Шәхестәр
18 Октября 2019, 11:40

Мостай Кәримгә бюст асылды

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында мәшһүр әҙип, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы байрам саралары үтә. Ошо айҡанлы уҡыу йортоноң 3-сө корпусында бюст асылды. Уның авторы - Юрий Солдатов.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында мәшһүр әҙип, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы байрам саралары үтә. Ошо айҡанлы уҡыу йортоноң 3-сө корпусында бюст асылды. Уның авторы - Юрий Солдатов.
Ҡунаҡтарҙы педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов тәбрикләне: “Мәшһүр әҙип әйтмешләй, бында бөгөн "планетаның Ҡояшлы яғында йәшәгәндәр йыйылған. Беҙҙең өсөн ҙур байрам, тарихи ваҡиға. Яңы традицияға нигеҙ һалынды тип әйтергә була, сөнки Мостай рухы уҡыу йортон яҡтыртып торасаҡ”, - тине ул.
Сарала шағирҙың яҡындары - ҡыҙы Әлфиә Кәримова, ейәне Тимербулат Кәримов ҡатнашты. Әҙиптең ҡыҙы Әлфиә Кәримова сараның әһәмиәтлелеген билдәләне, атаһының педагогтар әҙерләгән уҡыу йортон айырыуса яратыуын әйтеп үтте.
- Атайым ҡасандыр уҡытыусы булырға хыялланған,аҙаҡ иһә ул үҙе уҡытыусыларҙың уҡытыусыһына әйләнде, - тине Әлфиә Кәримова.
Читайте нас