыҡ булған студенттарҙы бүләкләү тантанаһы шаһит. Грантҡа эйә булыусыларҙың барыһы ла башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетында белем ала, уҡыуҙан тыш төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, фән өлкәһендә уңыш яулай.
Хеҙмәттәре Хөкүмәт, М. Кәрим исемендәге фонд тарафынан юғары баһаланған студенттар ҙа буш ҡул менән түгел ине: килгән ҡунаҡтарға Мостай Кәримдең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, әҙип исемен йөрөткән ижади оҫтаханала ҡурай моңо ла яңғыраны.
Мостай Кәрим иҫтәлегенә таҡтаташ асыу менән башланып киткән, шәхестең тыуыуына 100 йыллыҡҡа арналған тантанала Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Морозкин барыһын да башҡортса сәләмләне. "Мостай Кәрим - университеттың беренсе почетлы студенты. Ул бындағы уҡыусылар менән осрашыуҙарға ихлас йөрөнө, йәштәр менән тиҙ уртаҡ тел тапты. Университеттың уҡытыусылар коллективы исеменән грантҡа лайыҡ булған бөгөнгө еңеүселәрҙе ҡотлайым. Тап ошо еңеүҙәр башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультеты имиджын юғары күтәрҙе. Шулай уҡ оло рәхмәт һүҙҙәрен М. Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримоваға, фондтың ойоштороусыһы Тимербулат Кәримовҡа еткерер инем, уларҙың ярҙамы ҙур өлгө булып тора", - тине ул һәм фондҡа иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Ғүмер юлын, ижадын туған халҡына арнаған, башҡорт әҙәбиәтен донъя кимәленә алып сыҡҡан Мостай Кәрим исемендәге грантҡа эйә булыу Башҡорт дәүләт университеты студенттарына ҡанат ҡуйһын, уларға ла халыҡ, ил, әҙәбиәт ғәме өсөн тырышып эшләргә этәргес көс булып торһон.
Читайте нас